Ҡул ҡарышмаһа, эш ҡарышмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Атайсал, тип янған йөрәктәр
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Көрсөк беҙгә ҡурҡыныс түгел» Иҡтисад

    Һәр ваҡытта ла илдең ҡеүәтен уның иҡтисадына ҡарап билдәләгәндәр. Аҡса менән дөрөҫ эш итә белгән дәүләттәр генә үҙ халҡын да тейешле кимәлдә ҡарай ала, кәрәкле тауарҙарҙы ла күпләп етештерә, шул уҡ ваҡытта киләсәк тураһында ла онотмай. Ә бөгөн беҙҙең республикабыҙҙың иҡтисади хәле ниндәй кимәлдә икән? Нимәләргә өмөт итергә була һәм ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыр өсөн БСТ каналының «Власть менән диалог» телетапшырыуына БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Айрат Рафиҡ улы Ғәскәров саҡырылды.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көслөнөкө – замана Сәйәсәт

    Рәсәйҙә күпселек өлкәлә 90-сы йылдарҙағы көрсөккә тиклемге ҡаҙаныштәр кире ҡайтарылмаған. Беҙ инде күптән инновацион иҡтисад тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ, әммә ҡуйылған маҡсаттарға яҡынайыу һаман тойолмай, ә Ҡытайҙа иһә электрониканы экспортлауҙан ғына килем 400 млрд долларға барып еткән. Был, мәҫәлән, беҙҙең бөтә сеймал экспортынан 2 тапҡырға (!), ә ҡорал һатыуҙан алған килемдән 100 тапҡырға (!) күберәк. Донъялағы иң бай алтын-валюта резервы ла Ҡытайҙыҡы – 2 трлн доллар.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шыршы баҙарҙары эшләй башлаясаҡ Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Республикала 20 дәүләт унитар предприятие Яңы йыл шыршылары әҙерләйәсәк. Шуларҙың иң ҙуры – «Өфө урманы» дәүләт унитар предприятиеһы.
    Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, декабрҙә бөтәһе 120 меңгә яҡын шыршы әҙерләнәсәк һәм улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалалары баҙарҙарына сығарыласаҡ. Шыршы баҙарҙары ҡайһы бер район үҙәктәрендә лә ойоштороласаҡ.
    Йәшел ҡупшыҡайҙарҙы рөхсәт буйынса ҡырҡыу менән бер рәттән, браконьерҙарға ҡаршы эш тә алып барыласаҡ.
    Т. АМАНОВ.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бокссылар Өфөгә йыйылды Яңылыҡтар, Спорт

    Бокссылар Өфөгә йыйылдыБашҡортостандың баш ҡалаһының «Динамо» стадионында эске эштәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының «Динамо» спорт ойошмаһының 85 йыллыҡ юбилейы айҡанлы бокс буйынса халыҡ-ара ярыштары башланды. Унда, Рәсәй һәм Башҡортостан спортсыларынан тыш, Үзбәкстан, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Молдова, Украина һәм Ҡырғыҙстандан 50-гә яҡын бокссы сығыш яһаясаҡ. Дөйөм әйткәндә, әлеге бәйге 1989 йылда туҡтап ҡалған турнирҙы яңынан тергеҙеү булып тора.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар ---

    Кисә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән рәсми булдырылған Юристар көнө илебеҙ тарихында тәүге тапҡыр билдәләнде. Ошо уңайҙан уларҙы БР Президенты М. Рәхимов ҡотланы.
    «Юристарға граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, квалификациялы хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү, йәмғиәттең хоҡуҡи мәҙәниәтен күтәреү буйынса юғары бурыстар йөкмәтелгән. Уларҙың компетентлығы, тәжрибәһе һәм эшкә намыҫ менән ҡарауы Рәсәй демократик хоҡуҡи федератив дәүләтселегенең артабанғы үҫешен, ҡабул ителгән закондарҙың сифатын һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһының һөҙөмтәлелеген тәьмин итә.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Рәсәй Президенты Д. Медведев Указы менән Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры итеп элек Карелия Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығын етәкләгән Игорь Алешин тәғәйенләнде.
    Игорь Викторович Алешин 1965 йылдың 22 сентябрендә тыуған. 1987 йылда Омск юғары милиция мәктәбен «Хоҡуҡ белгесе» специальносы буйынса тамамлаған. Ҡурғанда енәйәти эҙләү оперуполномоченныйы, 1990 йылдан Омскиҙа оперуполномоченный, өлкән оперуполномоченный, начальник урынбаҫары, ҡала милиция бүлектәре начальнигы, Киров округының эске эштәр идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләгән.
    1999 йылдың декабренән иҡтисади енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса өлкә эске эштәр идаралығы менән етәкселек итә. 2002 йылдың февралендә Омск өлкәһе эске эштәр идаралығы начальнигының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2006 йылдың декабрендә Карелия Республикаһы буйынса эске эштәр министры вазифаһына үрләтелә.

    авторы: admin | 4 декабря 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңылыҡтар Яңылыҡтар

    Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһында бер йортта ике газ баллоны шартлау һөҙөмтәһендә өс ҡыҙ бала һәләк була.
    Урындағы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, фажиғәлә 5, 7 һәм 17 йәшлек ҡыҙҙарҙың ғүмере өҙөлә, 16 йәшлек үҫмер йәрәхәтләнә. Шартлау һөҙөмтәһендә йорт тулыһынса янып бөтә. Шартлауҙан һуң эргә-тирәгә сәсрәгән ҡалдыҡтарынан яҡында торған автомобилдең бензин багы шартлай һәм машина юҡҡа сыға.
    Йорт эргәһенән ҡеүәтле электр сымдары үтеү сәбәпле, янғын һүндереүселәргә янғын урынына барып етеү өсөн оҙаҡ ваҡыт талап ителә, шуға ла улар ваҡытында янғынды һүндерә алмай.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Йомғаҡ яhалды Яңылыҡтар

    Өфөлә халыҡ-ара «Студенттар – ирекле эшҡыуарлыҡта» конкурсының төбәк этабы тамамланды. Унда республиканың һигеҙ урта махсус һәм ун ике юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөүселәр ҡатнашты.
    БДУ-ның Сибай филиалы студенттары, жюриға бер нисә коммерция һәм социаль йүнәлештәге проект тәҡдим итеп, беренсе урынды яуланы һәм конкурстың Мәскәүҙә үтәсәк икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Мәғариф йүнәлешендәге проекттарҙың береһе «Бала саҡ иле» тип атала һәм уның буйынса йәш быуын уйын төрөндә баҙар иҡтисады мөнәсәбәттәренә өйрәнә.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru