Булдыҡлы булмағанды булдырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Илдә булмаған ат
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Баден-Вюртемберг халҡының ҡайғыһын уртаҡлашты Яңылыҡтар

    Кисә Германияла матәм көнө булды. Винненден ҡалаһында 17 йәшлек үҫмерҙең 16 кешене атып үлтереүе хаҡында уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар инде.
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов фажиғәгә бәйле Баден-Вюртембергтың Премьер-министры Гюнтер Х. Этингерға ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһы ебәрҙе.
    «Хөрмәтле Гюнтер Х. Этингер! Башҡортостан халҡы барлыҡ Баден-Вюртемберг халҡының һәм зыян күреүселәрҙең туғандарының, яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлаша», – тиелә унда.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар: «тура бәйләнеш»! Яңылыҡтар

    17 мартта БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе балалар һәм йәштәр ижтимағи ойошмаларын үҫтереү һәм уларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса «тура бәйләнеш» ойоштора. Һеҙҙең һорауҙарға БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының балалар һәм йәштәр хәрәкәтен үҫтереү секторы мөдире Регина Хисаметдинова яуап бирәсәк. 10.00 – 13.00 сәғәттәрҙә 250-39-71 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    12 мартта РФ Президенты Дмитрий Медведев Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе итеп Елена Скрынникты тәғәйенләне.
    Бер аҙна элек кенә ул илебеҙҙең власть структураларында ҡатын-ҡыҙҙарҙың бик аҙ булыуы тураһында һөйләп ултырғайны. «Испанияла булғанымда, – тине ул, – Рәсәй Хөкүмәтендә гүзәл заттарҙың аҙ булғаны өсөн мине «тәнҡитләп» алдылар, ни тип яуап бирергә лә белмәнем. Беҙгә был өлкәлә хәлде яҡшыртырға кәрәк».
    Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, хәҙер РФ Премьер-министры янына өсөнсө ҡатын-ҡыҙ өҫтәлде. Иҫегеҙгә төшөрәйек, быға тиклем Хөкүмәттә гүзәл заттарҙан Т. Голикова һәм Э. Нәбиуллина эшләп килә ине.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тамырҙарыңды белеү мөһим Башҡортостан, Милли проекттар

    ОБСЕ-ның аҙ һанлы милләттәр эштәре буйынса юғары комиссары Кнут Воллебек Башҡортостанға эш сәфәре барышында Стәрлетамаҡ районының Золотоношка ауылындағы украин тарихи-мәҙәни үҙәгендә булды.
    Золотоношка украин ауылы 100 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Яҡынса 1900 йылдарҙа Черкасск губернаһынан килеп урынлашҡан улар. Ауыл халҡының 80 проценттан ашыуы – украиндар. 1999 йылда бында БР Президент Указы менән тарихи-мәҙәни үҙәк булдырыла.
    Кнут Воллебек ауылдың бай тарихы хаҡында һөйләүсе музей экспонаттары, украин телендә бик күп әҙәби фонд туплаған китапхана менән танышты. Рәсәйҙәге берҙән-бер украин уҡытыу-тәрбиә комплексы ла Золотоношка ауылында урынлашҡан. Ул мәктәп һәм балалар баҡсаһын үҙ эсенә ала. Бында балаларҙы өс йәштән украин телендә уҡыта башлайҙар.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Илештәр әүҙемерәк Яңылыҡтар

    Күптән түгел Дүртөйлө берләшкән почтамтының отчет йыйылышы уҙғарылып, унда үткән йылғы эш һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар билдәләнде. Сарала республикабыҙҙың матбуғат баҫмалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Гәзит-журналдарҙың баш мөхәр-рирҙәре һәм хәбәрселәре баҫмаларын иң күп яҙҙырған почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
    «Йәшлек» гәзите бүләктәре башлыса Илеш районының хат ташыусыларына эләкте. Сөнки йәштәр баҫмаһын алдырыусылар һаны Илештә Дүртөйлөгә ҡарағанда күпкә артығыраҡ.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар: «тура бәйләнеш»! Яңылыҡтар

    18 мартта 15 сәғәттә «Йәшлек» гәзите «Юлдаш» каналы менән берлектә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе хосусилаштырыу буйынса «тура бәйләнеш» ойоштора. Уҡыусылар менән һөйләшергә Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры урынбаҫары Илдар Сәғит улы Әминев киләсәк. 8 (347) 273-46-38 телефоны аша редакцияға шылтыратып, ер участкалары (пайҙар), уларҙы халыҡҡа бушлай таратыуҙың тәртибе, исемлектәр, документтар йыйыу, хоҡуҡтарығыҙ буйынса һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ.
    Һеҙҙән хаттар, шылтыратыуҙар көтәбеҙ.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр өсөн саралар Яңылыҡтар, Милли проекттар

    13 – 15 майҙа Өфөлә Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының форумы үтәсәк. Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сиктәрендә уҙғарылған сараға 35 йәшкә тиклемге йәш ғалимдар, аспиранттар, студенттар саҡырыласаҡ. Фәнни слет барышында «түңәрәк өҫтәл»дәр, конференциялар уҙғарыласаҡ, «Йәштәр инновациялары салоны» тип исемләнгән күргәҙмә ойоштороласаҡ.
    Ә 1 апрелдә Өфөлә «Юморина – 2009» фестиваленең гала-концерты уҙасаҡ. Юмор һәм көлкө байрамында район һәм ҡала кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа «иң-иң»дәр тип табылған командалар ҡатнашасаҡ. Әле БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты республика йәштәр фестивалендә ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Рәсәй Ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар ассоциацияһы ойошторған «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» конкурсы Рәсәйҙә 12-се тапҡыр уҙғарыла.
    Унда Башҡортостандың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ла әүҙем ҡатнаша. Быйылғы бәйгелә республиканан биш лауреат булды. Улар «Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры» төбәк этабы конкурсы еңеүселәре: «Байрам өсөн ҡаптар» магазины директоры Ирина Иванова (Өфө), «Персона» парикмахерҙар салоны селтәре директоры Светлана Липагина (Өфө), Благовещендан 1-се гимназия директоры Ирина Жданова һәм «Голд» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Светлана Иванцова (Күмертау). Улар конкурстың федераль этабының дипломына һәм миҙалдарға лайыҡ булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан эшҡыуар Альбина Бикмәтова «Йәш йыл директоры» конкурсында еңде.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru