Ауыр эшкә беләк бар, ҡыйыу эшкә йөрәк бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тормош күренештәре
  • [b]Шәхестәребеҙгә ҡара яғырға юл ҡуймаҫбыҙ![/b]
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өс һөйләм менән Башҡортостан

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Диңгеҙ һәм йылға флоты хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы, йылға флотының Башҡортостанды Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр менән иҡтисади-сауҙа бәйләнештәрен нығытыуға, туристик эшмәкәрлекте үҫтереүгә, пассажирҙар ташыуға ҙур өлөш индереүен билдәләй. Был һөнәрҙе йәмғиәттә иң абруйлы һөнәрҙәрҙең береһе тип атай.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәйләкәр алымдар барып сыҡмаясаҡ Яңылыҡтар

    Уйын бизнесы өлкәһенең криминал менән тығыҙ бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Ошо хәлде киҫәтеү маҡсатында 2007 йылдың 28 июнендә Башҡортостанда махсус закон ҡабул ителде. Уға нигеҙләнеп, республикабыҙҙың эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре бик күп эш башҡарҙы.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Законға буйһонмаусылар яуап бирәсәк Яңылыҡтар

    1 июлдән Рәсәйҙә бөтә казинолар ҙа ябылырға тейеш
    Бынан бер ай элек кенә ҡомарлы уйындар батшалары йыл һайын федераль бюджетты 27 миллиард һумға тиклем тулыландырыусы казино һәм уйын автоматтарының артабан да эшләйәсәгенә тулы ышаныс белдерһә, властар, халыҡтың әхлаҡи һаулығын хәстәрләп, ҡомарлы уйындар эшҡыуарлығы тураһындағы яңы федераль законды кисектермәне.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Студенттарҙың эшһеҙ ятҡыһы килмәй Мәғәриф

    Уҡыу йылы тамамланды. Студенттарҙың сессиялары артта ҡалды, алда – каникул. Йәйгеһен эшкә урынлашыусылар ҙа күп. Уларҙың күптәрен «Ҡайҙан эш табырға?» тигән һорау борсой. Был мәсьәләне йәштәр нисек хәл итә икән? Булмаһа, үҙҙәренә һүҙ бирәйек.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илатырлыҡ, йырлатырлыҡ хаттарығыҙ бар бит ул... Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Хаттар, хаттар... Һеҙҙең, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, матур, ҡыҙыҡлы темаларға яҙылған, яҡшы хәбәрҙәр, яңылыҡтар хәбәр иткән хаттарығыҙға өмөт итеп, көн дә иртән почтаны түҙемһеҙлек менән ҡаршы алабыҙ һәм, конверттарҙы асып, гәзитебеҙҙең сираттағы һанына һеҙҙең менән бергә республикабыҙҙың төрлө мөйөшөндә барған хәл-ваҡиғалар, күренештәр, күркәм эш-ғәмәлдәр, кешеләр тураһында еткерергә ашығабыҙ.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Батыр рухы йыйҙы бергә Башҡортостан » Милли проекттар

    XVIII быуат башҡорт әҙәби мираҫында Салауат Юлаев ижады айырым урын алып тора. Салауат – шиғырҙары халыҡ хәтере һәм яҙма сығанаҡтар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән талантлы сәсән-шағир, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының күренекле сардары, осорҙоң ижтимағи аңын сағылдырыусы аҡыл эйәһе, халҡыбыҙҙың легендар геройы. 26 июндә Арғаяш районында, милли батырыбыҙҙың тыуыуына 255 йыл тулыуға арнап, Башҡорт шиғриәте байрамы уҙғарылды.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Табип булырға теләһәң Мәғәриф

    Табип булырға теләһәң
    Ҡайҙа уҡырға барырға? Ниндәй һөнәр һайларға? Уҡыу йорттары ниндәй яңы һөнәрҙәр тәҡдим итә? Ниндәй уҡыу йорттарына конкурстан үтеүе еңелерәк? Уҡырға ингәндә кемдәргә ниндәй ташламалар ҡаралған? Бөтә уҡыу йорттарында ла БДИ һөҙөмтәләре ҡабул ителәме? Кемдәр БДИ тапшырмаған, улар ҡасан, ниндәй имтихан тапшырырға тейеш? Мәктәпте тамамлаусы һәр уҡыусыны бөгөн ошондай һорауҙар борсой. Дөрөҫ, быйылғы сығарылыш синыф уҡыусыларына уҡырға инеүе еңелерәк булыр, тип фаразларға мөмкин. Сөнки, билдәле булыуынса, мәктәпте тамамлаусылар һаны йылдан-йыл әҙәйә бара, ә уҡыу йорттарына ҡабул итеү планы шул килеш һаҡлана. Быйыл, мәҫәлән, Рәсәй мәктәптәрен 950 мең уҡыусы тамамлаһа, вуздарҙа бюджет урындары – 527 мең, тағы ла 700 мең кеше түләүле бүлектәргә уҡырға инә ала.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәгәрмәс ял иткәндә Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Яңыраҡ ҡына үҙенә Тойота машинаһы һатып алған ир ҙур тиҙлек менән елдерә. Ҡапыл ул Тиҙлекте кәмет – 50 км тигән яҙыуҙы күреп ҡала. Бында тыйыусы тамға ҡуйырға тейештәр ине бит. Ул булмағас, тимәк, ниндәйҙер етди бер нәмә бар, – тип уйлай ҙа, тиҙлекте сәғәтенә 50 километрғаса кәметеп, юлын дауам итә. Артабан Тиҙлекте кәмет – 20 км тигән яҙыуҙы күреп ҡала. Был юлы ла тиҙлеген кәметә. Ярты сәғәттән Тиҙлекте кәмет – 10 км тигәне күҙенә салына. Донъяла барыһын да эттән-эткә һалып һүгеп, ул тағы ла яйлай. Бер сәғәттән уны шундай яҙыу ҡаршы ала: юл буйындағы Тиҙлекте кәмет! ресторанына рәхим итегеҙ!.

    авторы: Нур | 2 июля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru