Ҡарама тешенә, ҡара эшенә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Енәйәт һәм яза
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Берҙәмлектә – көс
  • Кем аҡыллыраҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтарғандай булды еренә Башҡортостан » Милли проекттар

    21 – 24 июндә Бәләбәй районының Аҡсарлаҡ белем биреү-һауыҡтырыу үҙәгендә Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәрҙең XI республика бәйгеһе үтте
    Йәш сәсәндәр Урал батыр рухын ҡайтарғандай булды еренә
    Барығыҙға шуны әйтәм:
    Яҡшылыҡ булһын атығыҙ;
    Кеше булһын затығыҙ;
    Яманға юл ҡуймағыҙ,
    Яҡшынан баш тартмағыҙ!

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ҠӘҘЕРЛЕ ДУҪТАР! Яңылыҡтар

    Ысын күңелдән һеҙҙе күркәм байрам – Йәштәр көнө менән ҡотлайым! Был байрам беҙҙең республикала айырым мәғәнәгә эйә. 2009 йыл Рәсәй Федерацияһында – Йәштәр, ә инде Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән республикабыҙҙа Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тип иғлан ителде. Башҡортостан йәштәре булдыҡлы, креатив һәм асыштар яһарға һәләтле. Уларҙың иң шәп вәкилдәре производствола, иҡтисад, мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм спортта ҙур аҙымдар яһай, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Берҙең көнө ил менән Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Ике дәүер йәштәре менән аралашып йәшәргә тура килде. Совет осоронда уларҙың күбеһе тейешле кимәлдә белем алды. Йәш быуынды хөкүмәт үҙ ҡурсалауында тотто. Шунлыҡтан йәштәргә Көнбайыш идеологияһының йоғонтоһо булманы. Ул саҡ армияла хеҙмәт итеү егеттәр өсөн тормошта йәшәүҙең бер баҫҡысын үтеү ине. Шуға ауыл, ҡала егеттәре бик теләп хеҙмәт итте. Унан ҡайтҡас, юғары уҡыу йорттарында имтихандар тапшырып, үҙе теләгән һөнәр буйынса уҡырға инделәр. Сөнки улар өсөн ҡайһы бер льготалар ҡаралғайны.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Тиҙҙән – Башҡорт йәштәре көнө Яңылыҡтар » Иғтибар

    Мәғрур ҡаялары, мәңге йәшел урмандары һәм матур Ағиҙел йылғаһы менән дан тотҡан хозур тәбиғәтле әкиәти донъя йәштәр сараһын үткәреү урыны итеп юҡҡа ғына һайланманы. Был яҡтарҙа бер генә тапҡыр булған кеше уны яратып өлгөрә һәм ул уның күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡала. Бөрйән ере бөтә республиканан йыйыласаҡ ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙер.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бәхеттәре – тыуған ерҙә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Бәхеттәре – тыуған ерҙә
    Үҙ нигеҙҙәрен ташламай, бәхеттәрен тыуған ерҙә тапҡан матур күңелле кешеләргә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Илеш районының Иштирәк ауылында ғүмер итеүсе Гөлназ һәм Рәсих Сафиуллиндарҙың ғаиләһе лә нәҡ шундайҙарҙан. Бәхет ҡошоноң һатып та, атып та түгел, ә бары тик тырыш, намыҫлы хеҙмәт менән генә яулап алынғанын аңлап йәшәй улар. Сафиуллиндарҙың ғаилә ҡороп йәшәй башлауына ун йыл тула.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тир түкһәң – уңырһың Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    2006 йылдың 7 июлендә Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында гөрләп туй үтә. Был – Гөлназ менән Артур Әлмөхәмәтовтарҙың иң бәхетле көнө. Йәштәр татыу, матур итеп йәшәп алып китә.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылыбыҙ йәмле улар менән Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ауылыбыҙ йәмле улар менән
    Дүртөйлө районында тыуған яҡтарын хеҙмәте менән йәмләп йәшәгән йәш ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе – Иҫке Байыш ауылынан Эльвира һәм Ришат Зиннәтуллиндар.
    Ғаилә башлығы – Иҫке Байыш урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы, әле декрет ялында булған Эльвира – һатыусы. 2006 йылда ҡауышҡан йәш пар ауылда төпләнергә ҡарар итә. Хөкүмәт ярҙамы менән йорт һатып алалар. Тормоштарын нурға күмеп, улдары Рушан менән Эдуард донъяға килә. Рушанға – 2 йәш, Эдуардҡа – 4 ай.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тырыш студент Мәғәриф

    Альфред Фәхретдинов – Салауат индустриаль колледжының дүртенсе курс студенты, Президент стипендиаты. Был ҡаҙанышҡа ул яҡшы уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы һәм төрлө конкурстарҙа еңеүе өсөн лайыҡ булды.

    авторы: Нур | 25 июня 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru