Йүгәнһеҙ тороп булһа, һөнәрһеҙ тороп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Аллаhы Тәғәлә бойороҡтары
  • Октябрь (Ҡарасай)
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ИРӘҮӘН БАРҘА ИР ҮЛМӘҪ Сәләмәтлек

    Мәрүәт, бесәй табан, бесәй икмәге, гөлнәфис, тырнаҡ гөл
    (просвирник круглолицый, мальва)


    Бала саҡта юл ситтәрендә лә, нигеҙ буйҙарында ла үҫкән был үләндең иң осондағы кескәй ҡаласҡа оҡшаған йәшкелт, түңәрәк һәм ялпаҡ, бүлкәтле емештәрен ашап йөрөгәнем хәтеремдә. Шәрбәт һымаҡ ине улар. Әммә үләндең исеме иҫтә ҡалмаған. Аҙаҡтан мин уның менән яҡынданыраҡ таныштым.
    Мәрүәттең тотош йәшел өлөшө төрлө ризыҡтар әҙерләргә ярай. Тик уны алдан турап, тоҙло һыуҙа бешереп алырға кәрәк. Ошо килеш ашҡа һалырға ла, салаттарға ҡушырға, шәрбәт эслектәр яһарға ла була. Ит турағыстан үткәрһәң, ул пюре буласаҡ. Емештәрен айырым йыйып (ярайһы уҡ мәшәҡәтле эш), маринадларға йә тоҙларға була. Йәшел массаһын һабағы менән тотошлай ҡышҡылыҡҡа, алдан ваҡлап, тоҙларға ла, киптерергә лә мөмкин.
    Мәрүәт культураға ла индерелгән, уны декоратив үҫемлек булараҡ та, салат үҫемлеге итеп тә үҫтерәләр. Медицинала ҡулланылмай.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Жанр үҫеш юлында Әҙәбиәт

    Хикәйәләр конкурсының йомғаҡтары хаҡында
    2006 йылда (9 декабрь, 67) бөйөк әҙип Р. Солтангәрәевтың исемен мәңгеләштереү, хикәйә жанрын үҫтереү маҡсатында «Йәшлек» гәзите Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Көйөргәҙе районы хакимиәте менән берлектә әҙәби конкурс иғлан иткәйне. Ике йыл дауамында барған конкурс яңы исемдәр асты, уҡыусыларҙы фәлсәфәүи йөкмәткеле әҫәрҙәр менән ҡыуандырҙы.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Томан. Иҫерек «гаишник» үҙбушатҡыс машинаны туҡтата ла:
    – Мин һинән бишенсе тапҡыр һорайым, машинаңдан нимә ҡойола?
    – Иптәш капитан! Мин һеҙгә инде бишенсе тапҡыр яуап бирәм! Ҡыш... Боҙлауыҡ... Минең машинанан ҡом ҡойола!..

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡ барс» – чемпион! Яңылыҡтар » Спорт

    «Аҡ барс» – чемпион!
    Шулай итеп, быйылдан башлап уйнатылған КХЛ беренселегенең тәүге призеры билдәле булды. Финал уйынының һуңғы хәл иткес көсөргәнешле осрашыуында Ҡаҙандың «Аҡ барс» командаһы Ярославлдең «Локомотив»ын 1:0 иҫәбенә отоп, Гагарин кубогын яуланы. Был инде Татарстан Республикаһы хоккей клубының үҙ тарихында өсөнсө ҙур уңышы. Быға тиклем улар ике тапҡыр (1998, 2006) Рәсәй чемпионы булғайны һәм хәҙер килеп йыһанға ла беренсе булып юл ярҙылар. Афарин! Шулай ҙа «Локомотив» уйынсылары ла был күрһәткескә лайыҡ ине. Нишләйһең, еңеүсе берәү була. Уҙған миҙгелдә лә улар, финалға сығып, «Салауат Юлаев»тан еңелде. Яңы миҙгелдә, моғайын, уларҙың урамына ла байрам килер.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тал бөрөһө, тал бөрөһө, Сәләмәтлек

    Ҡар иреп, ер өҫтөнән күңелле шарлауыҡтар аға. Һауала терелеп килгән тәбиғәт еҫе аңҡый. Йылға буйындағы талдарҙа йомшаҡ ҡына аҡ йөнлө бөрөләр тиртә.
    Элек-электән славяндарҙың тал бөрөһөнә ҡарата мөнәсәбәте үҙенсәлекле булған, улар төрлө йола үтәгәндә ҡулланылған. Оҙайлы ҡыштан һуң бөтә ағастарҙан да тәүҙә уянған һәм үҙенә ҡояштың тәүге нурҙары йылыһын һеңдергән көмөш төҫтәге тал бөрөһө ҙур көскә эйә, тип һаналған һәм православие байрамдарының береһенең төп атрибутына әйләнгән.

    авторы: Нур | 14 апреля 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Интернет гүзәле һинең тауышыңды көтә! Яңылыҡтар, "Йәшлек" гүзәле, Конкурстар

    Интернет гүзәле һинең тауышыңды көтә! «Йәшлек» гәзите интернет селтәрендә «Һылыуҡай – 2009» республика конкурсында ҡатнашыусы ҡыҙҙар араһында «Интернет гүзәле – 2009» сибәрен асыҡлаясаҡ.
    Гәзитебеҙ сайтында ҡыҙҙарҙың фотолары, улар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреләсәк. Интернетта тауыш биреү аша иң күп тауыш йыйып еңеү яулаусы һылыуҡай иһә «Йәшлек» гәзите мөхәрририәтенең махсус бүләгенә лайыҡ буласаҡ.
    Тауыш биреү 6 апрелдә башланып, 11 апрелдә сәғәт 1-ҙә тамамланасаҡ. Күңелегеҙгә хуш килгән гүзәлкәйгә http://www.yeshlek-gazeta.ru/foto_conkurs/12/ адресы буйынса тауыш бирергә онотмағыҙ, дуҫтар!

    авторы: admin | 4 апреля 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Соус менән тауыҡ Сәләмәтлек

    Соус өсөн 3 – 4 бүлкәт һарымһаҡты бер ҡалаҡ үҫемлек майында крем хәленә килгәнсе иҙергә. Шуға бер семтем тоҙ, ярты балғалаҡ төйөлгән ҡара борос һәм бер аш ҡалағы томат пастаһы йәки соусы һалып болғатырға. Ошо соусты тауыҡ боттарына һәйбәтләп һыларға, һауытҡа теҙеп, бер нисә сәғәткә йәки, иң яҡшыһы, бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Боттарҙы табаны ҡапҡас менән ябып ҡыҙҙырырға, көйҙөрмәҫкә. Соусҡа бер аҙ ғына шарап йәки шарап һеркәһе, горчица, йә булмаһа, бал да ҡушырға мөмкин.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бергә аш ейҙек, баш эймәнек Яңылыҡтар

    Ижадсының аҡ ҡағыҙға текләп ниҙәр кисереүен ул үҙе лә, шул ҡағыҙ ғына белә. Күреп-һынап йөрөүемсә, ҙур яҙыусылар, ғәҙәттә, ижади ниәттәре, әле аҡҡа төшмәгән әҫәрҙәре хаҡында сиселеп бармай. Ижад даирәһе, ахырғы емештәренән күптәр ауыҙ итер булһа ла, сит күҙҙәр, ят ҡолаҡтар өсөн ябыҡ. Әҙәби әҫәрҙең, музыканың тартыу көсө, бәлки, ошо мәңгелек серлелектәлер.
    Шағир кешенең тәбиғәте ғәжәпләнерлек. Әҙәбиәт, ижад тураһында һүҙ сыҡтымы, шағир һине лә, мине лә, фани донъяны ла онота, үҙ фекеренә үҙе мауығып, шуның шырлыҡтарына инеп китә. Шағир мауыҡтымы, уны бүлдермәгеҙ, шағир әҫәрләнеп китеп шиғыр уҡығанда гонаһлы еребеҙгә ҡайтармай тороғоҙ. Ижад кешеһе донъялыҡ менән йәшәмәй, ул ожмахтың бикле ишектәрен шаҡып ҡарай, тамуҡтың һәр саҡ асыҡ ишектәренә инеп юғала.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru