Көрәге булһа, сүбе табылыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!» ---

    [b]Йәмил Намаҙбаев менән һөйләшкәндә уның шул тиклем аҡыллы, тулы яуаптарына һоҡланып та, аптырап та: «Әллә был егет ниндәй һорауҙар биреләсәген күҙаллап, алдан әҙерләнеп килгән инде...» – тигән уй баштан йүгереп үтте. Етмәһә, бөтә яуаптары ла саф башҡортса бит әле, бер ниндәй ҙә рус һүҙҙәре ҡатыштырып һөйләү юҡ! Шуға ла баш ҡалабыҙҙағы 136-сы башҡорт лицейында 7-се синыфта уҡыусы Йәмилгә юрый ғына төрлө-төрлө һорауҙар ҙа биреп ҡараным (хатта теманан да ситләшергә маташтым) – егет, ысынлап та, аҡыллы һәм етди булып сыҡты. Бәлки, кемдер, матур итеп башҡортса һөйләү ауыр эшме ни һуң ул, тип әйтер, тик Йәмилдең баш ҡала малайы икәнен иҫтә тоторға кәрәк! Һәм һүҙ ниндәй телдә һөйләүҙә түгел, нимә һөйләүҙә лә бит.
    «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    НУРҘЫ ҠАПЛАМАҺАҠ ИНЕ Башҡортостан » Хәтер

    НУРҘЫ ҠАПЛАМАҺАҠ ИНЕ
    Ил батыры – батырҙан,
    Батыр ирҙән тыуар ул;
    Атанан күреп, уҡ юнып,
    Атанан күреп, яу асып,
    Ил эсендә үҫәр у.
    Батырҙан батыр тыуғанда,
    Атаһындай булғанда,
    Бер быуын тип һанаған
    Илдә ғөмөр итәр у.
    Ундай батыр аҙ булыр,
    Булha ла, яңғыҙ һан булыр1.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла Мәҙәниәт

    Татарстанда көн күреүсе милләттәштәребеҙ республикабыҙ артистарын ашҡынып көтөп ала
    Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла
    Мәктәпкә уҡығанда бейеү менән шөғөлләнә торғайным, аҙ-маҙ йырлағаным да булды. Шул саҡта: Үҫкәс, артист булам, – тип күкрәк киреп йөрөгәнем хәтеремдә. Тирә-яғымдағыларҙың: Һинән ниндәй артист сыҡһын, өҫтәүенә, уларҙың гастролдән баштары сыҡмай, – тигән һүҙҙәренән уйымдан кире ҡайттым.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр кемдең хәүефһеҙлеге үҙ ҡулында Яңылыҡтар » Иғтибар

    Яҙ миҙгеле йылы көндәре, сағыу ҡояшы менән шатландырһа, янғын сығыу осраҡтарының йышайыуы күңелде ҡыра. Статистика буйынса, уларҙың 80 проценттан ашыуы торлаҡ йорттарҙа сыға. Ҡыҙыл әтәскә ҡаршы көрәшеүселәр тиҙ арала утты «тышаулаһа» ла, ҡайһы бер күренештәрҙән уларҙың эше ярайһы ғына тотҡарлана. Айырыуса баш ҡалабыҙҙың күп ҡатлы йорттарында йәшәүселәр үҙҙәре үк утҡа ҡаршы көрәшеү юлдарын яба.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шинель кейер алдынан Сәйәсәт » Әрме

    Әлшәй районы үҙәге Раевка ауылында традицияға ингән Хеҙмәткә саҡырыу көнө үтте. Бында райондың 22 урта мәктәбенән 300-ҙән ашыу 10-сы һәм 11-се синыф егеттәре һынау тотто. Улар, бик ныҡ тулҡынланып, үҙҙәренең Рәсәй армияһында хеҙмәт итеүгә әҙерлеген ғәмәлдә күрһәтте.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һеҙ йәшәгеҙ!» Сәйәсәт » Әрме

    Новосибирск юғары хәрби училищеһы курсанты, Учалы районы егете Радмир Сәғитовтың эше буйынса суд тамам
    «Һеҙ йәшәгеҙ!»
    – Әсәй, мин бөгөн «бишле» алдым! Шундай ҡыуанам! Был программа тап минең өсөн, хәрби училищеға уҡырға инеүемә шатланып бөтә алмайым, әсәй!
    – Балам, төнгө өс бит, шылтыратыуыңа ҡурҡып киттем... Улай һәр бер «бишле» билдәһен алған һайын шылтыратып ҡына аҡсаңды бөтөрәһең инде, улым.
    – Әле мин поста торам, ҡыуанысым эсемә һыймағанға һеҙгә шылтыратам шул, – телефон трубкаһында Радмирҙың шым ғына көлгәне ишетелә. – Хәрби офицер буласаҡмын – был минең булмышым! Мин бәхетле!..

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Француз ҡуйған швед спектаклен ҡараясаҡбыҙ Әҙәбиәт

    Әлеге көндә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уның репетициялары бара
    Йәмле июнь айында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары фәҡәт француз режиссеры күҙлегенән сығып ҡуйылған спектакль ҡарау бәхетенә эйә буласаҡ. Ошо көндәрҙә Өфөгә килгән Франция режиссеры Стефани Лоик шуны вәғәҙә итә лә инде. Сит ил ҡунағының республикабыҙ баш ҡалаһына килеү маҡсаты – М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһенә швед авторы Роберт Вальзерҙың Бенджамент институты романы буйынса өр-яңы спектакль сығарыу.
    Лоик ханым март башында театрҙа булып, артистар менән танышып киткәйне инде. Шул ваҡытта уҡ ошо спектаклде сәхнәгә сығарыу ҡарары ҡабул ителә. Стефани Лоиктың ҡарарын театр етәкселеге лә берҙәм хуплап сыға. Артистар ҙа сит ил режиссеры менән бергә эшләүҙәренә шат.
    Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, спектаклдең репетициялары башланған да инде. Бенджамент институты премьераһы менән башҡорт театрының 89-сы, юбилей алды ижад миҙгеле тамамланасаҡ.
    А. ИСМӘҒИЛЕВ.

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҙур спорт тирәләй Яңылыҡтар » Спорт

    Илья Ковальчук – иң көслө һөжүмсе
    Ҙур спорт тирәләй
    Халыҡ-ара хоккей федерацияһы Швейцарияла уҙған хоккей буйынса донъя беренселегенең иң көслө өс уйынсыһын билдәләне. Ҡапҡа һаҡсылары араһынан Беларусь ҡапҡасыһы Андрей Мезин, һаҡсыларҙан – Ши Уэбер (Канада) һәм иң шәп һөжүмсе кем тип уйлайһығыҙ? Эйе, Рәсәй йыйылма командаһынан Илья Ковальчук. Шулай итеп, 73-сө беренселектең символик йыйылма командаһы ошолай күҙаллана. Ҡапҡала – Андрей Мезин, һаҡсылар рәтендә Ши Уэбер һәм Кенни Йонссон (Швеция), һөжүмселәр – Илья Ковальчук, Мартин Сен-Луи (Канада) һәм Стив Стэмкос (Канада). Аптырарлыҡ, ә ҡайҙа беҙҙең Александр Радулов?..

    авторы: Нур | 14 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru