Ашыҡҡан арыр, аҡрын барыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Енәйәт һәм яза
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • [b]Ура, башҡорт һабантуйы![/b]
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Наркомандар ҡартаймай, улар йәшләй үлә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Вәрәҙекүл аҡсарлағы Яңылыҡтар » Конкурстар

    Ир бала сая, ныҡышмал булып үҫте. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлау тураhында таныҡлыҡ алырға йөрөгән сағы. Үҫмер яҙын, йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар оя ҡороп, йомортҡа hала башлаған саҡта, Бәрлеүәҫ ауылынан ҡырҡ саҡрымда ятҡан Аҡкүл буйына килде. Уның ярында ниндәй генә ҡоштар оя ҡормаған да ниндәй генә төр ҡоштар йәшәмәй. Фахразыйҙы тик аҡсарлаҡтар ҡыҙыҡhындырҙы. Ана, улар ап-аҡ булып күл яғалап осоп йөрөй. Һалып киткән йомортҡаларын да күрҙе. Үҫмер самалап ҡына hәр ерҙән берәр генә йомортҡа алды.

    авторы: Нур | 20 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рактан ҡотолоп буламы? Сәләмәтлек

    Яман шештең һыуытҡыста «боҫоп ултырыуы» бар
    Белгестәр әйтеүенсә, рак менән ауырыуҙың 30 проценты дөрөҫ туҡланмауға бәйле. Табиптарҙың кәңәше: һәр көн йәшелсә, еләк-емеш ашарға, үҫемлек майы ғына ҡулланырға һәм углеводтарҙы кәметергә кәрәк. Франция белгестәре тағы бер шартты һыҙыҡ өҫтөнә ала: аҙыҡ-түлекте микробтарҙан һаҡлау бик мөһим.
    Һуңғы 50 йылда ашҡаҙан рагы менән ауырыусылар дүрт тапҡырға кәмегән. Сәбәбе ябай: кешеләр һыуытҡыс ҡуллана. Ләкин төрлө ризыҡ төрлө градуста һаҡланырға тейеш. Шул шарт боҙола икән, аҙыҡ-түлектә микробтар үрсей башлай. Әйтәйек, балыҡ 0, ит +2, сыр, ҡаҙылыҡ +4, йомортҡа +5, аҡ май +8 градуста һаҡланырға тейеш. Һыуытҡысты йыш асып торғанға күрә әлеге шарт, билдәле, бик йыш боҙола. Баҙарҙа ла нимә һатып алыуыбыҙҙы күҙаллауы ауыр түгел.

    авторы: Нур | 20 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Булмаhа булмай бит... Яңылыҡтар » Спорт

    Рәсәй беренселегенең лидеры, быға тиклем бер яңғыҙы ғына төп ваҡытта еңелеү «бәхетен» кисермәгән «Салауат Юлаев» хоккейсылары, үкенескә күрә, абынды. Улар Новокузнецкиҙа, урындағы «Металлург» командаhына 2:1 иҫәбенә отолдо. Әлбиттә, ниндәй генә көслө булhаң да, чемпионат буйына тигеҙ, матур, hөҙөмтәле уйын күрhәтеүе ауыр, дөрөҫөрәге, мөмкин түгел. Был осрашыуҙа ла өфөләр дәғүәсенән күп ваҡыт өҫтөнлөк итhә лә, ҡапҡаhына юл тапманы. Ҡапҡасылары Соколов та оҫта торҙо. Бер Александр Радуловтың ғына әллә күпме мөмкинлеге булhа ла, hөҙөмтәгә ирешә алманы. Ә бына хужалар, булғанын тормошҡа ашырып, кәрәкле еңеү яулай. Улар ике минут эсендә ике гол индерә. Һөжүмсебеҙ Александр Пережогин берәүhенә яуап бирә, тик башҡа командалаш иптәштәре уның батырлығын ҡабатлай алмай. Нишләйhең, еңеүсе берәү була. Шулай итеп, «Салауат Юлаев» уйынсылары тәүгә ҙур юғалтыу кисерә. Хәҙер беренселектә яңы лидер – Новокузнецкиҙың «Металлург»ы. Ә бит уҙған миҙгелдә улар хатта плей-оффҡа ла инә алманы. Тимәк, алға табан ынтылыш бар. Чемпионат шуның менән ҡыҙыҡлы.

    авторы: Нур | 20 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үәт, ҡыҙыҡ! Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Американлы беҙҙең бер бай эшҡыуарҙы ҡара ыуылдырыҡ менән hыйламаҡсы булған.
    – Йә, Хоҙай, – тигән «яңы урыҫ», – hеҙ нисек беҙҙән артта ҡалғанhығыҙ ул? Беҙ бит был аҙыҡты 50 йыл элек ашай инек...

    авторы: Нур | 20 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек»кә яҙылырға онотманығыҙмы? Яңылыҡтар » Иғтибар

    «Йәшлек»кә яҙылырға онотманығыҙмы?
    Киләһе йылға подписка башланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Яңынан иҫегеҙгә төшөрәйек. Шәхси кешеләр һәм бюджет ойошмалары алты айға 278 һум 16 тингә Йәшлек гәзитенә яҙыла ала (бер айға яҙылыу хаҡы – 46 һум 36 тин), индексы – 80148. Бюджетҡа ҡарамаған ойошмалар өсөн хаҡ – 481 һум 98 тин. Индексы – 60734.
    Тотош бер йылға яҙылырға теләүселәрҙе лә ҡыуандырабыҙ: йыллыҡ подписка хаҡы (шәхси кешеләр өсөн) – 556 һум 35 тин. Индексы – 82940.
    БР Хөкүмәте Премьер-министры ҡарарына ярашлы, дәүләт власы органдарына һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, инвалидтарға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә подписка ваҡытында матди ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороу бурысы йөкмәтелгән.
    Ошоғаса бергә булдыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, артабан да бергә ҡалайыҡ!

    авторы: Нур | 18 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЕРҘЕҢ КӨСӨ ЕРГӘ ЕРЕКТЕРӘ Башҡортостан

    ЕРҘЕҢ КӨСӨ ЕРГӘ ЕРЕКТЕРӘ
    ...Әле генә көлөп баҡҡан ҡояшты түңкәрә һуҡтылармы ни? Ҡапыл донъя ҡараңғыланып китте. Тирә-яҡты ҡара һөрөм ҡапланы. Туптар шартлауынан ер менән күкте тоташтырып ҡалҡҡан ҡом-таш шаршауы аша бер ни күренмәй. Ҡулдар автоматик рәүештә ҡоралға үрелә. Эргәлә генә ине бит... Ҡара тиргә батып, ҡоралын ҡулына ала алмай уянып китте Илнур. Тәүҙә ҡайҙа икәнлеген аңлай алмай ятты. Эргәһендә бер ни белмәй тыныс ҡына мышнап йоҡлаусы улы Эльдар менән кәләше Олесяны күргәс кенә тынысланып, ҡабат күҙҙәрен йоморға тырышып ҡараны. Ләкин күҙенә йоҡо инмәне. Өй ҡыйығына тып та тып төшөп бейешкән ямғыр тамсылары ыңғайына күк күкрәүен тыңлап оҙаҡ ятты ул. Ярай әле, төш кенә... Йыш керә ул...

    авторы: Нур | 18 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «АВТОДОНЪЯ – 2008» АСЫЛДЫ Яңылыҡтар

    «АВТОДОНЪЯ – 2008» АСЫЛДЫ
    Өфөнөң Спорт һарайында бер юлы ике күргәҙмә асылды: X махсуслашҡан «Автодонъя – 2008» һәм II махсуслашҡан «Спецтехника» күргәҙмәләре. Спорт һарайы һәм уның территорияһы дүрт көнгә автосәнәғәт өлкәһенең ҡаҙаныштарын сағылдырған дөйөм экспозицияға әүерелде.
    Экспофорумды ойоштороусылар – БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы, БР Автосервис һәм транспорт предприятиелары ассоциациялары, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы, «Башҡортостан» күргәҙ-мәләр комплексы. Сараны тантаналы асыуҙа был ойошмаларҙың вәкилдәре лә ҡатнашты.

    авторы: Нур | 18 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Указға ҡул ҡуйылды

    Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов, Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан раҫланған Коррупцияға ҡаршы эш итеү дәүләт планының IV киҫәге 5-се пунктына ярашлы, «Башҡортостан Республикаһында коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса өҫтәмә саралар тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.
    Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһында Коррупцияға ҡаршы эш итеү планы раҫланды. Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренә Башҡортостан Республикаһының тейешле дәүләт органдарында коррупцияға ҡаршы эш итеү пландарын эшләргә һәм 2008 йылдың 1 октябренә тиклем ҡабул итергә ҡушылды.
    Указ 2008 йылдың 15 сентябренән көсөнә инде.
    БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

    авторы: Нур | 18 сентября 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru