Ир ғәйрәте тауҙы ҡом итә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • Шәхси хужалыҡ
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙә ҡиммәт түгел ул… Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡортостанда иң кәрәкле аҙыҡ-түлек Волга буйы федераль округында иң арзаны. РФ Ауыл хужалығы министрлығындағы видеоселектор кәңәшмәлә, Волга буйы федераль округы субъект­тарындағы ауыл хужалығы тауарҙары баҙарындағы хәлде тикшереп, шундай һығымта яһағандар.
    Статистика күрһәтеүенсә, ауыл хужалығы продукцияһының һатып алыу һәм һатыу хаҡтары күпкә артмаған. Бөтә төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән Баш­ҡортостанда ла махсус штабтар булдырылған, һатып алыу хаҡтарына мониторинг алып барыла.
    Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар, округтың башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, иң арзаны. Мәҫәлән, һыйыр итенең килограмы – 185, сусҡа ите – 180, тауыҡ ите 100,3 һум тора.

    авторы: admin | 19 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төркиәгә путевканы кем отто? Яңылыҡтар » Конкурстар

    Төркиәгә путевканы кем отто?Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтарын дәртләндереү маҡсатында ойошторолған «Йәшлек»-фараз» конкурсына был тиклем дә күп хат килеүен көтмәгәйнек. Уҡыусыларыбыҙ көтөлмәгәнсә әүҙемлек күрһәтте – почта килгән һайын 50-ләп купон алған саҡтар ҙа булды. Гәзитебеҙ менән дуҫлыҡҡа хыянат итмәгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Дөйөм алғанда, редакция 500-ҙән ашыу хат алды. Конкурс иғлан ителеү менән оло йәштәге инәй-бабайҙарҙан гәзитебеҙҙең тиражын фаразлаған купондар килә башлағас, тәллә беҙҙе тик хаҡлы ялда булғандар ғына уҡыймы икән, тип аптырап та ҡалғайныҡ. Һуңынан йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәткәс, шиктәребеҙ юйыла төштө.
    Ниндәй генә тиражды фаразламаған уҡыусыларыбыҙ. 6 меңдән алып 78 меңгә тиклем һандарҙы атаусылар ҙа бар. Шулай ҙа күбеһе 8 мең тиражында туҡталғайны. Хаттарҙан күренеүенсә, «Йәшлек»-фа­раз»ды гәзитте даими алдырып уҡып барғандар көтөп ала һәм улар халыҡты ылыҡтырырҙай ошондай конкурстарҙы күберәк үткәреүҙе һорай.

    авторы: admin | 18 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе аптыратты ғәжәпләндерҙе Яңылыҡтар

    Америка йыһан агентлығы (NASA) 2040 йылда Сатурн планетаһының юлдашы Титанды атом һыу аҫты кәмәһе ярҙамында тикшерергә ниәтләй.
    Был йыһан есеменә Х – 37 аппараты осасаҡ. Тәғәйен урынға барып еткәс, ул шыйыҡ хәлдәге этан һәм метан газдарынан торған Кракен поляр диңгеҙенә ултырасаҡ. Артабан унан ауырлығы бер тоннаға еткән субмарина йөҙөп сығасаҡ һәм тикшереү эштәрен башлаясаҡ. Титанда һыуыҡлыҡ 179 градус­ҡа барып етә, атмосфера баҫымы Ерҙәгенән бер ярым тапҡырға күберәк.

    авторы: admin | 16 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Был аҙнала беҙҙе йылмайтты Яңылыҡтар

    Былтыр Мәскәүҙә яңы тыуған балаларға Севастополь, Джаз, Рассвет, Византия, Луна һәм Сила тип исем ҡушыусылар осраған. Быны илебеҙҙә һәм донъяла булған сәйәси хәлдәр­ҙең шаңдауы тип тә ҡабул итергә мөмкин.
    Яңы исемдәр башлыса малай­ҙарға ҡушылған. Әйтергә кәрәк, Мәскәүҙә София һәм Александр исемдәре популяр. 2013 йылда бәпестәрен Легенда, Алиса-Нефертити, Мир һәм Космос тип атаусылар булған.

    авторы: admin | 16 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    17 февралдән Мәскәүгә 99 һумға ғына самолет менән барыр­ға мөмкинлек бар (өҫтәмәләрҙе иҫәпләһәң, билет хаҡы 512 һумға төшә). «Победа» авиакомпанияһы 15 февралгә тиклем ете йүнәлеш буйынса иң түбән тариф буйынса билеттар һатыу ойоштора. Уның буйынса Мәс­кәүҙән Өфөгә, Ар­хангель­скиға, Белгородҡа, Тө­мәнгә, Нижневар­товскиға, Пер­м­гә һәм Волгоградҡа һәм кире йүнәлештә билеттар һатып алырға мөмкин.

    авторы: admin | 16 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    дәүләт телерадиокомпанияһында – яңы етәксе Мәҙәниәт

    Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радио компанияһының Башҡортостан филиалы директоры итеп билдәле журналист Азамат Сәлихов тәғәйенләнде.
    Төп компаниянан белдереүҙәренсә, беҙҙең республикалағы филиал – илдә иң яҡшыларҙың береһе. Хатта “Хәбәрҙәр-Башҡортостан” программаһы рейтингы буйынса федераль сығарылыштарҙан да уҙып китә. Азамат Сәлихов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһында Башҡортостан, Ырымбур, Удмуртия буйынса үҙ хәбәрсе булып эшләне.

    авторы: admin | 16 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төҙөлөш офисын янут пыран-заран килтергән. Яңылыҡтар

    Санкт-Петербург ҡалаһындағы бер төҙөлөш фирмаһы офисында урман эте йәки янут тип йөрөтөлгән хайуан ысын мәғәнәһендә янъял ойошторған. Ул төндә торба аша инеп, фирма директорының ҡабул итеү бүлмәһенә аҫылмалы түшәмде емереп килеп төшкән.
    Әле янутты ҡала ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре “Сирин” ҡырағай йәнлектәрҙе реабилитациялау үҙәгенә килтергән.
    Бындай йәнлектәр Ленинград өлкәһендә йәшәмәй. Күрәһең, өйҙә аҫралған янут юғалған йәки уны аҙаштыр­ғандар.

    авторы: admin | 15 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәләүездеке тәмлерәк Иҡтисад

    Илдең яҡшы һәм сифатлы продукцияларын билдәләү буйынса оҙаҡ йылдар “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” программаһы эшләп килә. Башҡор­тостан предприятиелары унда даими ҡатнаша һәм лайыҡлы урындар биләй.
    Сираттағы һынауҙа “Сифат алымы” (“Вкус качества”) тигән төп приз Мәләүез һөт-консерва комбинатына эләккән. Предприя­тиеның юғары сифатлы киптерелгән һөтө комиссия тарафынан бик ыңғай баһаланған.

    авторы: admin | 14 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru