Йөк ауырын наркүтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балаларҙың ялы ял булһын
  • Күсәр
  • Йондоҙнамә 9-15 июнь
  • Яңылыҡтар
  • Әрме – 2008
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Интернет-конференцияға рәхим итегеҙ! Яңылыҡтар, Милли проекттар

    Ошо көндәрҙә "Йәшлек" йәштәр порталының башҡорт форумы ағзалары Интернет-конференцияла йыйылып, үҙ-ара фекер алышты. Был һөйләшеү Ҡаҙағстан Республикаһында "Кәңәш" исемле башҡорт халыҡ үҙәге асылыуға арналды.
    Интернет-конференцияла Ҡаҙағстандан ете кеше, Темәстән – өс, Авдондан, Бөрйәндән – берәр, Өфөнән, Учалынан икешәр кеше ҡатнашты.
    Киләсәктә ошо интернет программаһы аша Ҡаҙағстандағы һәм башҡа төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙҙе туған телгә өйрәтеү буйынса ике аҙна һайын конференция үткәрелеп торасаҡ.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡатын-ҡыҙҙарға йыһан кәрәкме? Яңылыҡтар

    Ниһайәт! Роскосмос башлығы А. Перминов йыһангирҙар рәтенә ҡыҙҙарҙы ла ала башларға вәғәҙә бирҙе.
    Дөрөҫ, был белдереү рәсми сарала түгел, ә «Йәштәр йыһанды һайлай» тип аталған асыҡ дәрес барышында ғына яңғыраны, әммә шулай ҙа уйланырға урын бар. 2009 йылдың майынан Халыҡ-ара йыһан станцияһында элекке кеүек өс түгел, ә инде алты кеше «дежур» итә башлаясаҡ. Әммә Роскосмоста профессиональ йыһангирҙар һаны ул хәтлем үк күп түгел, тимәк, тиҙҙән илгә яңы осоусылар кәрәк буласаҡ. Шул уҡ АҠШ-та, мәҫәлән, «йыһанды яулау» дәүерендә тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ йондоҙҙар янына барып ҡайтҡан, ә Ер шарында беренсе булып гүзәл затты йыһанға сығарған Рәсәйҙә иһә ни бары өс ҡатын-ҡыҙға бындай бәхет йылмайған. Йыһангирҙар отрядындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Н. Кужельная ла, ун йыл буйы йыһанға сығырға әҙерләнеп тә, үҙ сиратын көтөп ала алмайынса, хаҡлы ялға оҙатылған.

    Айгиз САФИН әҙерләне.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һаҡланғанды һаҡлармын» Яңылыҡтар

    Төньяҡ Корея (КХДР) тиҙ арала үҙ Ҡораллы Көстәрен тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләндермәксе.
    Илдең Сит ил эштәре министрлығынан әйтеүҙәренсә, Пхеньян өсөн был мәжбүри аҙым: АҠШ һәм уның «дуҫтары» тарафынан хәрби һөжүм ҡурҡынысы бер ҙә кәмергә уйламай, ә һуңғы айҙарҙа, киреһенсә, арта ғына. Һүҙ әлеге ваҡытта Көньяҡ Кореяла барған хәрби күнекмәләр тураһында. Унда бер нисә тиҫтә мең Көньяҡ Корея һалдаты һәм офицеры менән берлектә 26 мең АҠШ хәрбийе лә ҡатнаша. «Бөгөнгө хыянатсыллыҡ һәм ике йөҙлөлөк хөкөм һөргән заманда иртәгә нимә булыры ла билдәһеҙ, ә илебеҙҙең сиге буйында үткән хәрби күнекмәләр иһә, әлбиттә, беҙҙе тағы ла нығыраҡ һағайта ғына», – тип белдерә министрлыҡ.
    Пхеньян вәкилдәре шулай уҡ АҠШ Президенты Барак Обамаға КХДР тураһында һөйләгәндә һүҙҙәрҙе һайлап һөйләргә һәм суверенлы дәүләттең эске эштәренә ҡыҫылмаҫҡа кәңәш иткән.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртәгәһен уйлаған... Яңылыҡтар

    «Финанс көрсөгө арҡаһында Европаның бюджет килеме – 10, ә Рәсәйҙеке 30 процентҡа кәмегән», – тип белдерҙе РФ финанс министры А. Кудрин РФ Хөкүмәте ултырышында.
    Министрҙың тәҡдим итеүенсә, ошо һәм киләһе йылдарҙа бюджет дефицитын ҡаплау өсөн Рәсәйгә Резерв фондында йыйылған аҡсаны тотона башларға кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, РФ Резерв фондында көрсөккә тиклем 8 триллион һум булһа, 2009 йылдың 1 мартына унда 4,8 триллион һум ҡалған. Әммә ул аҡса илгә тик 2011 йылдың икенсе яртыһына тиклем генә етәсәк, аҙаҡ иһә Рәсәйгә тағы ла сит дәүләттәрҙән бурысҡа долларҙар һорап торорға тура килер, ахыры. «Юҡ-юҡ, былар тик иң пессимистик күҙаллауҙар ғына, – тип йыуата илдең төп финанс белгесе, – Хөкүмәт иһә, финанс көрсөгө бик тиҙҙән тамамланыр, нефткә лә хаҡтар ҡабаттан күтәрелер, тигән яҡты өмөттәр менән йәшәй».
    Шул уҡ ваҡытта тынысландырып үтәйек, Хөкүмәт 2009 йылға планлаштырылған сығымдарҙы ҡыҫҡартырға уйламай.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Социаль билеттарға хаҡ арта Иҡтисад

    Һуңғы ике йылда Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә берҙәм юл йөрөү билетының хаҡын күтәрергә ҡарар ителгән.
    2009 йылдың 1 апреленән ул айына 250 һум күләмендә билдәләнә. Социаль билеттың әлеге хаҡы (200 һум) 2007 йылдың апрелендә билдәләнгән була һәм шул ваҡыттан алып бер ҙә үҙгәрмәй. Билдәле булыуынса, берҙәм социаль юл йөрөү билеты граждандарҙың айырым категорияларына социаль ярҙам күрһәтеү маҡсатында 2005 йылдың ғинуарынан индерелә. Социаль юл йөрөү билеты менән файҙаланыу хоҡуғына федераль һәм төбәк регистрына индерелгән граждандар, пенсионерҙар, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре эйә.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан яңылыҡтары Яңылыҡтар

    Дауалау-профилактика учреждениелары мәғлүмәттәре буйынса, бер аҙна эсендә республикала 1100 сабый тыуған. 26 февралгә ҡарата йыл башынан донъяға килгән балалар һаны 9165 булһа, 6 мартҡа 10265 бала иҫәпләнә. Белгестәрҙең фекеренсә, әлеге ыңғай демографик үҫеш – ил һәм республика кимәлендә әсәлекте, балалыҡты һәм бала табыуҙы яҡлау буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәһе.
    Мәғариф министрлығында «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә иң яҡшы уҡытыусыларҙы аҡсалата дәртләндереүгә документтар ҡабул ителә башланы. РФ Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Башҡортостан өсөн билдәләнгән квотаға ярашлы, 2009 йылда 100 мең һум күләмендәге аҡсалата дәртләндереүҙе 363 педагог аласаҡ. Һайлап алыу ете төп критерий буйынса башҡарыла.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Юғары сифат өсөн Яңылыҡтар

    «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһында йәмәғәт транспорты менән идара итеүҙең яңы системаһы индерелгән. Бындай система әлегә Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Навигациялы юлдаш ҡорамалы ҡала һәм ҡала-ара автотранспорт хәрәкәтен күҙәтеп барырға ғына түгел, диспетчерға расписаниены оптималләштерергә лә булышлыҡ итә.
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов навигациялы юлдаш системаһының эше менән танышты. Республика етәксеһенең һорауҙарына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Камил Мәмәтҡазин яуап бирҙе. Һөйләшеүҙә шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин ҡатнашты.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Прогрессив система – беҙҙә генә Яңылыҡтар

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 5 мартта эш сәфәре менән Мәскәүҙә булып ҡайтты. Бында ул Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫешен баһалау параметрҙарын камиллаштырыу мәсьәләһе һәм Волга буйы федераль округының мәғлүмәт-аналитика системаһын ойоштороу перспективалары буйынса округ кәңәшмәһендә ҡатнашты.
    Уны РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота алып барҙы. Кәңәшмәгә Рәсәй иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Андрей Клепач, Волга буйы төбәктәренең дәүләт власы органдары етәкселәре лә килгәйне.

    авторы: admin | 12 марта 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru