Көсөң барҙа эшлә, тешең барҙа тешлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • ҠӘҘЕР КИСЕ
  • «Байыҡ» бейеү конкурсының III туры үтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә ---

    Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә үткәрелгән сираттағы кәңәшмә наркотиктар ҡулланыуға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш һөҙөмтәләренә һәм ошо йүнәлештә киләсәккә планлаштырылған эшмәкәрлеккә арналды

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рус мәктәбендә – Шәжәрә байрамы Башҡортостан

    Нәҫелен белмәгән нәсәпһеҙ булыр, ти халыҡ мәҡәле. Йола буйынса, башҡорттар үҙ нәҫелдәрен ете быуынға тиклем белергә тейеш. Тик үҙ тамырҙарын, зат-ырыуҙарын белеүселәр күпме икән? Шәжәрә һүҙенең асылын аңламаған, нәҫел-нәсәп ептәре өҙөлгән кешеләр барҙыр беҙҙең арала, моғайын.
    Рус мәктәбендә – Шәжәрә байрамы

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әҙер көйгә түләп бейегән билет хаҡы ҡайҙа китә? ---

    йәки Ҡайһы бер ауыл мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренең эшенә һүлпән ҡарауы хаҡында
    Хәҙерге ваҡытта төрлө саралар үткәреү өсөн ҙур-ҙур биналар төҙөлгән. Шуға ла һәр бер байрамды ҡыҙыҡлы, матур, зауыҡлы итеп уҙғарыу мөмкинлеге бар. Президентыбыҙға рәхмәт, уның тырышлығы менән хатта бәләкәй ауылдарҙа ла мәҙәниәт йорттары ҡалҡып сыҡты. Ләкин улар буш тора. Был иһә урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшләмәүе хаҡында һөйләй.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Быйыл да һынатмаҫтар ---

    Баҡалы районында яҙғы баҫыу эштәре гөрләй. Райондың баш агрономы Диләүир Нәбиев әйтеүенсә, быйылғы әҙерлек былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ. Көҙҙән үк 11000 гектар майҙанда ужым сәселә. Етерлек күләмдә орлоҡ һалына, 2500 гектар ер туңға һөрөлә.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан

    Саҡмағош районы хужалыҡтарында яҙғы сәсеү эштәре дәррәү башланды. Тәүге көндәрҙән үк 3500 гектарҙа бөртөклө культуралар сәселде лә инде. Шул иҫәптән 1500 гектарҙа – яҙғы бойҙай, 1500 гектарҙа – арпа, 500 гектарҙа – бер йыллыҡ үләндәр. Шулай уҡ 1400 гектарҙа ужым культуралары сәселгән. Райондың баш агрономы Рәсим Хаҡов әйтеүенсә, сәсеү орлоғоноң 19 процентын элита сорты тәшкил итә, ҡалған 81 проценты – репродукциялы.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәт – намыҫ эше ---

    Район хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре уңышлы башланып китте. Был, әлбиттә, район хакимиәтенең, етәкселәрҙең, механизаторҙарҙың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһе.
    Берҙәм көс менән барлығы 6330 тонна минераль ашлама тупланып, гектарына 36 кг ашлама запасы булдырылды, 8624 тонна орлоҡ ағыуланды.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Фән – ул тормоштоң нигеҙе Мәғәриф

    Фән – ул тормоштоң нигеҙе
    Һуңғы йылдарҙа фәндең әленән-әле йәш көстәр менән тулылана барыуы ҡыуаныслы күренеш. Йәштәр аспирантураға уҡырға инергә, фән менән шөғөлләнергә ынтыла, төрлө ғилми конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнаша. Шуларҙың береһе – Башҡорт дәүләт университетының физика факультеты аспиранты, Башҡортостан Президенты стипендиаты Тәлғәт Шәрипов. Ҡурған егете 9-сы синыфтан һуң Өфөгә уҡырға килеп, Республика лицей-интернатын – көмөш миҙалға, БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Әлеге көндә кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй.
    Йәш ғалим менән әңгәмәбеҙ уның ғилми тикшеренеүҙәре, фән менән ҡыҙыҡһыныусы йәштәр һәм фәндең киләсәге хаҡында.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҡылдың артығы юҡ Мәғәриф

    3-сө мәктәптең тантаналар залында бер заман алҡыштарҙан түбә күккә күтәрелә яҙҙы: бында йәш физиктар – һигеҙенсе, туғыҙынсы синыф уҡыусылары эшләгән һауа шары осто! «Физика беҙҙең әйләнә-тирәлә» тип аталған физика секцияһы ултырышында уҡыусылар һыҙмалар яһап, тамашасыларҙың күҙе алдында һауа шарын ҡул аҫтындағы тиерлек материалдарҙан яһанылар һәм ғәмәлдә һынанылар. Иҫәпләүҙәре дөрөҫ булғас ни, шар һауаға күтәрелде! Тулҡынланыуҙан йәш ғалимдарҙың маңлайҙарына хатта тир бәреп сыҡты – бар ғаләм алдында шул ҡәҙәре яуаплы мәлде кисер әле! Ғилми етәкселәре Р. Вәлиева, В. Старожук та уҡыусыларынан кәм тулҡынланманы – был осраҡта уларҙың да бит белем биреү оҫталығы һыналды.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru