Боҙға быҙаулама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Йондоҙнамә
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Дин менән уйнамайыҡ Башҡортостан

    70 йыл буйы атеизмды пропагандалай торғас, ә был хәл мәктәптәрҙә hаман да дауам итә, Башҡортостанда Исламдың төп принциптарын өйрәтә алырлыҡ дин әhелдәре ҡалмаған тиерлек. Һуңғы йылдарҙа бер нисә тиҫтә йәш кеше сит илдәрҙәге дини уҡыу йорттарын тамамлап ҡайтты. Улар факультеттарҙа бушлай уҡыған, ә, ҡағиҙә булараҡ, кем түләй – йырҙы ла шул hайлай. Тап улар араhынан булғандар, Ислам уҡыу йорттарының дипломдарына ышыҡланып, мосолман йәмғиәтенең идеал-тәртиптәрен тергеҙергә саҡыра.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр сир үҙ геройын эҙләй Сәләмәтлек

    Һыҡмырлыҡ. Бындай кешеләр йыш ҡына йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәренән яфалана. Кеше берәй әйберҙе көслө хис-тойғолар аҫтында һатып алһа, ул хроник стреста йәшәй. Шуға күрә лә һыҡмыр кешенең организмында юғары хәүеф гормондары бер кимәлдә тора һәм улар ҡан тамырҙарының хроник тарайыуына килтерә. Иң тәүҙә баш мейеһенең ҡан тамырҙарына зыян килә. Шунлыҡтан бындай кешеләр мигренгә йәки инсультҡа юлыға.
    Ҡурҡаҡлыҡ. Ҡурҡыуға иң тәүҙә яуап биреүсе орган – бөйөрҙәребеҙ.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Минең Сталиным Хәтер, Сәйәсәт

    Ил ҡайнап тора, ҡулға алыуҙар бара. 7 июндә Ленинды ҡулға алырға бойороҡ була. Сталин уны Аллилуевтарҙың фатирына йәшереп өлгөрә hәм шул уҡ көндө, Аллилуевтың оҙон пальтоhын hәм кепкаhын кейҙереп, Разливҡа ебәрә. Августа РСДРП (б)-ның VI йәшерен съезы үткәрелә. Отчет доклады hәм илдәге сәйәси хәл тураhындағы доклад менән, Ленин сит илдә булғас, хәҙер инде партиялағы беренсе кеше Сталин сығыш яhай. Социал-демократтар бәхәс сығара: «Рәсәйҙә социалистик революцияның булыуы мөмкинме? Ә Маркс бит уны ныҡ үҫешкән Европала башланасаҡ тигән!» Сталин уларҙы ултыртырлыҡ итеп яуап бирә: «Беҙгә тик Европа ғына юл күрhәтә, тигән фекерҙе ҡуйырға кәрәк. Догматик марксизм hәм ижади марксизм бар. Мин икенсеhен хуплайым».

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡотлайбыҙ! Башҡортостан » Юбилейҙар

    Әбйәлил районының Аһылай ауылынан тыуған көнө – 40 йәшлек юбилейы уылынан Мөсәлиә Һиҙиәт ҡыҙы ЗӘЙТҮНОВАНЫ тыуған көнө – 40 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
    Ҡәҙерлебеҙгә аҡ бәхеттәр, һөйөнөстәргә бай яҡты көндәр, донъя рәхәттәренә кинәнеп, бәрәкәтле, имен тормошта йәшәргә яҙһын. Һәр ваҡыт ҡояш кеүек балҡып, оҙон ғүмерле, бәхетле бул.
    Иң изге теләктәр менән – әсәйең, апайың Фәнилә, ағайҙарың Рифат, Зөлфәт, еңгәйҙәрең Зөлфирә, Светлана, шулай уҡ Хәмзә менән Ғәлиә һәм уларҙың балалары.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Шоңҡар» – оптимистар журналы Әҙәбиәт, Башҡортостан

    «Шоңҡар» – оптимистар журналыБөгөн коллективҡа бер маҡсат ҡуйылды: Диоген кеүек, КЕШЕ эҙләргә. Схеманан ҡотолорға. Шаблондан айырылырға. Тормошта hәр кеше үҙенә генә хас булған сифаттарға эйә зат икән, журналда ла ул шулай сағылырға тейеш. Ҡыуаныс-ҡайғылары, юғалтыу-табыштары, hөйөнөс-көйөнөстәре менән...
    Башҡортостан йәштәре журналы «Шоңҡар»ҙың донъя күреүенә 15 йыл тула. Республикабыҙҙың бөгөнгө әҙәби, мәҙәни майҙанында лайыҡлы урын алған был үҙенсәлекле баҫманы юбилейы менән ҡотлап, уның баш мөхәррире Азамат ЮлдашбаевҠа бер нисә hорау менән мөрәжәғәт иттек.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    «Иңемдә икеләтә яуаплылыҡ тоям» Мәғәриф

    «Иңемдә икеләтә яуаплылыҡ тоям»Стипендия алыу... Был һәр студенттың көтөп алған мәлелер. Шулай булмай ни, ҡай саҡ асығып та алған студенттың ошо әҙме-күпме аҡса эсен тишмәй инде ул! Ә бына Президент стипендияһын һәр кем ала алмай. Уға бигерәк тырыш, бар яҡлап та өлгөлө, тик «бишле» билдәләренә өлгәшкән студенттар ғына лайыҡлы. Тап шундай студенттарҙың береһе – Дилбәр Яҡупова. Ул Өфөлә педагогия колледжының V курсында белем ала. Бик тиҙҙән ҡулына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын аласаҡ. Буласаҡ йәш белгес менән бер аҙ әңгәмәләшеп алдыҡ.
    – Ҡайһы яҡ һылыуыһың, Дилбәр?
    – Архангел районы Ҡыҫынды ауылынанмын. Ата-әсәйебеҙҙең шатлыҡ-һөйөнөсө булып, ике ҡыҙ үҫеп киләбеҙ. Һеңлем Дилара Салауат медицина колледжында уҡып йөрөй.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Студент тормошонан бер көн (Уйынлы-ысынлы) Әҙәбиәт, Мәғәриф

    06.40. Студентты сираттағы мөғжизәләр һәм мажара тулы көн сәләмләй. Әммә, будильникты баҫып һүндергәс, ул тағы ла йылы юрған эсенә сумды. Тик кире йоҡлап китә алманы. Уяныр алдынан ғына күргән төшөн иҫенә төшөрмәксе булып, бер килке ары тулғанып, бире тулғанып ята бирҙе. Кисәге ҡалын-ҡалын китаптарҙы аҡтарып ултырыуы башын бөтөнләй ҡатырып бөткән бит. Студент тороп ултырҙы. Нисек йоҡлап ятмаҡ кәрәк, ул бит Өфөгә уҡырға килгән. Ул университеттағы үҙ урынын аҡларға тейеш. Киләсәккә лә бит ниндәй өмөттәр бағланған, пландар ҡоролған!
    Ошо яҡты уйҙарҙан студент бөтөнләй дәртләнеп китте. Ауылдан килгән ҡайнатма, бал (!) һәм икмәк менән тиҙ генә сәй эсеп алырға ла, йәһәтерәк сығыу яғын ҡарарға кәрәк. Юл ыңғайы сүп-сарҙы ла түгергә онотмаҫҡа. Туҡталышҡа килеп торғас ҡына студент бөгөнгө физкультура дәресенә алмаш аяҡ кейеме алмағанын иҫенә төшөрә.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йомро икмәк» килде Баймаҡтан Мәғәриф

    Ошо райондың Өфөләге йәштәр берлеге студенттарҙың ялын матур итеп уҙғара. –Алло. Сәләм! Һәйбәт кенә, үҙеңсе? Ҡасан була тиһең? Ә-ә-ә... Эйе-эйе, әлбиттә, барам!.. «Ура! Иртәгә дуҫтарым, яҡташтарым менән осрашыуға барам!» – тип һөрәнләүемә әхирәтем ҡыҙыҡһынып һорап ҡуйҙы: – Ә ниндәй осрашыу? – Баймаҡтарҙың осрашыуы. – ?..
    – Өфөлә Баймаҡ йәштәре берлеге бар. Улар йылына бер нисә тапҡыр төрлө осрашыу кисәләре үткәреп тора. Маҡсаттары – район йәштәрен берләштереү, уларға ижади яҡтан үҫеүгә мөмкинлектәр асыу. Был юлы «Йомро икмәк» – перваштар» шоу-программаһы буласаҡ. Әгәр теләһәң, әйҙә минең менән! – тип саҡырыуыма Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы шатланып риза булды.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru