Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Июнь
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • РФ Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының IV ҡышҡы универсиадаһы тамамланды Яңылыҡтар » Спорт

    РФ Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының IV ҡышҡы универсиадаһы тамамландыГөрләп торған баш ҡалабыҙҙың тормошон уҙған аҙнала РФ Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының IV ҡышҡы универсиадаһы тағы ла шаулатып ебәрҙе. Шулай булмайса, спорт бәйгеһендә ҡатнашыу өсөн Өфөгә Рәсәйҙең 44 юғары уҡыу йортонан студенттар йыйылһын әле! Универсиадала студенттар мини-футбол, ҡышҡы полиатлон, саңғы уҙыштары, өҫтәл теннисы, шахмат, гер күтәреү, дзюдо һәм армрестлинг кеүек спорт төрҙәре буйынса көс һынашты. Ярыштар бик ҡыҙыу барҙы. Дәғүәселәр етди, һәр команда ныҡлы әҙерлек менән килгән. Ниһайәт, барыһы ла артта, еңеүселәрҙе асыҡлайһы ғына ҡалды. Йомала «Юбилейный» мәҙәниәт һарайында универсиаданы ябыу тантанаһы үтте.
    Биш көн дауам иткән көсөргәнешлек тә, арығанлыҡ та юҡҡа сыҡҡан, барыһында ла байрам кәйефе генә тантана итә. «Универсиада ла, Башҡортостан да бик оҡшаны, ярыштар күңелле һәм ойошҡан үтте.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып... – 5 Яңылыҡтар » Спорт

    Әлеге ваҡытта дебют яһаусы Гагарин кубогының дүрт дивизионға бүленгән командалары араһынан ярымфиналға сығыусыларҙан Чернышовтың дивизионын ғына көслө тип әйтергә булалыр. Сөнки уларҙан «Аҡ барс» менән «Динамо» хоккейсылары ярымфиналға сығып, хәҙер төп приз өсөн үҙ-ара көрәшен дауам итә. Ә бына Харламов менән Тарасов дивизиондарынан берәр команда элитаға сыҡһа, Бобровтыҡылар, ярымфинал түгел, баштан уҡ төшөп ҡалып бөттө. «Салауат Юлаев» менән «Атлант» уйынсылары 1/8 финалда ятып ҡалһа, «Спартак» сирекфиналда тыпырсынып маташты.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балаларҙың ялы ял булһын ---

    Яҙ етеп, ҡояш сағыуыраҡ балҡыған һайын, күңел йәйгә ашҡына. Һәр кем йәйге ялын ҡайҙа, нисек уҙғарыу тураһында уйлана башлай. Балаларҙың йәйге ялын файҙалы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәреү хаҡында иһә Хөкүмәт кимәлендә хәстәрлек күрелә. Республика йортонда балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса республика ведомство-ара комиссияһының киңәйтелгән ултырышында һөйләшеү ошо хаҡта барҙы. Уның эшендә уҡыусыларҙың йәйге ялын ойоштороуға ҡағылышы булған министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары ҡатнашты.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҫмерҙәр енәйәтселегенә ҡаршы Башҡортостан

    БР Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев алып барған комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, республикала үҫмерҙәр тарафынан һәм улар ҡатнашлығында башҡарылған енәйәттәр кәмей бара. Мәҫәлән, 2007 йылда енәйәт ҡылыуҙа бөтәһе 3413 үҫмер ҡатнашһа, былтыр бәлиғ булмаған енәйәтселәрҙең һаны 549-ға кәмегән, үҫмерҙәр тарафынан 2982 енәйәт ҡылынған, был, 2007 йыл менән сағыштырғанда, 435-кә әҙерәк. «Бындай статистика, әлбиттә, һөйөндөрә, әммә ҡайһы бер райондарҙа һәм ҡалаларҙа хәл әлегәсә көсөргәнешле килеш ҡала», – тип, Илдус Ғөбәйҙулла улы бының сәбәбен асыҡлау маҡсатында һүҙҙе Дыуан районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, райондың бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияһы рәйесе Вера Глушко менән Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Агишеваға бирҙе.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башкортостан яңылытары Яңылыҡтар

    Өфөлә республика энергетика системаһының ҙур күләмле инвестиция проекты – 5-се ТЭЦ төҙөлә башланы. Ул һуңғы йылдарҙа баш ҡалала күҙәтелгән электр энергияһы дефицитын 300 МВт-ҡа кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Өфө – Дмитриевка юлының уң яғында һалынған ТЭЦ «Башкирэнерго» акционерҙар йәмғиәте иҫәбенә төҙөлә.
    «Аҡбуҙат» республика психоневрология шифаханаһы Башҡортостан иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн республика хөкүмәтенең Дипломына лайыҡ булды. Ул – Рәсәйҙәге нәҫел буйынса сирле балаларҙы дауалаусы берҙән-бер уникаль шифахана. Бында балалар ата-әсәләре менән дә ял итә.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буш, тип, тапалып үлгәндәр Яңылыҡтар

    Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында дискотекаға бушлай инеү өсөн этеш-төртөш арҡаһында дүрт кеше һәләк булған.
    Шәмбе кисендә, сәғәт 23.00 тирәһендә, дискотека үтәсәк бина ишектәре алдына 200-гә яҡын йәш кеше йыйылып өлгөргән була. Ойоштороусылар, тәүге 30 минутта инеү бушлай буласаҡ, тип белдерә. Шул сәбәпле башланған этеш-төртөш арҡаһында дүрт кеше – өс ҡыҙ (барыһы ла 10-сы синыф уҡыусылары) һәм 29 йәшлек егет тапалып үлә. Шулай уҡ тағы ла һигеҙ кеше төрлө тән йәрәхәте алған, берәүһе дауаханала ята. Ҡаланың эске эштәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ҡорбандар күберәк булыр ине, ярай әле «ЧП» урынына милиция хеҙмәткәрҙәре килеп өлгөрә һәм күҙҙәре тонған йәштәрҙе «һыуытыу»ға өлгәшә.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өс тапҡыр урланған ҡыҙ... Яңылыҡтар, Тормош юлдары ҡатмарлы

    Рәсәйҙә тыуған һәм Францияла урланған кескәй Лизаның тарихы ысын мәғәнәһендә детектив киноны хәтерләтә.
    Өс йәшлек ҡыҙын балалар баҡсаһынан алып сығып барған француз океанологы Жан Мишель Андреға ҡапыл ике бил-дәһеҙ кеше һөжүм итә. Иҫен юғалта барған атай ниндәйҙер ҡатындың уның ҡыҙы менән тыныс ҡына машинаға ултырып киткәнен генә хәтерләй. Аҙаҡ, хас та кинолағыса, ике вертолет машина артынан ҡыуа сыға, әммә ҡыуып етә алмай. Хәҙер инде ҡыҙҙы бар Европа буйлап эҙләйҙәр.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Уҡырға, уҡырға һәм уҡырға!» Яңылыҡтар

    Рәсәй вуздары ректорҙарының быйыл үткән съезында РФ Президенты Д. Медведев студенттарға һәм вуздарға көрсөк мәлендә нисек ярҙам ителәсәге хаҡында һөйләне.
    Президенттың әйтеүенсә, әле түләп уҡығандарҙан 25 мең самаһы студент (әлбиттә, үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткәндәр) 2009 йылда бюджет урындарына күсереләсәк. Сөнки, РФ Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн вуздарҙағы түләүһеҙ урындарҙың 10 процентҡа тиклеме буш тора икән. Көрсөк эҙемтәләренә ҡаршы сираттағы аҙым: уҡыу өсөн түләү хаҡтарын «туңдырыу». «Хаҡтар һумдарҙа күрһәтелергә һәм студент уҡып бөткәнсе үҙгәрмәҫкә тейеш», – тип белдерҙе Д. Медведев.

    авторы: admin | 24 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru