Ишектән кереп, төнлөктән сыҡма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Телефон аша аҡса «эшләгән»
  • Ҡолаҡ һал!
  • УРАҘА
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Нигеҙегеҙ ырыҫлы, өйөгөҙ ҡотло булһын! Башҡортостан » Милли проекттар

    Нигеҙегеҙ ырыҫлы, өйөгөҙ ҡотло булһын!
    – Әйҙә, Дуҫлыҡ монументын ҡуҙғалып китеү нөктәһе итеп алайыҡ. Артабан Ағиҙел йылғаһы яры буйлап һалынған яңы асфальт юлдан көнсығышҡа табан юл алаһың, – тип, хеҙмәттәшем миңә үҙенсә карта һыҙа башланы. – Ошо асфальт юл буйлап Таш кисеү аша (ул Ҡариҙел йылғаһы аша һалынған) алға, тик алға елдерәһең. «Жилино» тигән юл күрһәткесен үткәс, Силәбе трассаһы буйлап китәһең дә, «Охлебинино» тип яҙылған күрһәткестәге «юл элмәге»нән урап төшөп, тағы ла алға һәм «Исаково» тип яҙылған күрһәткестән уңға боролаһың. Артабан Шмитово ауылы, унан һуң тап һеҙгә кәрәк Шамонинға килеп төртөләһегеҙ...

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яугир ауылдаштарыма дан! Башҡортостан » Хәтер

    Илебеҙҙе фашистарҙан һаҡларға фронтҡа беҙҙең Манышты ауылынан иллегә яҡын кеше алына. Шуларҙың күбеһе һуғыш яланында ятып ҡала. Бик әҙҙәре генә, немец фашистарын үҙенең ояһында дөмөктөрөп, иҫән-һау ҡайта.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡорос ҡатыш ут эсендә Башҡортостан » Хәтер

    Бекешчаба ҡалаһына яҡынлашҡанда танкистар, көсөргәнешле алышта дошман гарнизонын тар-мар итеп, тулыһынса пехотаны, 7 танкты, 9 танкыға ҡаршы орудиены һәм байтаҡ автомашинаны юҡ итте. Корпустың механизацияланған бригадалары Кишуйсамаше кварталдарын фашистарҙан таҙартыу менән мәшғүл булған арала 41-се танк бригадаһы Карцаг ҡалаһына һөжүм башланы. Шунда разведка Орадея-Мареға төньяҡ-көнбайыштан яҡынлаусы ҙур дошман колоннаһы хаҡында хәбәр итте. Алыш төндә ҡыҙып китте.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ергә ғашиҡ ер улы Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    60 йәшлек Миңзаман ағай тыуған тупрағына тоғролоғон эше менән иҫбатлай
    Бишенсе синыфта туған әҙәбиәт дәресендә Ғилемдар Рамаҙановтың «Ураҡ өҫтө» шиғырын үтәбеҙ.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ менталитеты: һөйөнөсмө, көйөнөсмө? Яңылыҡтар » Иғтибар

    Бер соҡорға йәһүдтәрҙе, икенсеһенә башҡорттарҙы төшөргәндәр. Бер аҙҙан ҡараһалар, йәһүдтәрҙең барыһы ла ер өҫтөнә сыҡҡан, ә башҡорттар бөтәһе лә һаман соҡорҙа зарығып ултыра икән. Баҡтиһәң, йәһүдтәр, бер-береһенең яурындарына баҫып, тәүҙә берәүһен өҫкә сығарған, ти, аҙаҡ тегенеһе ҡалғандарын сиратлап үргә һөйрәгән. Башҡорттарға килгәндә инде, береһе өҫкә үрләй башлаһа, икенселәре, был сыға күрмәһен, тип, уны аҫҡа һөйрәп төшөрөп тик тора, имеш. Шуға ла улар ҡояш яҡтыһына сыға алмай, һалҡын ҡараңғы соҡорҙа ултырырға мәжбүр, ти.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҡташыбыҙ – ғорурлығыбыҙ! ---

    Диңгеҙ балыҡтары саҡмағоштар өсөн ят түгел
    Саҡмағоштар тормошта ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, сит өлкәләрҙә лә ғүмер иткән яҡташтарының төрлө бейеклектәр яулағанын, уңыштарға өлгәшкәнен ишетеп, улар өсөн ғорурлыҡ хисе кисерә.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙ байлығыбыҙҙы үҙебеҙ һаҡлайыҡ! Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәле янында булырға тура килгәйне. Шунда ике күренешкә кәйефем ҡырылып ҡайттым. Беренсенән, беҙҙең милләтебеҙҙең символы булған, яратҡан һәйкәлебеҙ янына фотоға төшөргә килгән туй ҡунаҡтары буш шарап, шампан, араҡы шешәләре ҡалдырып китә. Ҡала башҡорттарының ял итеү урынында бындай йәмһеҙ күренеште күреү ҡыйын. Әлбиттә, һәйкәл тирәһен таҙалап йөрөүсе лә шунда ине. Әммә һәр бер кеше артынан бөтәһен дә күреп, нисек йыйыштырып өлгөрмәк кәрәк? Унда дежурҙа торған милиция хеҙмәткәрҙәре ҡулдарына иҫерткес эсемлектәр тотҡан кешеләрҙе һәйкәл янына бөтөнләй үткәрмәһә икән.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Маҡсатым – киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ сығыш яһау» Мәғәриф

    «Аттың яҡшыһы алға сыға, егеттең яҡшыһы данға сыға», «Ат тешенән, егет эшенән билдәле», «Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ». Ошо һәм башҡа бик күп халыҡ мәҡәл-әйтемдәрендә башҡорт егеттәренең батырлығы, уңғанлығы тураһында әйтелә. Бөгөн ғорур, тырыш егеттәр әҙ, тип уйлаһағыҙ – хаталанаһығыҙ. Һуңғы йылдарҙа техник йүнәлештә һөнәр һайлау йәштәребеҙ араһында һирәк күҙәтелһә лә, уңышҡа өлгәшергә ынтылған, еңеүсе булырға тырышҡан һәм туған халҡына файҙа килтереп хеҙмәт итергә теләгән егеттәрҙең булыуы бик ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе – 20 – 23 апрелдә Беларусь Республикаһының Гомель ҡалаһында студенттар араһында теоретик механика буйынса уҙған халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашып ҡайтҡан Көньяҡ Урал дәүләт университеты студенты Артур Хәбибуллин менән осрашып әңгәмәләштем.

    авторы: Нур | 12 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru