Ашыҡһаң да, ҡабаланма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • 1 һорауға 3 яуап
  • Металл һәм таш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һәр эшкә лә өлгөр Айhылыу Мәғәриф

    Һәр эшкә лә өлгөр АйhылыуБеҙ күп осраҡта, ваҡыт етмәй, бер нәмәгә лә өлгөрөп булмай, тип зарланабыҙ. Бик етеҙ елгән ваҡыт арбаhына ултырырға өлгөрә алмай ҡалабыҙ. Ә, баҡтиhәң, ваҡытты үҙенә буйhондорған уҡ булмаhа ла, үҙ файҙаhына уҙғара белгән кешеләр бар икән. Бөгөнгө тормошта тап шундай булырға кәрәк тә инде. Замана менән бергә атлаған кешеләргә генә уңыш йылмая ул. Ә бының нигеҙе бәләкәйҙән үк hалыналыр hәм тәрбиәнән киләлер, минеңсә.
    ӨДАТУ-ның II курсында уҡып йөрөгән Айhылыу FәбделхаҠова менән танышҡандан һуң килдем бындай hығымтаға.
    Ҡыҙ кескәй сағынан уҡ үҙен бик hәләтле итеп күрhәтә. Өйҙә-рендәге ижади мөхиттең йоғонтоhо аҙ түгел бында. Әсәhе Зәйтүнә апай фортепианола уйнай, атаhы – аккордеонда, апаhы скрипкала уйнау серҙәренә төшөнә, өләсәhе Фатима инәй матур итеп йырлай, ә олатаhы – шағир Яҡуп Ҡолмой.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле... Яңылыҡтар

    Әле баҙарҙарҙа ситтән килтерелгән ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле кеүек еләктәр күпләп һатыла. Әлбиттә, уларҙың хаҡы апаруҡ ҡына ҡиммәт. Шулай ҙа был еләктәрҙе алыусылар етерлек.
    Үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсәләрҙең хаҡы үткән аҙналағынан әллә ни үҙгәрмәгән. Шулай ҙа һатыуҙа ҡыярҙың аҙайыуын, булғанының да ситтән генә килтерелгәнлеген билдәләп үтмәйенсә булмай. Ни өсөндөр «Алексеевский» совхозының магазиндарында бер килограмын 40 һумға помидор алып булһа, магазин кәштәләрендә ҡыяр күренмәй.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хөкүмәт эшҡыуарҙарға ярҙамды арттырасаҡ Яңылыҡтар

    12 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев РФ Хөкүмәтенең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса комиссияһы ултырышы эшендә ҡатнашты. Ултырыш Мәскәүҙә үтте, комиссия эшенә РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов етәкселек итте. Ултырышта төбәктәрҙең байтаҡ абруйлы лидерҙары, баш ҡала мэры Юрий Лужков, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Евгений Примаков һәм башҡалар үҙ тәҡдимдәрен белдерҙе.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент шыршыһы 23 декабрҙә үтәсәк Яңылыҡтар, Башҡортостан

    Республикала Яңы йыл байрамдарын ойошҡан рәүештә үткәреү өсөн Президент М. Рәхимов ойоштороу комитеты составын раҫлаған Указға ҡул ҡуйҙы
    Ойоштороу комитетына райондар һәм ҡалалар хакимиәттәре, профсоюздар һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, ауыл-ҡалалар майҙандарында Яңы йылға арналған карнавалдар, сәхнәләштерелгән тамашалар әҙерләүҙе һәм үткәреүҙе тәьмин итеү бурысы йөкмәтелә. 23 декабрҙә Конгресс-холда уҙғарыласаҡ

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көрсөккә ҡаршы саралар күрелә Яңылыҡтар

    13 ноябрҙә Башҡортостан Президенты М. Рәхимов РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Г. Рапота Волга буйы төбәктәре менән видеоконференция режимында үткәргән кәңәшмәлә ҡатнашты.
    Видеоконференцияла ҡатнашыусылар төбәк бюджеттарына төҙәтмәләр индереүҙең маҡсатҡа ярашлылығын, шулай уҡ иҡтисадтың реаль секторы предприятиеларына тәү сираттағы ярҙам күрhәтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Финанс ойошмаларының hөҙөмтәле эшмәкәрлеге hәм предприятиеларҙы кредитлау күләмен арттырыу буйынса саралар кәңәшмәнең төп темаларының береhенә әүерелде.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ер һәм кешеләр» йәнә бер баҫҡысҡа үҫте Яңылыҡтар

    «Ер һәм кешеләр» йәнә бер баҫҡысҡа үҫтеӨфөлә «Ер һәм кешеләр» III төбәк-ара телевизион фестиваленең кинофорумы үтте.
    Ошо көндәрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында асылған «Ер һәм кешеләр» III төбәк-ара кинофорумы 2006 йылдан бирле БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Өфө ҡалаһы һәм ҡала округы хакимиәте һәм «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе ярҙамында Башҡортостан телерадио хеҙмәткәрҙәре ассоциацияһы ойоштороуында үткәрелеп килә.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Һынатырға хаҡым юҡ» Башҡортостан, Мәғәриф

    «Һынатырға хаҡым юҡ»Һеҙ һүрәттә күргән егет – Башҡорт дәүләт университетының физика факультеты студенты Ирек Әлмөхәмәтов. Сығышы менән Мәләүез районының Восточный ҡасабаһынан. Мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған егет университетта ла беренсе курстан алып тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Быйыл иһә алдынғы студент Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына лайыҡ булған. «Беренсе курстан шулай башланып киткәс, артабан да һынатҡы килмәне. Тырышлығымды юғары баһалағандары өсөн бик шатмын һәм үҙемдең ғилми етәксем Алыс Мостафа улына, факультет деканы урынбаҫары Флүзә Марс ҡыҙына оло рәхмәтлемен», – ти ул был хаҡта. «Яҡшы уҡыуыңдың сере нимәлә?» – тигән һорауға иһә: «Дәрестәргә даими рәүештә әҙерләнеп йөрөүҙә. Уҡытыусы булып эшләгән ата-әсәйемдең дә йоғонтоһо бар, тип уйлайым. Улар мәктәптә уҡыған саҡтан уҡ илке-һалҡы йөрөргә юл ҡуйманы», – тип яуап бирә.

    авторы: admin | 15 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Ҡара квадрат» йәки «ҡара упҡын» Сәйәсәт

    Кешеләрзен Казимир Малевичтың 1913 йылда яҙған «Ҡара квадрат» картинаһына ни өсөн һоҡланыуына бәләкәй саҡтан уҡ аптырайым. Унда бит бер нәмә юҡ! Бындай һүрәтте һәр бер бала ла төшөрә ала! Тирә-яҡтағы бөтә кешеләр ҙә шул картинала ниндәйҙер мәғәнә йәшерелеүенә, уға ҡараһаң, ниндәйҙер хистәргә батырға тейешлегемә ышандырырға тырышты. Мин ҡарап-ҡарап та, бер нимә лә күрмәнем. Был картинаның сере хаҡында һорашып, эргә тирәмдәге кешеләр менән һүҙ көрәштерҙем. Кешеләрҙең һәр береһе был картинаны бөйөк тип атаны, әммә береһе лә мине быға ышандыра алманы. Ҡыҙыу һүҙ көрәштереүҙәрҙең һуңында мине еңә алмағандар: «Һин ул картинаның оригиналын күрмәгәнһең», – тип ауыҙымды ябырға маташты.

    авторы: admin | 13 ноября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru