Ҡалбырҙыңэше ялбыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетле инәй
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Штольбергта – бишбармаҡ
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тормош һуҡмағынан бергә Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Тормош һуҡмағынан бергәҺәр кем үҙ йәшәйешенең йомғағын үҙе урай. Ҡайһы берәүҙәрҙең йомғаҡтары төйөнлө-төйөнлө, өҙөлөп китеп, яңынан ялғанып киткәндәре лә бихисап. Минеңсә, ҡәйнәмдең – Камила Айытбай ҡыҙы Собханғолованың йомғағы иһә һәүетемсә генә уралған. «Иремдән, балаларымдан уңдым», – ти ул. Ҡатын, әсә өсөн иң ҙур бәхет ошо түгелме һуң?
    Ҡәйнәм – үҙ ҡәйнәһен, әсәһен, һуңғы юлға оҙатҡансы ҡарап, уларҙың бәхиллеген, фатихаһын алған ҡатын. Әсәһен, оло ҡәйнәмде ул шундай сабырлыҡ, балалар наҙы менән тәрбиәләүенә үҙем шаһитмын. Сабырлығы – йөҙөндә, уңғанлығы – булмышында. Һикһәнгә етеп барһа ла, аҙымдарын бер ҙә һүрәнләтмәй, өтә баҫып йөрөй. Ҙур йортта орсоҡ кеүек өйөрөлгәс, бар ерҙә таҙалыҡ, сафлыҡ. Бешергән икмәк-бауырһағы, бигерәк тә сәк-сәге телеңде йоторлоҡ. Алты килененә лә үҙе һуҡҡан аҫалы балаҫтарын ҡәйнә бүләге итеп тапшырҙы.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡорт эстрадаһын рэп баҫамы? Мәҙәниәт

    Башҡорт эстрадаһын рэп баҫамы?Ишеттегеҙме әле, Венер Камалов менән Гөлдәр Ишҡыуатованың йәш ғаиләһенә яңы фатир биргәндәр. Бик күңелле күсенде улар үҙҙәренең яңы йорттарына: йырланылар, бейенеләр, йыр-моң оҙатыуында ваҡ-төйәк әйберҙәрен ташынылар. Дуҫтары ла күп икән йәштәрҙең: әллә ҡайһы арала сантехник булып киткән «Беҙгә барыбер» КВН командаһы егеттәре фатирға шаяра-көлә мебель индереште, Наил Ибраһимов, Ирина Ғәлихановалар ҙа күсенеүгә үҙ өлөштәрен индерҙе...
    Ошондай ҡыҙыҡлы сценарий менән башланып китте башҡорт йәштәренең иң көтөп алған тамашаһы – Ғаиләгә социаль ярҙам йылына арналған «Йәшлек-шоу – 2008» республика йәштәре йыр-моң фестивале.
    Башҡорт эстрадаһының рэп йондоҙо МС Баштың йоғонтоһо ҙур, күрәһең. Рэп стилендә йырлағандар ғына йәштәр араһында киң популярлыҡ яулай ала, тигән уй менәнме, быйылғы шоуҙа яңы башҡарыусыларҙың күбеһен рэпперҙар тәшкил итә. Ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәк кеүек артып киткән үҙҙәре.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәжрибә Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    «Ҡалырмы, ерҙән киткәс тә,
    Йәнеңдә минең ялҡын...»

    Серләшәйек
    Ҡараңғы төндә йондоҙ ҙа
    Күренә беҙгә яҡын.
    Килсе, иркәм, hөйләшәйек,
    Ултыр эргәмә тағын...

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кугэрсен куззэре Әҙәбиәт » Хикәйә

    Рөстәм Ләйсәнгә тағы сәскәләр алып килде. Күгәрсен күҙҙәре.
    ...Улар туғыҙынсы синыфты тамамлаған йыл ине. Йылы, йәмле йәйҙә Ләйсән дуҫтарын тыуған көнөнә саҡырҙы. Яҡын кешеләре араһында Рөстәм дә бар ине. Алма баҡсаһына ҡоролған туй табынына тиң һыйлы өҫтәл артынан урын алып, 15 йәшен тултырған Ләйсән байрам торты өҫтөндәге шәмдәрҙе һүндереүгә, ғаилә башлығы, оҙаҡ йылдар урындағы етәксе вазифаларҙың береһендә эшләгән Назар ағай һүҙ башланы:
    – Һөйөклө ҡыҙым Ләйсән! Әсәйең менән беҙҙән теләк шул: тормошта рәхәт йәшә! Ун биш йәшең менән тәбрикләп, Ҡара диңгеҙ буйында ял итергә путевка бүләк итәбеҙ!
    Олпат кәүҙәле, ыҫпай, эре кеше ул Назар ағай. Шундай булыу үҙенә килешә лә.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Уәт ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Бер ир урамда эскәмйәлә ултыра. Аяҡ аҫтында буш шешә. Кеҫәhенән тағы бер шешә башы күренеп тора.
    – Нимәгә шул тиклем ҡайғыраhың? – ти танышы.
    – Ҡатыным күршемә китте. Бына өсөнсө көн инде.
    – Эй, шул тиклем борсолма. Һеҙҙең бит балаларығыҙ бар, бер аҙ йөрөр ҙә, уйланып, аҡылына килер hәм кире ҡайтыр.
    – Бына шуныhынан ҡурҡам да инде.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ут булырға кәрәк был тормошта...» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Ут булырға кәрәк был тормошта...»Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында Йылан йылының Ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгәнмен. Тыуған ауылым мәктәбенең 9-сы синыфын тамамлағас, белем алыуҙы Сибай педагогия колледжында дауам иттем. Әле иһә Өфө педагогия колледжының 4-се курсында уҡып йөрөйөм, бер рәттән БДУ-ла ситтән тороп журналистика серҙәренә төшөнәм.
    Буш сағымда шиғырҙар яҙырға, йырларға яратам. Ҡайһы бер шиғыр юлдарыма йырҙар ҙа ижад ителгән.
    Хыялым – сит илдәргә сәйәхәт ҡылыу.

    авторы: admin | 18 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үэт ҡыҙыҡ Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Йәш ҡыҙ эшкә урынлашырға килә.
    – Һеҙгә секретарша кәрәкмәйме?
    – Беләhегеҙме, беҙҙең әле хәлдәр бик шәптән түгел, шуның өсөн эш тә юҡ, – тиҙәр уға.
    – Һеҙ мине эшкә генә алығыҙ, ә эште мин күпме теләйhегеҙ, шулай көтә алам, – тигән ҡыҙ.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Өләсәйем ашы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Өләсәйем ашыАта-әсәһе ҡуйынынан яңы айырылып сыҡҡан йәштәр бешерә белмәй. Уҡырға инеп, ятаҡханаға килеп урынлашҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн иң ябай аш рецептарын тәҡдим итмәксемен.
    250 г һыйыр ите, 5 стакан һыу, 3 – 4 картуф, 1 баш һуған, 1-әр аш ҡалағы томат пастаһы һәм иретелгән һары май, 3 аш ҡалағы күрәгә, тоҙ, борос – тәменә ҡарап.
    Ошо нисбәттә алынған ризыҡтар биш кешегә тәғәйенләнә һәм был ашты 50 минутта әҙерләргә мөмкин.
    Ит өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, бешкәнсе ҡайнатырға. Итте, һурпанан алып, киҫәкләп турарға. Һурпаны һөҙөргә лә ҡабаттан ҡайнатырға ҡуйырға.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru