Белмәгәндең беләге тыныс, белгәндең ике ҡулына ла көс.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ислам беҙҙе изгелеккә илтә
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ғаиләле булып йәшәгем килә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    «Йәшлек»тәге бер ир-уҙаманының ғаилә ҡороу өсөн һәйбәт кенә ҡатын менән танышырға теләүе тураһындағы иғланды уҡығас, әллә шылтыратайыммы икән, тип бер уҡталып ҡуйҙым да тыйылдым. Сөнки «мин»ем икегә бүленде. Береһе, шылтырат, ти, ә икенсеһе шунда уҡ ҡаршы килә. Ошо ике «мин»емдең бәхәсендә дәлилдәрҙе ул яҡтан да, был яҡтан да уйлап ҡарайым да, тәғәйен генә ҡарарға килә алмай ҡаңғырам. Ярҙам итһәгеҙсе, әхирәттәр!

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (5) | Тотош уҡырға
    Торлаҡлы булам тиһәң субсидия ал! Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Торлаҡлы булам тиһәң субсидия ал!Моғайын, һәр бер яңы тыуған ғаиләнең иң ҙур хыялы торлаҡлы булыуҙыр. Һүҙ, әлбиттә, байҙар тураһында түгел, ә урта хәлле, уртаса эш хаҡы алып йәшәүсе ғаиләләр тураһында бара. Мәғлүм булыуынса, бөгөн уртаса йәки ярайһы уҡ булған эш хаҡына ла торлаҡ һатып алыуы ауыр мәсьәлә бит ул. Торлаҡҡа мохтаж булған йәш ғаиләләрҙең бөгөнгө баҙар хаҡтары буйынса фатир мәсьәләһен хәл итә алмауын, уларҙың матди хәлен тойоп, дәүләттең ярҙамға килеүе, төрлө субсидия бүлеүе – бик ҡыуаныслы күренеш. Әммә йыш ҡына йәштәр, мәғлүмәт етмәү сәбәпле, битарафлыҡ арҡаһында дәүләт программалары менән файҙалана алмай ҡала. «Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы» программаһы йәш ғаиләләргә, субсидия юллап, торлаҡ һатып алыуҙа йәки төҙөүҙә ҙур мөмкинлек бирә. Бынан тыш, ошо программала ҡатнашыусыларға бала тыуыуға бәйле субсидиялар ҡаралыуы ғаиләләр өсөн икеләтә отошло. Бына ошо программа нескәлектәрен асыҡлау маҡсатында БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты «тура бәйләнеш» ойошторҙо.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (5) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Иран властары дошман радарҙарына күренмәүсе хәрби самолет төҙөүе хаҡында белдерҙе.
    Илдең Хәрби-һауа көстәре командующийы Хәсән Шаһ-Сафи милли радио аша сығыш яһағанда республика конструкторҙарының был самолеттың прототибын эшләй башлауын хәбәр итте. Баҡтиһәң, был авиация сәнәғәтендә Stealth технологияһы буйынса төҙөлгән тәүге самолет икән. Хәбәр ителеүенсә, самолет-истребителдең тышҡы ҡатламы дошман радарҙарының тулҡындарын «йотоусы» махсус материал менән ҡапланасаҡ. Күренмәүсе самолеттарҙы киләһе йылда күпләп сығарырға планлаштыралар.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Енәйәтселәр табылған Яңылыҡтар

    Енәйәтселәр табылғанӨфөлә уҡып йөрөгән БДУ студенттары – Эльза Хәмзина менән Лилиә Хөснөтдинованы үлтереүҙә ғәйепләнеүселәр, ниһайәт, табылған. Ошо көндәрҙә республика буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылған өс егетте Краснодар крайынан табып алып ҡайтты. Ҡулға алынған егеттәрҙең икеһенә – 24, береһенә ни бары 21 йәш. Уларҙың береһенең Башҡортостандан, ҡалғандарының Үзбәкстан һәм Ҡарағалпаҡстандан булыуы асыҡланған. Өфөлә йәшәп, бер ҡайҙа ла эшләмәгән егеттәр урлашҡан, кеше талаған һәм туҡмаған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иң шәп бейеүсе кем булыр? Конкурстар, Мәҙәниәт

    7 декабрҙә Өфөлә Конгресс-холда башҡорт бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыусылар араһында «Байыҡ» республика телевизион конкурсы уҙғарыла.
    Уның финал турында яҡынса 50 бейеүсе оҫталыҡтарын күрһәтәсәк.
    Гала-концертта Үзбәкстан, Ҡалмыҡстан, Ҡабарҙы-Балҡар һәм Чечен Республикалары вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ.
    Р. ЙӘНСУРИНА.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ғаиләгә, үҫмерҙәргә, йәштәргә социаль ярҙам» Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Өфөлә Бөтә Рәсәй «Ғаиләгә, үҫмерҙәргә, йәштәргә социаль ярҙам» фәнни-ғәмәли конференцияһы үҙ эшен башланы.
    Профсоюздар йортонда пленар ултырыш һәм секциялар эше үтә, ә республиканың ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә үҫмерҙәр менән йәштәрҙең репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау, ҡараусыһыҙ ҡалыу һәм берәҙәклек, йәштәрҙе әрме хеҙмәтенә әҙерләү һәм үҫмерҙәр, йәштәр араһында асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеү буйынса «түңәрәк өҫтәл» һәм мастер-кластар үткәреләсәк.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Олимпиада еңеүселәре Яңылыҡтар, Мәғәриф

    М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында уҙғарылған педагогия буйынса халыҡ-ара студенттар олимпиадаһында үҙен иң яҡшыһы итеп танытты.
    Бәйге дүрт этапта үтте. Йәштәр тәүҙә теоретик һорауҙарға яуап бирҙе. Өсөнсө этапта студенттарҙың ғәмәли эшмәкәрлек тәжрибәһе баһаланды.
    Филология факультеты студенты Гүзәл Йомағужина, университет ҡарамағындағы Тарих һәм хоҡуҡи белем институты студенты Гөлшат Кәшфетдинова, физика һәм математика факультетында уҡыусы Булат Заһретдинов менән Юлиана Еникеева еңеүсе тип танылды.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көслөләр еңде Яңылыҡтар

    Урта профессиональ уҡыу йорттары уҡытыусыларының «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2008» республика конкурсы тамамланды.
    Унда 40-тан ашыу уҡытыусы ҡатнашты. Конкурс ике этапта үтте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса конкурс лауреаттары тип Зөлфиә Ғөбәйҙуллина (Өфө технология һәм дизайн колледжы), Райна Асҡарова (Өфө педагогия колледжы), Гөлнара Шакирова (Сибай педагогия колледжы), Гөлнара Кәримова (Туймазы педагогия колледжы) танылды. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2008» исемен Айһылыу Сарбаева яуланы.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru