Иренгән ике үлгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ай башы
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Суғамаҡ башында
  • Рәхмәтле hәм мәрхәмәтле Аллаh исеме менән
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бөйөк hәләкәт сере Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Тунгус метеоритының Ергә төшөүенә – 100 йыл
    А. Куликтың яҡты иҫтәлегенә бағышлана.
    Автор.
    1908 йылдың 30 июненең тыныс бер иртәhендә ҡурҡыныс хәл килеп тыуа. Себерҙең үҙәк өлөшө халыҡтары көтмәгәндә килеп сыҡҡан икенсе ҡояшҡа оҡшаш ут шарының осоуын ҡоттары осоп күҙәтә.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәгәрмәс ял иткәндә... Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Йәш кенә водитель йәйәүлене бәрҙереп китә лә, машинаһынан сығып ҡысҡыра башлай:
    – Инде өс йыл буйы машина йөрөтәм, мин – профессионал, ә һеҙгә иғтибарлыраҡ йөрөргә кәңәш итәм!
    Йәйәүле:
    – Улайһа, миңә ниндәй дәғүә булыуы мөмкин – мин инде 45 йыл буйы атлап йөрөйөм!

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МОТОРҘЫ НИСЕК ҺЫУЫТЫРҒА? ---

    Дөрөҫөн генә әйткәндә, был һорауға аныҡ ҡына яуап биреүселәр юҡ. Ҡайһы бер водителдәр, бигерәк тә беҙҙә эшләнгән машиналарҙа йөрөүселәр, артыҡ аптырап тормай, радиаторға һыу һала. Берәүҙәр тосолға өҫтөнлөк бирә, өсөнсөләргә антифриз оҡшай. Шулай ҙа «һыу тирмәнде лә емерә» тигән әйтемде оноторға ярамай. Антифриз менән тосол, двигателде һыуытыуҙан тыш, ҡайһы бер двигателдәрҙе майлай ҙа. Ә һыуҙан инде быны көтөргә түгел. Шунлыҡтан уны бик киҫкен мәлдә генә, аҙ ғына ваҡытҡа ҡулланырға кәрәк.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА ---

    Кисен, ашыҡҡанда, үҙең рулгә ултырырға теләмәгәндә, таксиҙан дә шәберәк транспорт юҡ, әлбиттә. Был сервис һуңғы йылдарҙа бигерәк тә киң йәйелде. Тик элек – машиналарҙа таксометр ҡуйылған заманда водителдәр пассажирҙарын нисек тә булһа урау юлдан, оҙағыраҡ йөрөтөргә тырышһа, хәҙер беҙ таксиҙа йорттар араһынан, иң тура юлдарҙан, алды-артты ҡарамай тиерлек елдерәбеҙ. Таксиҙа аварияларға осрағандар бик күп. Һүҙ ҙә юҡ – такси хеҙмәте селтәре быға тиклем ҡаты контролдә тотолманы, ә ябай ғына итеп әйткәндә, таксистар үҙҙәре – баш, үҙҙәре түш булды. Үҙҙәрен саҡырғандан һуң да яртышар сәғәткә һуңлаһалар ҙа, бер ни булмай, ә клиенттың һәр көттөргән минуты түләүле булыуы ла халыҡ өсөн бер ҙә файҙаға түгел.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ ---

    Йәйге эҫелә машинаның моторы ҡыҙа. Ләкин бының өсөн һауа торошоноң үтә лә эҫе тороуына һәм тирәк мамығына ғына һылтанырға ашыҡмағыҙ. Улар быға тиклем капот аҫтында йоҡлаған «ауырыуҙар»ҙы уятып ҡына ебәрә, һеҙ быға тиклем был проблемаларға иғтибар итмәгәнһегеҙ.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡобайырға тереһыу бөркөп Башҡортостан » Милли проекттар

    2003 йыл Баймаҡ районының Талҡаҫ күле буйындағы бәйге эпос байрамына әйләнә. Урал батыр ҡиссаһын боронғо сәсәндәрсә һөйләгән Йылайыр районы уҡыусыһы Айрат Атанғоловҡа гран-при тапшырыла. Йылайырҙар икенсе мәртәбә еңеүсе була – икеһен дә Һабыр мәктәбе уҡытыусыһы Фәндиҙә Ҡудашева әҙерләй. Иң оҫта һөйләүселәр – Юлиә Назарова (Йылайыр), Гөлназ Ильясова (Ауырғазы), Рәшит Йомағужин (Республика башҡорт гимназияһы), Роза Нафиҡова (Дыуан), Лена Даянова (Баҡалы районы), Зөбәржәт Әминева (Баймаҡ), Әлиә Таймасова (Хәйбулла), Әлфиә Хәмиҙуллина (Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия), Әлфиә Һатлыҡова, Руслан Шәрәфетдинов (Бөрйән) һ.б.
    Данлы Талҡаҫ күлендә һыу ҡойоноу, Ирәндек тауына сәйәхәт балалар өсөн бик матур ял була.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    ай башы Июль Яңылыҡтар » Иғтибар

    ай башы Июль
    Байрамдар, иҫтәлекле көндәр
    1 – Бөтә донъя архитектура көнө.
    2 – Халыҡ-ара спорт
    журналистары көнө.
    3 – ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көнө.
    – Рәғәиб кисе.
    6 – Диңгеҙ hәм йылға флоты
    хеҙмәткәрҙәре көнө.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Беҙҙең» Испания – чемпион! Яңылыҡтар » Спорт

    «Беҙҙең» Испания – чемпион!
    Испания – Европа чемпионы! Был ил 44 йылдан hуң йәнә ошо бөйөк исемде яуланы. Улар финалда Германия йыйылма командаhын 1:0 иҫәбенә отоп, ошо ҙур уңышҡа өлгәште. Өс тапҡыр Европа беренселеге еңеүсеhе булған немецтар, күпме генә яуап тубы индерергә тырышмаhын, виртуоз испандарҙы бер нисек тә ота алманы. Киреhенсә, беренсе осорҙоң 33-сө минутында уңышҡа өлгәшкәс, Испания футболсылары дәғүәсеhен ҡыҫырыҡлап, уларға үҙ уйынын уйнарға ирек бирмәне.

    авторы: Нур | 1 июля 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru