Һыу бешеү менән май сыҡмай, һағыҙ сәйнәп, май сыҡмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тантана
  • УРАҘА
  • Тәмле
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • Атың булһа, ил таный
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ОНОТМАЙБЫҘ ҺИНЕ, ЯУГИР Башҡортостан » Хәтер

    Зыярат... Ауылдаштарҙың hуңғы төйәге. Уны уратып үҫкән зифа буйлы hылыу аҡ ҡайындар ҡәбер тынлығын hаҡлай. Бына бер ҡәбер ташы. Уны соҡоп, шундай hүҙҙәр яҙылған: «Мәhәҙиев Fәйфулла Хәбибнәжәр улы. 15.08.1921 – 23.01.1987».
    Шанлы яу юлдарын үткән Бөйөк Ватан hуғышы ветераны, хөрмәтле мөғәллим ине Fәйфулла ағай.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшәһен ерҙә тыныслыҡ Башҡортостан » Хәтер

    Тыуған илен йәненән артыҡ күреп яратҡан яугир бирешмәй
    Йәшәһен ерҙә тыныслыҡ
    Үкенескә күрә, йылдан-йыл илебеҙ бөтөнлөгө, тыныслығы өсөн йәнен-тәнен аямай көрәшкән яугирҙарҙың сафы һирәгәйгәндән-һирәгәйә... Был – аяуһыҙ тормош ҡануны. Әммә беҙ уларҙың тиңһеҙ батырлығын йөрәктәребеҙҙә һаҡларға, киләһе быуынға түкмәй-сәсмәй еткерергә тейешбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарына яу яланында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелгән орден-миҙалдар нимә тип сыңлаған ишеткәнегеҙ бармы? Улар өнһөҙ генә ил азаматтарын данлай, тыныслыҡ өсөн ҡан ҡойған йәш ғүмерҙәргә мәҙхиә йырлай. Үкенескә күрә, ул миҙал-ордендарҙың хужалары берәм-берәм яҡты донъяны ташлап китә. Усман Арыҫланов – Байым ауылының иҫән ҡалған берҙән-бер һуғыш ветераны.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һуғыш йылдары хәтирәләре Башҡортостан » Хәтер

    Һуғыштың нисек башланып китеүен аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Сөнки миңә ул ваҡытта биш йәш тә тулмаған булған. Әммә ул килтергән ауырлыҡтарҙы, бигерәк тә аслығын, яланғаслығын, төрлө ғазаптарын, етмәһә, «халыҡ дошманы» балаһы исемен дә татырға тура килде. Әлбиттә, был ғазаптарҙы бер мин генә түгел, бөтә ил, ауыл менән кисерҙек. Шуларҙың бер нисәһен генә иҫкә алып китеү фарыз.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сталинград һаҡсыһы Башҡортостан » Хәтер

    Үлем менән йәшәү араһында
    Тормош Иванды бик иркәләмәне. Туғыҙы ла тулмаған малай тәүҙә алыҫ туғандарында батрак булып хеҙмәт итә, иртән тороп мал-тыуарҙарын ҡарай, эсерә, аҫтарын таҙарта. Алыҫ туған тип ҡарап тормай бай малайҙары, саҡ ҡына яҙа баҫтымы, шунда уҡ ҡайыш сыбыртҡы арҡаһында уйнай ҙа башлай. Көс-хәл менән саҡ ысҡына Иван Кардашов һәм, тоҡсайына ярты ҡалас икмәк, бер нисә картуф һалып, «туғандарынан» ҡасып, алыҫ юлға сыға. Тәүҙә ул Ҡуса шахталарында тимер рудаһы сығара, ә Бөйөк Ватан һуғышы алдынан шул уҡ шахтала хәрбиләштерелгән янғын һүндереү командаһы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ил өҫтөн ҡара төтөн ҡаплаһа ла, уны һуғышҡа алмайҙар – бронь менән ҡалдыралар. Әммә бөтә һау ирҙәр фронтта ҡан ҡойған ауыр көндәрҙә тылда нисек ятмаҡ кәрәк?! Иван Кардашов хәрби комиссариатҡа рапорт артынан рапорт яҙа, һәм тик 1942 йылдың яҙында ғына уны фронтҡа оҙаталар.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡорос ҡатыш ут эсендә Башҡортостан » Хәтер

    Ҡорос ҡатыш ут эсендә
    Шәйхенур Хәмәтнур улы Мирсаев 1925 йылдың 6 июлендә Борай районының Ҙур Салҡаҡ ауылында донъяға килә. 1942 йылда Салҡаҡ урта мәктәбен уңышлы тамамлап, йәй көнө тыуған ауылында тракторсы, бригадир ярҙамсыһы булып ең һыҙғанып колхоз эштәрен башҡарғандан һуң шул уҡ йылдың сентябренән тыуған мәктәбендә уҡытыусы сифатында хеҙмәт юлын башлай. 1943 йылдың 10 февралендә Ҡыҙыл Армия сафына хеҙмәткә саҡырыла.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йөрәктәрҙә – данлы иҫтәлегең Башҡортостан » Хәтер

    Советтар Союзы Геройы булған ҡартатайыбыҙ Суфый Хажи улы Суфьяновтың ҡаһарманлығы алдында баш эйәбеҙ
    Йөрәктәрҙә – данлы  иҫтәлегең
    Еребеҙгә йәмле яҙ килеп, донъя йәшәргәс, йәмләнгәс, был тормоштоң матурлығына тағы ла шатланабыҙ. Гүйә яңынан тыуабыҙ, һәм шул саҡ беҙҙе, һаҡ булығыҙ, ошо хозур донъяға янаған яуыз көстәр ҙә бар әле ер йөҙөндә, тип иҫкәрткәндәй, Бөйөк Еңеү байрамы – 9 Май етә. Ул халҡыбыҙ өсөн үтә лә тантаналы, ҡәҙерле.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшен йәшнәп үтеп китте –ер өҫтө тағы ла йәшәрҙе Башҡортостан » Хәтер

    Ейәнсура районының Үтәғол ауылында йәшәүсе күпте күргән, күпте кисергән Абзания инәй Ҡыуатова-Ишкининаның хәтирәләре
    Йәшен йәшнәп үтеп китте –ер өҫтө тағы ла йәшәрҙе
    Аяҡ аҫты бер аҙ һурығып, көн апаруҡ ҡына ултырғас, Абзания инәй урынында ултырып сыҙаманы. Таяғына таянып, ишек алдын, урам тирәһен бер аҙ ҡараштырып-йыйыштырып алырға кәрәк, тип, өйөнән сыҡты. Бала саҡтан ҡара эшкә өйрәнгән йән түҙҙерәме ни инде: аяҡтары һыҙлауға, биле ебәрмәүгә ҡарамаҫтан, һыңар ҡулына бирсәткә кейеп, эре-төрө ҡый-һайҙы сүпләштергән булды, берсә көрәк, берсә һеперткегә тотоноп, хәленән килгәнен башҡарҙы. «Хәйерһеҙең, ошо ҡыш оҙайы өйҙә хәрәкәтһеҙ ултырып, әҙәм балаһының кәре ҡайта икән. Ҡара ергә аяҡ баҫыу менән бил яҙып эшкә тотонһаң, тән үҙенән-үҙе яҙылып китеүен китә лә ул», – тип үҙ алдына һөйләнде. Ауылдағы улдары килеп, «һә!» тигәнсе эшләп китеүен китерҙәр ҙә ул, тик уларҙың хәстәре баштан ашҡан. Әҙ булһа ла ҡыбырлай торайым, тигән аҙабы инде уның.

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күсәр ---

    ҠУЛДАН-ҠУЛҒА МАШИНА...
    Автомобиль һатып алырға теләгән һәр кем һайлау алдында тора: өр-яңыһын һатып алырғамы, әллә ҡулданмы? Ике осраҡта ла үҙенең өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре бар. Мәҫәлән, водитель танытмаһына саҡ эйә булғандарға шундуҡ яңы автомобиль һатып алырға кәңәш итмәҫ инем, тәжрибә туплау өсөн, өйрәнсеккә ҡулда булғаны ла ярай. Берҙән, улар юлда йөрөп шымарып, һыналған һәм шуға уны йөрөтөүе лә ауыр булмаясаҡ, икенсенән, тәжрибәһеҙлек арҡаһында машинаны артыҡ йонсотоу ҙа (газға артыҡ

    авторы: Нур | 7 мая 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru