Батырға ла ял кәрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эскелек ҡорбандары арта
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Енәйәт һәм яза
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсәйҙең иң шәп тауарҙары – Башҡортостандан Яңылыҡтар, Иҡтисад

    «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары» конкурсында республикабыҙ икенсе урынды яуланы. Беҙ хатта Мәскәү ҡалаһын һәм өлкәһен дә уҙып киттек. Тәүге урын – Краснодар өлкәһендә. Тауарҙың сифатын билдәләүсе мөһим конкурста лауреат исемен республика тәҡдим иткән 41 продукция өлгөһө алды. Ҡалған 59-ы дипломант булыуға өлгәште. Башҡортостандың иң шәп йөҙ тауарын ил алдында республикабыҙҙың 66 предприятиеһы күрһәтте.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Интернаттарға иғтибар арта Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Башҡортостанда 12 меңдән ашыу инвалид, 15 меңгә яҡын етем һәм 30 меңдән ашыу сәләмәтлеге сикләнгән бала иҫәпләнә. Сәләмәтлегендә тотҡарлыҡтары булған балаларҙың дөйөм һаны иһә 34 меңдән ашып китә. Уларға белем һәм тәрбиә биреү өсөн айырым педагогик алым талап ителә. Бының менән әлеге ваҡытта 36 дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты, 37 махсус (коррекцион) мәктәп-интернат, 28 балалар йорто шөғөлләнә. Бынан тыш, оҙаҡ дауаланыуға мохтаж булған балалар өсөн ике белем биреү учреждениеһы һәм асыҡ һәм ябыҡ типтағы махсус белем биреү-тәрбиә учреждениеһы бар.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Башҡортостан халыҡтары, съезға әҙерләнегеҙ! Яңылыҡтар, Иғтибар

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов «Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы съезын үткәреү тураһында» Указына үҙ-гәрештәр индереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
    Документҡа ярашлы, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы съезын 2009 йылдың июнендә үткәреү планлаштырыла. Уға әҙерлек һәм үткәреү буйынса ойоштороу комитеты составы үҙгәртелгән һәм раҫ-ланған.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәғәйенләүҙәр Яңылыҡтар, Сәйәсәт

    ТәғәйенләүҙәрБашҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән Диваев Рафаил Үзбәк улы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
    Р. Диваев 1950 йылдың 2 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Абдрахман ауылында тыуған. Юғары белемле – СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Совет Армияһында хеҙмәттән һуң 1971 йылда милиционер, Стәрлетамаҡ ҡала Советы башҡарма комитеты эске эштәр бүлеге оператив-эҙләү төркөмөнөң енәйәт тикшереү бүлеге кесе инспекторы булып башлай. 1972 – 1974 йылдарҙа СССР Эске эштәр министрлығының Алабуға урта махсус милиция мәктәбендә уҡый.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иғтибар, «тура бәйләнеш»! Яңылыҡтар, Иғтибар

    26 ноябрҙә БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты «Торлаҡ һатып алыу өсөн субсидия бүлеү тәртибе» темаһына «тура бәйләнеш» ойоштора.
    Һеҙҙең һорауҙарығыҙға ведомствоның иҡтисади программалар һәм йәштәр мәшғүллеге бүлеге етәксеһе Урал Килсенбаев яуап бирәсәк. «Тура бәйләнеш»кә 14.00 сәғәттән 16.00 сәғәткә тиклем 251-57-23 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бензинға хаҡ төштө Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Башҡортостан Хөкүмәтенең республика яғыулыҡ-энергетика комплексы етәкселеге менән килешеүе буйынса 21 ноябрҙә «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының автозаправкалау станцияларында бензин һәм дизель яғыулығының бөтә маркаларына ваҡлап сауҙа итеү хаҡтары тағы ла 50 тингә кәмене (23 октябрҙә 1 литр бензинға хаҡ 1 һумға төшкәйне).
    Шулай уҡ ноябрҙә «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бушатыу-ҡойоу участкаларынан һатылған бензинға һәм дизель яғыулығына күмәртәләп һатыу хаҡтары ике тапҡыр: тәүгеһенә 1 ноябрҙән – тоннаһына 2 мең һумға һәм икенсеһенә 21 ноябрҙән тоннаһына тағы ла 1 мең һумға кәмене.
    БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Республика йортонда осрашыу Яңылыҡтар

    21 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов «Динамо» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте рәйесе урынбаҫары В. Тимошин менән осрашты.
    Өфөгә ул Башҡортостандың баш ҡалаһында именлек һәм хоҡуҡ тәртибе органдары хеҙмәткәрҙәре араһында бокс буйынса халыҡ-ара турнир үткәреү мәсьәләләрен тикшереү өсөн килгән.
    Ярыштар 1 – 6 декабрҙә Өфөлә «Динамо» стадионы базаһында үтәсәк. Турнирға Әрмәнстан, Болгария, Молдова, Румыния, Ҡаҙағстан, Украина, Үзбәкстан, Әзербайжан, Беларусь, Ҡырғыҙстан, Грузия, Тажикстан, Төркмәнстан, Латвия Республикаларынан спортсылар киләсәк.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Онтмаһын халҡым улдарын... Мәҙәниәт, Башҡортостан, Хәтер

    Онтмаһын халҡым улдарын...Өфөлә РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, мәшһүр ҡурайсы, йырсы, импровизатор, актер, драматург Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған ҡурайсылар бәйгеһенең гала-концерты һәм юбилей кисәһе үтте.
    Ҡурай моңо ниңә һағышлы була, уйланғаның бармы? Тамырҙары тыуған еребеҙҙә уның. Ә тыуған ер ҡуйынында һөйөү хисе менән тулышҡан йырҙарын йырлап өлгөрмәйенсә киткән уҙамандар йөрәге һаҡлана һәм, моң булып, күңелдәрҙе иңрәтә. Ҡурай моңо мәңге тере, сөнки ул Ер-әсәнән һут, ғәм ала. Көҙ етеп, олондарына ышаныслы көс тупланғас, мине онотманылармы икән, тип һағышлана.

    авторы: admin | 25 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru