Иртә торған егеттең ырыҫы артыҡ, иртә торған ҡатындың өлөшө артыҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эш солтаны
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Йондоҙнамә
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Айсберг Әҙәбиәт » Хикәйә

    «Рәхмәт һиңә, Гөлмилә, барыһы өсөн дә. Тик ирендәреңдең ҡайнарлығын татыу миңә яҙмағандыр инде», – тигән уйҙар менән урынымдан ҡуҙғалдым.
    Ҡыҙҙар һуңғы курста уҡығанда ла үҙемдә яндарына барып йөрөмәҫкә көс таптым. Курс февралдә тамамланды. Әйберҙәре ауыр булғанлыҡтан оҙатып ҡуйыуҙы джентльменлыҡ бурысы итеп иҫәпләнем. Самолетҡа ултырҙылар. Самолет, ҡырпаҡ ҡарҙан буран туҙҙырып, күтәрелеп китте. «Хуш, Гөлмилә», – тип тороп ҡалдым йәш ҡар туҙаны эсендә.
    «Райондың иң алыҫтағы бер ауылына эшкә ебәрелгән», – тигән хәбәр килде. Дүртенсе курста уҡығанда медицина институтына уҡырға ингән Көнһылыу исемле ҡыҙ ауыл күстәнәстәре менән бергә минең өсөн ҡаранан да ҡара ҡайғыға тиң хәбәр ҙә килтергән. «Айсберг кейәүгә сыҡҡан...»

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яҙҙым туҙға... Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Йәшлек ике килмәй, тиҙәр...
    Мин дә һиңә бер килдем.
    Үкенескә ҡалмаһын, тип,
    Бер килгәндә гөр килдем!

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ирәүән барҙа ит үлмәҫ Сәләмәтлек, Башҡортостан

    Ирәүән барҙа ит үлмәҫҺарына
    (лилия кудреватая, саранка).
    Лилиәләр ғаиләһенә ҡараған был матур сәскәле үҫемлекте хәҙер тәбиғәттә табыуы ҡыйын. Халыҡ фольклорында уның йотлоҡ йылдарында киң таралған ризыҡ булыуы йыш иҫкә алына. Миңә ҡалһа, ауыл тирәләрендә һарынаның юҡҡа сығыуы ла шуға бәйлелер. Уның ҡарауы, лилиәләр хәҙер һәр баҡсаның күркәм биҙәге булып ултыра.
    Оҙон ғүмерле (ә уны егерме йылға яҡын йәшәй, тиҙәр) һарынаның ярайһы уҡ тәрәндә үҫкән бүлкәт-бүлкәтле һуғанбашы ҡуш йоҙроҡтай булыуы мөмкин. Һуғанбашты сей килеш ашарға ла, бешерергә лә ярай. Башҡорт халҡында һарынанан бешерелгән бутҡаның тәлге тигән исеме бар. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы, майлыраҡ бүлбеләрҙе тәмләп ҡарар өсөн баҡсала үҫкән сәскәнең тамырын ҡаҙыу ҙа етә. Үкенескә күрә, шунан артығын тәҡдим итеп булмай, сөнки һарына беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк ҡалған.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Микротулҡынлы мейестә әҙерләнгән бутербродтар Башҡортостан

    Микротулҡынлы мейестә әҙерләнгән бутербродтарБутербродтарҙы әҙерләгәндә, бер нисә кәңәште иҫтә тотоғоҙ.
    Икмәктең аҫты көймәһен һәм мейес эсенә артыҡ быу сыҡмаһын өсөн уның аҫтына фольга ҡуялар. Бутербродтарҙы тулҡын аҫтында оҙаҡ тотһаң, икмәктең ҡатыуын онотмағыҙ. Ит, ветчина һәм колбасаны ҙур киҫәкләп түгел, ә бер нисә йоҡа киҫәккә бүлгеләргә кәрәк. Түбәндәге бутербродтарҙың бөтәһе лә мейесте бар көсөнә асып эшләнә.
    Ветчиналы бутерброд. Бер телем аҡ икмәк, 2 – 3 йоҡа телем ветчина (йәки колбаса), 2 – 3 телем помидор, 2 балғалаҡ ыуылған сыр.
    Икмәк телеменә ветчинаны һәм помидорҙы теҙеп, өҫтөнә сыр һибәләр. Ярты минут йылытырға кәрәк.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып...– 2 Яңылыҡтар » Спорт

    Шулай итеп, ярыштарҙың иләгенән төшөп ҡала-ҡала, Гагарин кубогына өмөт итеүселәрҙең өс командаһы билдәле булды. Башта был уңышҡа ошо серияла әллә ни ҡаршылыҡ күрмәгән Мәскәүҙең «Динамо» хоккейсылары өлгәште. КХЛ дебютанты Латвияның «Динамо» клубын 1/8 финалда өс уйында еңел генә отҡас, сирекфиналда уларға ҡаршы данлыҡлы ЦСКА уйынсылары сыҡҡайны. Сыҡҡайны, тибеҙ, сөнки улары ла көтмәгәндә өс осрашыуҙа 2:1, 7:1 һәм 5:1 иҫәптәренә еңелде. Әгәр инде «Динамо», ысынлап та, көслө икән, тимәк, бәйгенең төп дәғүәсеһе булыр, моғайын. Тик әлегә ярымфиналда уларҙың дәғүәсеһе билдәһеҙ.

    авторы: admin | 17 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Белдереү Яңылыҡтар » Иғтибар

    Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернаты яҙғы каникул көндәрендә – 25 – 28 мартта 7-се синыф уҡыусылары өсөн төрлө фәндәр буйынса (башҡорт теле, математика, рус теле) олимпиада үткәрә. Олимпиадала ҡатнашырға теләүсе уҡыусыларға үҙҙәре менән 1-се синыфтан башлап бөтә уҡыу йылдарында өлгәшеү табеленең күсермәһен һәм тыуыу тураһында таныҡлыҡты (төп нөсхәһе һәм күсермәһе) алып килеү мотлаҡ.
    Олимпиада көндәрендә килгән уҡыусылар өсөн дөйөм ятаҡта йәшәү һәм гимназия ашханаһында туҡланыу, театрҙарға, музейҙарға йөрөтөү ойоштороласаҡ. Бер кешегә тәүлегенә – 500 һум.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Һеҙ яҡшы хужабикәме? Конкурстар, Сәләмәтлек

    Һәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙен уңған хужабикә итеп күргеһе, ошо хаҡта маҡтау һүҙҙәре ишеткеһе килә. Әммә ҡайһы саҡта бындай һүҙҙәрҙе бик оҙаҡ көтөргә тура килә! Ә беҙ һеҙгә икенсе юл тәҡдим итәбеҙ. Түбәндәге һынамыш һорауҙарына яуап биреп, балдарҙы иҫәпләп сығығыҙ ҙа, үҙегеҙҙең ниндәй хужабикә булыуығыҙҙы күрерһегеҙ.
    1. Һеҙгә һыуытҡыс, телевизор, кер йыуыу машинаһы һәм киске күлдәк һатып алырға кәрәк икән, әммә шуларҙың береһен генә алырға мөмкинлек бар. Нимәне һатып алыр инегеҙ?

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡалар ҡояшына ҡыҙынып... Яңылыҡтар » Спорт

    Быйылғы миҙгелдә КХЛ беренселегендә төшөп ҡалғандарҙан булып һаналған «Авангард» хоккейсылары мөғжизә тыуҙырыуын дауам итә. Рәсәй чемпионы «Салауат Юлаев» командаһын нокаутҡа ебәргәс, улар бәйгенең икенсе төп фавориты – «Аҡ барс»ҡа ла ныҡлап тотонмаҡсы. Сирекфиналдың тәүге алышында Омск уйынсылары быны иҫбатланы инде. Икенсе осрашыуҙа уларға саҡ ҡына бәхет етеңкерәмәне. Төп ваҡытта хужаларға 2:1 иҫәбенә отола килеп, уйын тамамланыуға дүрт секунд ҡалғас, Ягрҙың командаһы иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Өҫтәмә ваҡыт еңеүсене асыҡлай алмағас, буллит серияһында Ҡаҙан хоккейсылары оҫтараҡ булып сыҡты һәм дөйөм иҫәпте тигеҙләне.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru