Ҡар өҫтөндә ҡарға тиҙәге лә табылмай (эшеңде ваҡытында эшлә).

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хорау-яуап
  • Ҡарбуз күп!
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мохтаждарҙы hөйөндөрөп Яңылыҡтар

    Fаиләне социаль яҡлау йылы сиктәрендә БР Хеҙмәт hәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бюджеттан тыш мәрхәмәтлелек иҫәбенән 22 млн 712,3 мең hум аҡса күсерелгән. Финанс ярҙамын балалы мохтаж ғаиләләр, шул иҫәптән инвалид балалары булғандар, ҡиммәтле дауаланыу талап иткән сирле балалар, ҡараусыhыҙ ҡалған балалар алған.

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Демография һәм миграция бер-береһенә бәйле Сәләмәтлек

    Рәсәй Федерацияһы өсөн халыҡ һанының, балалы ғаиләләрҙең кәмеүе, йәғни халыҡтың «ҡартайыуы» хас. Илдәге демографик хәлде, граждандарҙың көнкүрешен яҡшыртыу маҡсатында Рәсәй Президентының «2025 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының демографик сәйәсәте концепцияһын раҫлау тураһында»ғы Указына ярашлы, 14 июлдә Башҡортостан Президенты республиканың 2025 йылға тиклем демографик сәйәсәте концепцияһын раҫланы. Уға ярашлы, беҙҙең Хөкүмәткә өс ай эсендә Башҡортостандағы демографик хәлде яҡшыртыу буйынса проект әҙерләргә ҡушыла.

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ил-әсәнең балаhы булhаҡ... Сәйәсәт

    Уҙған аҙна ахырына бер тотам ғына ҡалғанда республикала белем биреүҙе артабан камиллаштырыуға арналған традицион ҙур кәңәшмә булып уҙҙы. Уның эшендә, ғәҙәттә, республика етәкселеге тулы составында тиерлек ҡатнаша, сөнки халыҡты белемле итеүҙән дә мөhимерәк бурыс юҡ, йәмғиәттә лә иң мәртәбәле шәхес – белемле кеше. Президентыбыҙ үҙенең парламентҡа hәм халыҡҡа hәр йыл иғлан ителә торған Мөрәжәғәтнамәһендә белем биреүҙе үҫтереү, уның матди, уҡыу базаhын нығытыу проблемаларын онотоп ҡалдырғаны юҡ.

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МӘКТӘП БУЛҺА, АУЫЛ ЙӘШӘР! Мәғәриф

    МӘКТӘП БУЛҺА, АУЫЛ ЙӘШӘР!
    Республикала төп педагогик ваҡиға – Мәсетле, Балаҡатай һәм Дыуан райондарында уҡытыусыларҙың мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтте

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТӘБИҒӘТ – УЛ БЕҘҘЕҢ ЙОРТОБОҘ Башҡортостан

    Башҡортостан тәбиғәте һоҡланғыс күп төрлөлөгө, һушты алырлыҡ матурлығы, ғәжәп йомарт байлығы менән күптәрҙең күңелен арбай. Ләкин һуңғы йылдарҙа ул бик ныҡ үҙгәрҙе. Был үҙгәрештәр ҡыуаныслы түгел hәм йөрәкте әрнетә: урмандар һирәгәйеп ҡалған, ҡыуаҡтар ҡороған, балан, муйыл, миләш, еләк, бөрлөгән, ҡомалаҡ йылдан-йыл аҙая бара, йылға ярҙары яланғаслана, ҡасандыр кейеҙ һымаҡ булып түшәлеп ятҡан, күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелгән болондар өҫтөндә туҙан өйөрмәһе уйнай, уларҙы сүп үләне баҫып бара, йылғалар ҡорой

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    БАЛСЫ ҺУЛЫНАН БАЛ ТАМЫР... Иҡтисад

    БАЛСЫ ҺУЛЫНАН БАЛ ТАМЫР...
    Бөгөнгө баҙар иҡтисады заманында һәр кем үҙ йүнен үҙе күрә, тиеүҙәре ысынлап та дөрөҫ. Берәүҙәр «оҙон аҡса» артынан Себер тарафтарына юллана, икенселәр үҙ эшен асырға тип янып йөрөй, ә бына Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында йәшәүсе Хисмәтовтар ғаиләһе артыҡ алыҫ китеп тормаған, милләттәштәребеҙҙең күбеһе кеүек үк, ата-бабаларыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән боронғо һәм күркәм шөғөлөн, халҡыбыҙҙың милли йөҙөн, бал ҡортона хас сифаттарын сағылдырыусы табышлы кәсебен – умартасылыҡты үҙ иткән. Күп көс, тырышлыҡ һәм сабырлыҡ талап иткән, әммә эштең нескәлектәрен белеп, уны дөрөҫ алып барғанда, үҙен-үҙе аҡлаған шөғөл, үҙҙәре лә бал ҡортондай тырыш Хисмәтовтарҙың төп табыш сығанағына ғына түгел, йәшәү рәүешенә лә әүерелгән, тиергә була.

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тауҙарым бар Башҡортостан

    Тауҙарым бар
    Беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙға – ышаныслы, олпат кешеләргә – Ер йөҙөндә Аллаhы Тәғәләбеҙҙең тәүҙә үҙе өсөн hаҡлап ҡалдырып торған урыны эләккән, тиҙәр. Йәнәhе, башҡорттар Хоҙайыбыҙға үҙенең хөрмәте, ышанысы менән оҡшап ҡалған. Шулай итеп, ул беҙгә Көньяҡ Урал тауҙарын hәм уның ике яғындағы яланлы-урманлы, тәпәш ҡалҡыулыҡлы киң тигеҙлектәрҙе бүләк иткән.

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ете төш Яңылыҡтар » Конкурстар

    Был ҡәһәрле көндө мәңге онотмам. Һикелә өсөнсө ҡыҙыма – Гөлбикәгә ауырып ятам. Таң атыр-атмаҫ уҡ тулғаҡ тота башлап, көндәшем кендек әбейе Миңъямалды алып килгәйне инде. Биш баламды еңел таптым, быныһы нишләптер ауыр килде, тыумай ыҙаланы.

    авторы: Нур | 12 августа 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru