Булдыҡһыҙҙың ҡоралы насар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Осрашҡанға тиклем, «Имәнкәй»!
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Баш йортомдағы телде башҡорт аңлаймы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ул шунан hуң тәмәке тартмай, йырлай hәм спорт менән шөғөлләнә Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым

    Башҡорт дәүләт университеты тормошонда ҡайнап йәшәгән Эльвир Ишкилдинды вузда hәр береhе яҡшы белә. Сөнки ул тырыш, белемле студент ҡына түгел, ә сәнғәт, спорт өлкәhендә ҙур уңыштарға өлгәшә. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Ҡурайсы, йырсы, спортсы егет ваҡытты ҡайҙан таба тиерhегеҙ. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә уның тәүге компакт-дискыhы донъя күрҙе. Ул «Гәлсәр hандуғас – 2007» фестиваленең дипломанты ла.

    авторы: Нур | 28 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Аҡ үлем» һәр ерҙә һағалай Яңылыҡтар » Иғтибар

    Наркоман булып тыумайҙар

    – Беләһеңме, минең ирем наркотиктар ҡуллана. Үҙен бер төрлө нисектер сәйерерәк тотҡас, иҫеректер, тип уйлаһам, ауыҙынан еҫ килмәй. Аптырайым. Ҡатындар, бәлки, наркотик ҡаҙағандыр үҙенә, тигәс, веналарын ҡараным, энә эҙҙәре күренмәй. Баҡтиһәң, ул бәҙрәфкә инеп бикләнеп, тел аҫтына наркотик һала икән. Был сиренән уны нисек арындырырға икән? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәйем, – тип бер көндө танышым шылтыратты.

    авторы: Нур | 28 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Буласаҡ әҙиптәр байрамы Мәғәриф

    Fафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернатында оло байрам – «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеhе үтте. Етенсе йыл рәттән был сараны танылған шағирә, Башҡортостан Республикаhының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, яҡташтары Гөлнур Яҡупова уҙғара. Уҡыусы балаларҙың ижадын анализлап, уларға йомғаҡ яhап, бәйгелә еңеүселәргә үҙенең шәхси фондынан аҡсалата премиялар тапшыра.

    авторы: Нур | 28 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ЙӘНӘ БЕР ТАПҠЫР «УРАЛ БАТЫР» ХАҠЫНДА Башҡортостан » Милли проекттар

    ТӘҮ ҡарауға, бәлки, «Урал батыр» эпосы хаҡында күп тә яҙылған һымаҡтыр. Әммә әлегә бер нәмә лә әйтелмәгән. Бындай апелляцияға дәғүә итмәҫтәй белдереүемә белгестәрҙең үпкәләп тә ҡуйыуҙары ихтимал, әлбиттә... Тик киреһен әйтеү мәшһүр ҡобайырҙың ҡиммәттәрен кәмһетеү кеүегерәк булыр ине. Әлегәсә донъя күргән махсус китаптар, айырым мәҡәләләр, фәнни конференцияларҙағы сығыштар – быларҙың барыһы ла дөйөм бер система барлыҡҡа килтерерҙәй, тулы картина тыуҙырырҙай оло мозаиканың айырым өлөштәре генә әле. Мәҫәлән, рустарҙың шул уҡ донъяуи кимәлдә танылыу яулаған «Слово о полку Игореве» хаҡындағы бихисап хеҙмәттең һәм «Урал батыр» тураһында әйтелгәндәрҙең нисбәтен күҙаллап ҡарағыҙ. Идея-тематик йәһәттән, күләм күҙлегенән, фәлсәфә тәрәнлеге һәм поэтик үҙенсәлеге буйынса өҫтөнлөк ҡобайыр яғында булһа ла, әлеге нисбәт бер ҙә генә һуңғыһы файҙаһына түгел бит һуң.

    авторы: Нур | 28 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ижад ҡойоhо алҡынып торғанда... Башҡортостан » Юбилейҙар

    Шағирә, прозаик, журналист Гөлнур ЯҠУПОВАFА – 60 йәш
    Ижад ҡойоhо алҡынып торғанда...
    Ижад сере. Ижадсының сере. Донъяға ҡарашы, бала сағы, hөйгән йәре... Йәштәр гәзитенә шағирә күңел төбөндәгеhен йәшермәйенсә тулыhынса асып hалды.
    Беҙҙең hөйләшеү юбилярҙың тыуған көнөнөң иртәгәhенә булды.

    авторы: Нур | 28 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡобайырға тереһыу бөркөп Башҡортостан » Милли проекттар

    Урал батыр эпосында һүрәтләнгән ваҡиғалар бөтә донъяны һыу баҫҡан дәүер — туфан ҡалҡҡан замандарҙан һуң ер йөҙөндә яңы кешелек цивилизацияһы Уралдан башланыуға ишара итә. Һинд, иран һәм арий халыҡтары үҙҙәренең иң тәү төйәктәре тип Урал тауҙарын телгә ала.

    авторы: Нур | 28 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сәкәндәрегеҙҙе әҙерләгеҙ, Бразилия хоккейсылары... Яңылыҡтар » Спорт

    Сәкәндәрегеҙҙе әҙерләгеҙ, Бразилия  хоккейсылары...
    Бөттө. Китте. Әкиәт тамам. Һау бул, чемпионат! Башынан ике тапҡыр аша hикергән Рәсәй йыйылма командаhы үҙ тарихында башлап Европа беренселегенең ярымфиналына сығып, бөтә Европаны таң ҡалдырғайны. Тик, әлеге лә баяғы, финалға сығыр өсөн Испаниянан 0:3 иҫәбенә отолоп, дөрөҫөрәге, бер үк тырмаға «баҫты».

    авторы: Нур | 28 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Көлкөлиум Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Һорау:
    – Әгәр эсмәhәң, тартмаhаң, ҡатын-ҡыҙ артынан сапмаhаң, оҙон-оҙаҡ ҡартлыҡ көндәре кисерәhең, тигәндәре дөрөҫмө? Һеҙ нисек уйлайhығыҙ?
    – Дөрөҫ. Әгәр кеше иҫәр hәм был оҙаҡҡа булhа.

    авторы: Нур | 28 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru