Ҡоро ҡулға ҡорал яу.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Кредит хаҡы... – төрмә
  • «Төндә атыр гөл»
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡаршы алалар
  • Янылыктар
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Баҙар хаҡтары Иҡтисад

    Баш ҡаланың Үҙәк баҙарында ит һатыусылар байтаҡҡа кәмегән. Моғайын, был көндәрҙең йылыныуына бәйлелер. Әммә эре малдың, һарыҡ итенең хаҡы бөтөнләй үҙгәрмәгән тип әйтергә була – артмаған да, кәмемәгән дә. Шулай ҙа ҡаҙ-өйрәктең хаҡы төшкән – ҙур ҡаҙҙы 900 һумға алып була, етмәһә, һатыусылар «төштән һуң хаҡты тағы ла төшөрәбеҙ» тип тора.
    Ә бына ауыл ҡаймағы ҡиммәт икән! 700 грамлы банка 140 һумға һатыла, етмәһә, ауыл ҡаймағын һатыусы апай Үҙәк баҙарҙа гел генә тиерлек «монополист», кисә лә бер үҙе генә ҡаймаҡ яратыусыларҙы ҡыуандыра ине. Янындағы һатыу нөктәләре буш.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Еңеүең менән, коллегабыҙ! Яңылыҡтар » Иғтибар

    БР Президенты Указы менән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы «Тынғыһыҙ малай» һәм «Яҙмыш фалы – йәшлектә» китаптары өсөн «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Факил МЫРҘАҠАЕВҠА бирелде.
    Хеҙмәт юлын тыуған Миәкә районының «Октябрь» гәзитенән башлап, олпат «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары вазифаһына еткән коллегабыҙ Факил Сәлих улы – өлкәндәр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Йәш хәбәрсе», «Ҡамғаҡ», «Аҙашҡан болан балаһы» исемле китаптар авторы ла, «Русса-башҡортса ауыл хужалығы терминдары һүҙлеге», «Батыр хаҡында һүҙ» (С. Юлаев хаҡында фекерҙәр тупланмаһы), «Фәһемле фекерҙәр донъяһында», «Тарих шаңдауы» (Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүе хаҡында фекерҙәр тупланмаһы) йыйынтыҡтарын әҙерләп нәшер итеүсе лә.

    авторы: admin | 14 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һин – йөрәгебеҙ түрендә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Донъяла әсәйҙән дә ҡәҙерле, изге кеше юҡ. Тормошта уның кәрәклеген, кәңәштәренә мохтажлығыңды олоғая барған hайын нығыраҡ аңлайhың, күҙгә-күҙ ҡарашып бер серләшергә ине, тип зар-интизар булаhың.
    Минең әсәйем гүр эйәhе инде. Хәҙер беҙҙең эргәбеҙҙә булhа, үҫеп буй еткереп, hөнәр алып, был тормошта үҙ урындарын тапҡан, татыу донъя көткән балаларын күреп, нисек ғорурланыр ине, тип уйлайбыҙ. Ләкин ауыр тормош беҙҙең ҡәҙерлебеҙҙе бик иртә, 59 йәшендә генә, был фани донъянан алып китте.
    Әсәйем Зыяда Fәйфулла ҡыҙы Хәмзина – Ҡырмыҫҡалы районының Мөкәй ауылы ҡыҙы. Бик иртә етемлекте татый ул. Уға 10 йәш булғанда атаhы Бөйөк Ватан hуғышында hәләк була.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Аҫыл ҡәйнәләр Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Ҡәҙерле ҡәйнәләрем тураһында бәйән итеү өсөн фекер туплай башлағас, алдымда бер генә һорау торҙо: кемеһе тураһында яҙырға? Береһе тураһында яҙмай ҡалдырыуға күңелем дә, ҡулым да бармай. Сөнки беҙҙең бөгөнгө йәшәүебеҙ икеһенә лә бәйле. Улар тураһында яҙыу – олонан-оло бурысым. Шулай итеп, һүҙем оло ҡәйнәм – Сәғәҙәнә Мырҙағәлина һәм уның килене, йәғни минең ҡәйнәм Лира Йәнбәкова тураһында.
    Оло ҡәйнәмдең яҙмышы – ил яҙмышы. Тарихтың һәр бөгөлөшө, һикәлтәһе уның тормошона уңалмаҫ яралар һала. Шуға ҡарамаҫтан, рух ныҡлығын, күңел бөтөнлөгөн, эске көслө үҙәкте һаҡлап йәшәй белгән башҡорт ҡатыны ул.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рухлы шағир ҡатыны ине Әҙәбиәт

    Рухлы шағир ҡатыны инеКисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормош юлдашы
    Надежда Васильевна ҒАРИПОВА
    76 йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы.
    Халҡыбыҙҙың бөйөк шағирының ҡатыны, тормош иптәше күптән вафат булһа ла, уның рухына тоғро ҡалды, үлемһеҙ ижадына яңы һулыш өҫтәне.
    Ул ғүмере буйы ысын мәғәнәһендә халыҡ шағиры ҡатыны булып йәшәне һәм халыҡ шағиры ҡатыны булып китеп барҙы.

    Ауыр булыр һиңә минең менән
    Уртаҡ яҙмыш бүлеп йәшәүе, –
    Юлымда бар тау-таш, боролмалар,
    Күк күкрәүе, йәшен йәшнәүе...

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Светлана Ишморатова ғәҙел спорт яҡлы Спорт, Башҡортостан

    Светлана Ишморатова ғәҙел  спорт яҡлыЯңыраҡ Өфөлә уҙған биатлон буйынса асыҡ Европа беренселегенә билдәле спортсы, ошо төр буйынса Олимпия уйындарының ике тапҡыр чемпионкаһы, шулай уҡ донъя беренселеге һәм кубогы еңеүсеһе һәм призеры Силәбе һылыуы Светлана Ишморатова ла килде. Чемпионат һәм дә Рәсәйҙең биатлон «күгендә» сыҡҡан ғауға хаҡында ул: «Чемпионат бик юғары кимәлдә ойошторолған. Беҙ хатта ғорурлана алабыҙ. Ашханаһын күрҙегеҙме? Был йәһәттән күп Европа илдәре маһая алмай. Трасса ла яҡшы әҙерләнгәйне. Ғөмүмән, Башҡортостанда һәйбәт комплекс төҙөгәндәр. Бер генә үтенес бар, халыҡ өсөн трибунаны ҙурайтырға кәрәк. Биатлон һөйөүселәр күп, тимәк, уларҙы ла был байрамдан мәхрүм итмәҫкә кәрәк.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гагарин кубогы «йыһаны»нда һигеҙ команда ҡалды Яңылыҡтар » Спорт

    Хоккей буйынса КХЛ беренселегенең тәүге плей-офф уйындарының сирекфиналсылары билдәле. Гагарин кубогының «йыһаны»нда «Аҡ барс», «Атлант», ЦСКА, «Спартак», «Локомотив», «Металлург» (Мг.), «Авангард» һәм «Динамо» (Мәскәү) командалары уңышлы «осоу»ын дауам итә. Ә бына төп фаворит булып һаналған, хәҙер инде экс-чемпион «Салауат Юлаев» һәм СКА хоккейсылары, көтмәгәндә дәғүәселәренә абынып, уйынды ситтән күҙәтергә мәжбүр. Бында «Авангард»тың әллә ни ғәйебе лә юҡ, сөнки өфөләр үҙҙәренә үҙҙәре хөкөм сығарҙы. Дәғүәсене баһалап еткермәне, абруйына, көсөнә ышанды.
    Күп һөйләүҙән фәтүә юҡ, әйҙәгеҙ, башҡа клубтарҙың сығышын ҡарайыҡ. Әлбиттә, 1/8 финалдың ЦСКА менән бирешмәҫ «Лада»ның уйыны үткән башҡа осрашыуҙарға ҡарағанда иң көсөргәнешлеһе булғандыр.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Салауат» «баш»һыҙ ҡалды Яңылыҡтар

    Уҙған миҙгелдә «йондоҙ»ло состав менән «Салауат Юлаев» командаһын чемпион иткән тренер Сергей Михалев отставкаға китергә мәжбүр. Сөнки әлеге КХЛ беренселегендә даими беренселектә уңышлы сығыш яһаһа ла, уның тәрбиәләнеүселәре плей-оффтың тәүге турында уҡ мәсхәрәле рәүештә еңелеп, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Бына нимә тине ул үҙенең китеүе хаҡында:
    – Беҙ еңелдек. Нишләйһең, шулай килеп сыҡты инде. Клуб етәкселеге ғәйепте минән тапты. Үҙ теләгем менән китеүем хаҡында ғариза яҙҙым һәм башҡа клубтарҙың тәҡдимдәрен көтәм. Команда менән нимә булырын белмәйем, һәм был хәҙер минең эш түгел инде. Ғөмүмән, Өфөләге эшем менән ҡәнәғәтмен. «Салауат»ты чемпион иттем, даими беренселектә ике тапҡыр еңеүсе лә булдыҡ. Ҡыҙғаныс, әммә хушлашырға тура килә.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru