Ҡул эшләһә, ауыҙ тик тормаҫ

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Эскелек – боҙоҡлоҡтоң башы
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Изгелектә ярышыр ай
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Яралы күңел Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Бала – бауыр ите, тиҙәр... Әсә өсөн балаһынан да ҡәҙерле, яҡын кеше юҡ донъяла. Ауырып китһә – борсола, күңелһеҙлектәр килеп тыуһа – ярҙам ҡулы һуҙа, иңгә көс етмәҫлек ауырлыҡтар төшһә лә балаһы менән бергә күтәрә, кәрәк саҡта кәңәштәре менән ярҙам итә. Үҫеп буй еткерһә лә, сәстәренә ҡырау төшһә лә, әсә өсөн ул барыбер сабый булып ҡала. Мәҡәлә әсә менән бала хаҡында булһа ла, уның ыңғай яҡтарын түгел, киреһенсә, үҙем шаһит булған кире яҡтарын асып һала...

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тиҙлек алған машинаны туҡтатыуы ауыр Яңылыҡтар » Спорт

    – Туй ҡайғыhы китте ул... Мәжлесте ауыл клубында дауам итер өсөн йыйылған халыҡ, Рәсәй футболсыларының еңеүен ишетеү менән «әсе» hүҙен «Рәсәй», «Рәсәй» hөрәненә алмаштырып, таңға тиклем ҙур шатлыҡты байрам итте. Ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәр өсөн ул, киреhенсә, мәртәбә генә өҫтәне. Сөнки нисек кенә тимә, улар өсөн дә, Рәсәй өсөн дә тарихта ҡала торған иҫтәлекле көн. Йәштәр – бәхетле, Рәсәй командаhына киләсәктә лә шулай уңыштар юлдаш булhын!

    авторы: Нур | 24 июня 2008 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Үҙем тураҺында үҙем Башҡортостан » Юбилейҙар

    Күренекле драматург, яҙыусы Наил FӘЙЕТБАЙҒА – 60 йәш

    Үҙем тураҺында үҙем
    Бала саҡта өлкәндәрҙең: «Һай, был тормош! Төш кенә кеүек булды. Үткәне лә hиҙелмәне!» – тиеүен ишеткеләй инем.
    Уйламаным да, тоймай ҙа ҡалдым – ҡапыл үҙем шулай тип әйтер йәшкә еткәнмен. Ысынлап та, тормош ығы-зығыhы менән мәшғүл булып, алтмышҡа атланғанымды hиҙмәгәнмен дә! Ни өсөн шулай тиҙ, ҡапыл үтте был алтмыш йыл ғүмер? Мин ошо хаҡта уйландым. Һәм ҡыҙыҡ ҡына фекергә килдем.

    авторы: Нур | 23 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Янылыктар Башҡортостан

    Үҙәктә – тау сәнәғәте

    Башҡортостан Республикаhы Президенты Мортаза Рәхимов эш сәфәре менән Сибай ҡалаhында hәм Хәйбулла районында булды.
    Республика етәксеhе унда Көньяҡ Урал райондарының иҡтисади hәм социаль үҫеше менән танышты. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш hәм көньяҡ райондарының төп иҡтисади тармағы булған тау-сығарыу сәнәғәте үҫеше перспективаларын ҡарау сәфәрҙең төп маҡсаты булды. Мортаза Рәхимов hәм Урал тау-металлургия компанияhы башлығы И. Мәхмүдов 2008 йылға Башҡортостан Республикаhы менән «Урал тау-металлургия компанияhы – холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араhында хеҙмәттәшлектең төп принциптары хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

    авторы: Нур | 21 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ХАҠТАР НИ ХАҠ? Башҡортостан

    Һуңғы ваҡытта аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы аҙға ғына туҡтап тора ла, ҡапыл тағы ла үҙе хаҡында һиҙҙерә. Шуға ла «Йәшлек» гәзите баш ҡала хаҡтарын даими биреп барырға булды.

    авторы: Нур | 21 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Чемпион тажы кемгә эләгер? Яңылыҡтар

    Кисә Өфөлә Тамара Танһыҡҡужина менән Украина спортсыһы Дарья Ткаченко араһында донъя чемпионы исеменә халыҡ-ара шашка матчының икенсе сеты башланды. Ярыштың беренсе сеты 17 июндә Украинаның Днепродзержинск ҡалаһында Ткаченко файҙаһына 8:4 иҫәбе менән тамамланғайны. Әлегә алда 1:0 иҫәбе менән Украина спортсыһы килә.

    авторы: Нур | 21 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Яңғыратып ҡурай моңдарын Яңылыҡтар

    Бөгөн Октябрьский ҡалаһында ҡурай оҫталарының профессиональ конкурсы башланды. Унда республикабыҙҙан һәм Татарстандан 200-ҙән ашыу ҡурайсы ҡатнашырға теләк белдергән. Еңеүсене ҙур бүләк – автомобиль көтә.

    авторы: Нур | 21 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    МӘСКӘҮҘӘРГӘ –БАШҠОРТОСТАН НАГРАДАЛАРЫ Яңылыҡтар

    Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат залында Башҡортостан Республикаһы наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.

    авторы: Нур | 21 июня 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru