Иҫәрҙең ише булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Мосолман ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Дайджест
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған ---

    Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә Францияның «Грегуар Бессон» ауыл хужалығы техникаһы етештереү компанияһы президенты Патрик Бессондан хат килде.

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән ---

    Балаҡатай районының Ямаш ауылында IХ Төбәк-ара рус йыры һәм таҡмаҡтары байрамы ҙур гала-концерт менән тамамланды.
    Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары конкурсында ҡатнашыусылар ете гран-при алып ҡайтты. Был йыр ярышында ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты тәбрикләне.
    Рус йырҙары һәм таҡмаҡтары оҫталары беҙҙә икән

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс һөйләм менән Яңылыҡтар

    Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә төҙөлөш тармағы предприятиелары һәм белгестәре ҡатнашлығында үткән вакансиялар йәрминкәһе һөҙөмтәләренән күренеүенсә, иҡтисади көрсөккә һәм төҙөлөш күләме кәмеүгә ҡарамаҫтан, төҙөлөш ойошмалары юғары квалификациялы хеҙмәтсәндәргә мохтаж.

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илдең яңы бюджеты ҡарала Яңылыҡтар

    РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин хөкүмәт кәңәшмәһе үткәрә.
    Унда илдең 2010 – 2012 йылдарға өс йыллыҡ бюджеты ҡарала. Март башында донъя финанс көрсөгө һөҙөмтәһендә Рәсәй Хөкүмәте элек ҡабул ителгән 2009 – 2011 йылдарға өс йыллыҡ бюджеттан баш тартып, ағымдағы йылға бюджет менән генә сикләнергә ҡарар иткән. Һөҙөмтәлә 2009 йылға илдең яңы төп финанс документы төҙөлөп, раҫланған. Шул уҡ ваҡытта 2010 – 2012 йылдарға яңы өс йыллыҡ бюджет өҫтөндә лә эш башланған.

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы? ---

    йәки «Цивилизацион» атамалар ниңә Законға тап килмәй?
    Йөрәк ихтыярһыҙлап, әйҙәләп торһа ла, был темаға йәнә әйләнеп ҡайтыуға зиһен тартҡылаша. Хатта ки ҡәләм тотҡан ҡул ҡарыша. Бер үк хәбәрҙе күпме тылҡырға була? Сүбәк сәйнәп, ысындан да, май сыҡмай ҙа инде.
    Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР ---

    йәки Мәшғүллек үҙәге хеҙмәткәрҙәре эшһеҙҙәрҙе аңлаусы һәм яҡлаусы хеҙмәт булырға тейеш
    Социаль сәйәсәттең төп бурыстарының береһе – халыҡты эш менән тәьмин итеү. Донъя иҡтисади көрсөгө шарттарында ҡайһы бер предприятиелар ябылып, бәғзеләре эшселәрен ҡыҫҡартҡанда ил һәм республика етәкселеге тарафынан был мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Ҡала һәм райондарҙың мәшғүллек үҙәктәре директорҙары һәм баш бухгалтерҙары кәңәшмәһендә һүҙ ошо хаҡта барҙы.

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Туғанлыҡ байрамы Башҡортостан » Милли проекттар

    Миәкә районының Ҡанбәк ауылы халҡы үҙ шәжәрәһен барланы
    «Ете быуын ата-бабаңды беләһеңме?» тигән һорау бөгөн бик актуаль. Күкрәк киреп, әлбиттә, тип яуаплаусылар янында «юҡ шул» тиеүе бик уңайһыҙ. Хәйер, һуңғыларының һаны йылдан-йыл кәмей. Нәҫел ағасын төҙөү, Шәжәрә байрамы үткәреү кеүек сараларҙың популярлаша барыуы халыҡта ата-бабалар тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә Миәкә районының Ҡанбәк ауылы халҡы үҙенең генә түгел, күрше-күләндәренең быуын ептәре менән дә таныша ала.
    Туғанлыҡ  байрамы

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт йәштәре көндәренә рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар

    3 – 4 июлдә Бөрйән районының Мәндәғол ауылы эргәһендә Башҡорт йәштәре көндәре үтәсәк
    Мәғрур ҡаялары, мәңге йәшел урмандары һәм матур Ағиҙел йылғаһы менән дан тотҡан хозур тәбиғәтле әкиәти донъя йәштәр сараһын үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына һайланманы. Был яҡтарҙа бер генә тапҡыр булған кеше уны яратып өлгөрә һәм ул уның күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡала. Бөрйән ере бөтә республиканан йыйыласаҡ ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер.
    Башҡорт йәштәре көндәренә рәхим итегеҙ!

    авторы: Нур | 30 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru