Егет кеше яуҙа көс менән алдырһа, яланда эш менән алдыра.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Һаулыҡтың әhәмиәте электән килә
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Бәхетле инәй
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфөгә килмәһәң дә була Яңылыҡтар

    Башҡортостанда телемедицина үҙәктәре селтәре киңәйә. 1 Май байрамы алдынан Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ла медицина ярҙамының ошондай төр хеҙмәте асылды. Тимәк, был Республика клиник дауаханаһының операция бүлмәләренән туранан-тура трансляция яһау, табиптар һәм пациенттар өсөн алыҫтан тороп консультация үткәреү мөмкинлеге барлыҡҡа килде, тигән һүҙ. Бынан тыш, хәҙер дауаханала Рәсәй ғалимдары ҡатнашлығында видеолекциялар, семинарҙар үткәреү юлы менән белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү программаһын индереү ҙә мөмкин буласаҡ.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХЕҘМӘТЕНӘ КҮРӘ – ХӨРМӘТЕ Яңылыҡтар

    ХЕҘМӘТЕНӘ КҮРӘ – ХӨРМӘТЕ
    Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы алдынан БР Президенты М. Рәхимов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында коллегаларыбыҙ – матбуғат хеҙмәткәрҙәре булыуы беҙҙең өсөн дә ғорурлыҡ.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    УЛ ЕҢЕЛЕП ӨЙРӘНМӘГӘН Иҡтисад

    Ауылымдың Йәштәр урамында әллә ҡайҙан күҙгә ташланып, үҙенә саҡырып, ғорур күкрәк киреп ултырған ике ҡатлы ҡыҙыл кирбес йорт хатта трассанан ағылған машина водителдәренең һәм пассажирҙарының иғтибарынан ситтә ҡалмайҙыр. Әйтерһең дә, ул Андерсен әкиәтенән ысынбарлыҡҡа сыҡҡан байғош өйрәк бәпкәһенән матур аҡҡошҡа әүерелгән. Ә инде йорттоң эсенә инһәң, үҙеңде, ысынлап та, әкиәттәгеләй хис итәһең. Хужаларҙың алсаҡлығы иһә был сихрилыҡҡа тағы ла илаһилыҡ өҫтәй. Боронғоларҙың, бөйөклөктә – ябайлыҡ, тигәне был йортта, муллыҡта – ябайлыҡ, тип яңғырағандай. Ә бит барыһы ла тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ ярҙамында килгән.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Көрсөккә ҡаршы төп сара – күпләп торлаҡ төҙөү» Башҡортостан » Милли проекттар

    «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә биргән интервьюһында республика Хөкүмәте Премьер-министры ошо актуаль проблеманы нисек хәл итеп булыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хәтер дәфтәре биттәрен асам... Башҡортостан » Хәтер

    Хәтер дәфтәре биттәрен асам...
    9 Май – Еңеү көнө яҡынлашҡан һайын һуғыш дәһшәтен үҙ иңдәрендә татыған фронт һәм тыл ветерандарының күңел сәхифәләре ҡайтанан аҡтарылып, бәғерҙәрен телә, йөрәктәрен һыҙландыра. Бөгөнгө матур тормошта, йән һәм тән яраларын яңыртып, иҫләмәҫ тә ине улар үткәндәрҙе, әммә... мөмкинме һуң, күңел дәфтәрҙәрен ябып, бер аҙға онотолоу? Юҡ, ярамай оноторға һәм онотолорға! Киләсәк быуынға һабаҡ өсөн кәрәк был хәтирәләр

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ӨЛӘСӘЙЕМ ХӘТИРӘЛӘРЕ Башҡортостан » Хәтер

    Өләсәйем менән, ҡыҙығып, телевизорҙан фильм ҡарайбыҙ. Ул ҡыҙыҡ та, мауыҡтырғыс та, ҡыҙғаныс та, сөнки 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан hуғышы тураhында. Өләсәйемдең йөҙө борсоулы, тәьҫораттарға бирелеп ҡарай. Түҙмәне, тороп, тәҙрә янына барып баҫты. Мин уның моңhоу күҙҙәренә төбәлдем. Ҡәҙерлемдең мөләйем күҙҙәрендә йәш тамсылары емелдәй ине. Түҙмәнем: «Өләсәй, hиңә ни булды? Был бит фильм ғына, унда бит артистар ғына уйнай», – тип йыуатырға тырыштым. «Эй, бала, бала, – тине өләсәйем. – Бала ғынаhың шул әле. Мин уның фильм икәнен беләм, аңлайым, ләкин ул ысынбарлыҡты hүрәтләй, үткәндәрҙе иҫкә төшөрә».

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеү яҙы – йәшәү наҙы! Башҡортостан » Хәтер

    Ғүмер кешегә бер генә бирелә. Уны төрлөсә үтеүселәр бар. Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Әхләм Дауыт улы Сәлимгәрәев оҙон һәм ауыр тормош юлы кисергән.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәңге һүнмәҫ ялҡының Башҡортостан » Хәтер

    Әсәйемдең ауыр һуғыш йылдарында тылда эшләп алған миҙалын һәм унан һуңғы йылдарҙа бирелгәндәрен мин әле лә иң ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайым
    1941 йылдың 22 июнендә дәһшәтле һуғыш башланғас, әсәйҙәребеҙ ил йөгөн иңдәренә күтәргән. Мин ул саҡта бик бәләкәй булғанмын. Ира апайыма ни бары һигеҙ йәш. Салт аяҙ торған бер ғәрәсәтле көндә беҙ – әсәйем, атайым, Зоя апайым менән Ира апайым һәм мин – һөйөклө ағайҙарыбыҙҙы оҙатырға килгәнбеҙ.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru