Башы нисек - ахыры шулай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Ағас күрке – япраҡ, тиһәләр, урман күрке – мышылар...
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ҺАЙ, ҺЫЛЫУҺЫҢ, БАШҠОРТ ҠЫҘЫ! Яңылыҡтар » Конкурстар

    ҺАЙ, ҺЫЛЫУҺЫҢ, БАШҠОРТ ҠЫҘЫ!
    Әгәр мин ир-егет булһам, башҡорт ҡыҙҙарының «Һылыуҡай – 2009» республика конкурсында ҡатнашҡан ҡыҙҙарға ҡарап, аһ, итер инем. Һай, сибәр үҙҙәре, ул зифа буй-һын, ул нәзәкәтлелек, ул толомдар... Атлап йөрөүҙәрен күрһәңсе?! Гүйә, үҙе бер сәнғәт тиерһең. Фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәримов менән миңә эш барышында, баш мөхәрриребеҙ Артур Дәүләтбәковҡа жюри составында ошондай гүзәл тамашаның шаһиты булырға насип булды.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милли орнаментлы телефон көплөгө Мәҙәниәт

    Лянтор башҡорттары балалары милли мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһына

    «Ханты-Манси Автономиялы Округы башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһының башҡорт телен, Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеүсе мәктәптә үҙенсәлекле дәрес – Лянтор халыҡ ижады йорто оҫталары «Башҡорт милли орнаменты менән кеҫә телефондарына көплөк әҙерләү» мастер-класы үткәрҙе.
    Муниципаль мәҙәниәт учреждениеһының заманса әйбер-ҙәрҙә милли орнаментты һаҡлауға, милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуға, балаларҙың ижади һәләтен, илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә йүнәлтелгән берлектәге сара үткәреү тәҡдимен йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Р. Ҡолманбәтов һәм мәктәп уҡытыусыһы Г. Шәмсетдинова шунда уҡ хуплап сыҡты, тейешле материалдар һатып алынды.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тарихын белгән – тамырын белгән Башҡортостан » Хәтер

    Республиканың Хәрби Дан музейындағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы Башҡортостанға арналған экспозиция ике ҡатҡа урынлаштырылған. Беренсе ҡатта – төрлө предприятиеларға, ауыл хужалығына, медицинаға ҡағылышлы материалдар. Аслы-туҡлы йәшәгән ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро һәм үҫмерҙәр етештергән продукция фронтҡа ебәрелә. Икенсе ҡаттағы экспозиция Башҡортостан Республикаһында төҙөлгән дивизияларға арнала. Тыл хеҙмәтсәндәренә арналған материалдарға айырым туҡталып үтәм.
    Бөйөк Ватан һуғышы бөтә ил халҡы өсөн ҙур һынау булды. Башҡортостан хеҙмәтсәндәре лә Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәшәү тәмен белә юл эшсеһе Иҡтисад

    Йәшәү тәмен белә юл эшсеһе
    Кем яратмай икән үҙен маҡтағанды, эшен хуплағанды?! Берәүҙәр яҡшы һүҙ ишетеп, күҙ алдында балауыҙҙай иреп китә. Икенселәрҙең, маҡталғанда, йөҙө алһыулана, улар уңайһыҙлана, ҡулдарын ҡайҙа ҡуйырға белмәй аҙаплана, әйтер һүҙен онота. Өсөнсөләр ҡаты, дорфа ҡылана: «Яратмайым ярам-һаҡланыуҙы»... Ә шулай ҙа, Ғайса Хөсәйенов әйтмеш-ләй, аҡылһыҙ ғына яҡшы баһаның ҡәҙерен белмәҫ. Рыҫҡужа ауылында Эльвира һылыу менән донъя ҡороп, Иҙрис исемле ул үҫтергән Әбйәлил юл төҙөлөш-ремонт идаралығының юл эшсеһе Данил Хөснөтдинов яҡшы һүҙҙең ҡәҙерен белә. Ғөмүмән, тормоштоң, ғаиләһенең, йәшәү ҡәҙерен белә, шуға ла матур йәшәргә, дан итеп эшләргә ынтыла. Ихласлығын, донъя көтөргә әүәҫлеген өйөндә ҡатыны Эльвира күреп ҡыуанһа, йүнселлеген, тырышлығын эшен-дә етәкселәре ыңғай баһалай. Былтыр, мәҫәлән, Данил, юл мастеры Ғәлийән Абдразаҡов, электрик Вә-зир Мусин, механик Фәһим Латипов, участка начальнигы Рәсүл Хәмзин, диспетчер Земфира Хәйруллина, водитель Сергей Сухов, тракторсы Нәғим Карнаев менән бер рәттән, «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» тип табылған.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хеҙмәт династияһын дауам итеүсе Иҡтисад

    Хеҙмәт династияһын дауам итеүсе
    Тупланған белемде, тәжрибәне, оҫталыҡты атайҙар – улдарына, ағайҙар ҡустыларына нәҫелдән-нәҫелгә тапшыра килеп, хеҙмәт династиялары барлыҡҡа килә. Бер тамырҙан сыҡҡандар, ғәҙәттә, туғанлыҡ ептәре менән тығыҙ бәйләнгәнгә күрә бер-береһен һынатмаҫ өсөн тырышып эшләй.
    Нурия Суфиянова Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығына иҡтисадсы булып яңы ғына эшкә ингән. Ә шулай ҙа уға ҙур өмөт бағлайҙар. Сөнки ҡыҙҙың олатаһы ла, атаһы ла – ошо предприятиела лайыҡлы хеҙмәт юлын үткән абруйлы кешеләр: Нәжип Мөхәмәтйәр улы Суфиянов райондың юл хужалығы менән ике тиҫтәгә яҡын йыл етәкселек итеп, техника туплауға, кадрҙар әҙерләүгә тос өлөш индерә; Фәрит Нәжип улы иһә – идаралыҡтың иң тәжрибәле водителдәренең береһе.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юлдар илтә офоҡтарға Иҡтисад

    Май сүлмәге тышынан билдәле, юлсыларҙың эше – һалған юлдарынан
    Беҙҙең тормош – оло юл. Берәүҙәрҙең ғүмер юлы самолеттарҙың осоп күтәрелеү юлына оҡшаған, ә икенселәрҙеке – хас та номерлы федераль трасса, өсөнсөләрҙеке – соҡор-саҡырлы арба юлы, ә дүртенселәрҙеке – беленер-беленмәҫ кенә кәзә һуҡмағы... Ниндәй генә булмаһын, һәр кемдең юлы ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле, төрлө кимәлдә ҡатмарлы. Ләкин бөгөнгө һүҙебеҙ ғүмер юлдары тураһында түгел, ә ауылдарҙы, ҡалаларҙы бер-береһенә тоташтырып, атлас-карталарҙа ҡан тамырҙарын хәтерләткән ябай юлдар, дөрөҫөрәге, уларҙы төҙөгән, ремонтлаған кешеләр хаҡында.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ялтыр ҡабына ҡыҙыҡмағыҙ Иҡтисад

    йәки Баҡса миҙгеле алдынан орлоҡтар, үҫентеләр һатып алғанда нисек алданмаҫҡа?

    Яҙ көнө баҡсасыларҙы бер һорау борсой башлай – ҡайҙан сифатлы һәм беҙҙең тәбиғәткә яраҡлашҡан ауыл хужалығы үҫемлеге орлоғон һатып алырға? Орлоҡтарҙың күплеге күҙҙе ҡамаштыра, уларҙы баҙарҙа, баҡса кәрәк-ярағы магазиндарында, хатта юл ситтәрендә лә һаталар. Баҡсасылар ял көндәрендә баҡсаларына ашыға, шуға ла уңайлы тип юл буйында торған һатыусыларҙан сәскә орлоғонан башлап алмағас, груша йәки башҡа үҫенте, экзотик үҫемлектәргә тиклем һатып алалар.
    Ләкин шуны иҫтән сығармаҫҡа кәрәк: баҡсаны бит бер йылға ғына түгел, ғүмерлеккә, балаларға, ейәндәргә етерлек итеп ултыртабыҙ. Алмағас кеүек үҫентеләр ваҡытында, 3 – 4 йылдан емеш бирһен тиһәгеҙ, беҙҙең республикала үҫкән, тәбиғәт шарттарына яраҡлашҡан, районлаштырылған, сифатлыларын һайларға кәрәк.
    Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының орлоҡтарҙы контролдә тотоу бүлеге яҙғы-көҙгө сәсеү-ултыртыу осоронда баҙарҙарға, магазиндарға, юл буйҙарына рейдтар үткәрә. Күп осраҡта орлоҡтар бер ниндәй документһыҙ йәки яраҡлылыҡ ваҡыты үткән документтар менән һатыла. 2008 йылда ғына «Орлоҡ тураһында» законды боҙоуҙың 39 осрағы теркәлгән.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    НИСЕК ФЕРМЕР БУЛЫРҒА? Иҡтисад

    Кем һин, фермер?
    Ауыл ерендә күптәр, фермер хужалыҡтары төҙөргә ниәтләһә лә, эште нимәнән башларға белмәй, юғалып ҡала. Килеп тыуған мәсьәләгә бер аҙ асыҡлыҡ индереү өсөн төп һорауға яуап бирәйек әле – кемдәр һуң ул фермерҙар?
    Закон буйынса, шәхси хужалығы булған һәр кемдең фермер (крәҫтиән) хужалығын төҙөү хоҡуғы бар. Әлбиттә, иң тәүҙә ниндәй йүнәлештә эшләргә ниәтләнеүеңде аныҡ билдәләргә кәрәк. Беҙҙә үҫемлекселек, йәшелсә-емеш үҫтереү, малсылыҡ, ҡошсолоҡ менән шөғөлләнергә мөмкин. Шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, һаҡлау, транспортировкалау, һатыу менән мәшғүл булып та, фермер булып китергә ярай.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru