|
 |
|
Афарин!
Бөгөн Өфөлә йәшәүсе әбйәлилдәрҙең бер түгел, ике ойошмаhы эшләп килә. Береhе «Әбйәлил» ижтимағи берекмәhе булhа, икенсеhе – Әбйәлил студенттары берлеге. Тап ошо ике ойошма яңыраҡ яҡташтарын осрашыуға йыйҙы.
Кисәгә килеүселәрҙе БР Президенты Хакимиәтенең территориялар hәм кадрҙар буйынса идаралығы етәксеhе урынбаҫары Хәйҙәр Вәлиев, Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Владимир Павлюкович, «Әбйәлил» ижтимағи берекмәhе рәйесе урынбаҫары Раян Шаhимөхәмәтов, Башҡортостанда биатлон спортына нигеҙ hалыусыларҙың береhе, билдәле спорт мастеры Мазhар Алсынбаев, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәшит Ишбулатов тәбрикләне. |
|
 |
Матур башланғысҡа нигеҙ һалынды |
Мәғәриф |
|
Уҡытыусы тип әйтеү менән беҙ барыбыҙ ҙа мәктәп уҡытыусыhын күҙ алдына килтерәбеҙ. Ә уҡытыусылар бит башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларында, урта махсус hәм юғары уҡыу йорттарында ла эшләй. Мәктәп уҡытыусыhы кеүек үк, уларҙың хеҙмәте лә оло хөрмәткә лайыҡ. Декабрь аҙағында башланғыс профессиональ белем биреү учреждениелары араhында ойошторолған «Йыл уҡытыусыhы – 2007» республика конкурсында уларҙың бер төркөмө лайыҡлы баhаhын алды ла инде. Әйткәндәй, был конкурс быйыл беренсе тапҡыр уҙғарыла. |
|
|
Президент ҡотлауы
БР Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостандың православие дине христиандарын Раштыуа байрамы менән ҡотланы.
Республика башлығы ҡотлауында: «Бөгөнгө Башҡортостан – төбәгебеҙҙең традицион һаналған диндәр вәкилдәренең дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәүе уңышлы үҫешкән республикабыҙҙың сағыу өлгөһө булып тора. Христиан динен тотоусыларҙың милләттәр һәм диндәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индереүен беҙ юғары баһалайбыҙ. Иманым камил, православиеның юғары идеялары киләсәктә лә йәмғиәттең рухи яңырыуына булышлыҡ итәсәк», – тиелә.
|
|
|
Сәйҙе кем генә эсергә яратмаһын инде? Тормоштоң төрлө осраҡтарында ла – өҫтәл артында аралашҡанда ла, йылынып алыу, көс-хәл йыйыу, сарсауҙы ҡандырыу йәки аштан һуң да беҙ сәй эсергә күнеккәнбеҙ. Сәй эсмәүселәр беҙҙең илдә бик һирәк, ундайҙар башҡалар күҙлегенән сәйер ҙә тойола. Сәйҙе үҙенә күрә «наркотик» тип атаусылар ҙа дөрөҫ фекерҙә. Сөнки, иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле, саҡ ҡына сәй эсмәй торһаҡ, баш ауырта башлай, кәйеф тә юғала.
Баҡтиһәң, сәйгә ҡарата һөйөүебеҙ бер нисә көнсығыш иленән һәм Англиянан ғына ҡалыша икән. |
|
|
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
2008 йылдың башында тағы ла һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға бик шатбыҙ.
Үткән йылды оҙатҡанда һәр көм үҙенең эшенә йомғаҡ яһай. Ҡабан йылы «Йәшлек» гәзите өсөн дә уңышлы ғына булды. Беҙҙең ҡаҙаныштар менән, хөрмәтле уҡыусылар, гәзит аша танышып барҙығыҙ инде. Бөтә донъяла инфляция барған ваҡытта беҙ гәзитебеҙгә яҙылыу хаҡын кәметеүгә өлгәштек. Республикабыҙҙа был бәхет ни бары ике баҫмаға - татар йәштәре өсөн сыҡҡан «Өмет» гәзитенә һәм «Йәшлек»кә эләкте.
Икенсенән, гәзитебеҙ Рәсәй матбуғатының алтын фондына инде. Был шатлыҡлы хәбәр декабрҙең аҙағында билдәле булды, һәм килеп, 2007 йыл менән сағыштырғанда, гәзитебеҙгә яҙылыусылар һаны артты. Быйыл «Йәшлек»те 19443 уҡыусы алдырасаҡ. Әлбиттә, элекке 40 меңлек тиражды яулау хаҡында хыялланырға ла хыялланырға, әммә һеҙҙең кеүек шәп уҡыусыларыбыҙ менән ул һанға ла етербеҙ әле. Ә бөгөн беҙҙең төп бурыс - халыҡ яратып уҡырлыҡ гәзит сығарыу. Редакцияла бына тигән шәп коллектив тупланған, улар һеҙҙең ихтыяжығыҙға тап килерҙәй баҫма сығарыу өсөн бар көсөн һалыр, тип уйлайым. |
|
|
Ҡәҙим АРАЛБАЕВ
Уралымда – ожмах еребеҙҙә –
Ниндәй бәхетлебеҙ –
Ҡыштар бар!
Аҡ бурандар.
Көмөш тәңкә ҡарҙар
Яҙҙырырҙай хатта hуштарҙан. |
|
|
Башкортостаныбыҙҙың һылыуҙарҙан-һылыу, гүзәлдәрҙән-гүзәл ҡыҙҙары менән тирә-яҡта дан тотоуын бер кем дә инкар итә алмай. Халҡыбыҙҙың тик башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас матур сифаттарға эйә булған гүзәл заттары ата-бабаларыбыҙ йәйләүҙәрҙә көн иткән дәүерҙә лә үҙҙәренең күҙҙе ҡамаштырыр, һуштан яҙҙырыр гүзәллектәре менән егеттәрҙең йөрәген әсир итһә, бөгөн дә һылыу ҡыҙҙарыбыҙға тиң сибәрҙәр юҡ донъяла. Төн ҡараһылай серле ҡарашлы, алма кеүек янып торған алһыу йөҙлө, ҡыҙарып бешкән сейәләй һутлы иренле, ҡара ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас ҡашлы, тал сыбығындай нескә билле, тау шишмәһендәй оҙон толомло, һандуғастай моңло тауышлы һылыуҙарыбыҙ янынан ниндәй егет тыныс ҡына уҙып китһен инде?! Башҡортостан ҡыҙҙары – илебеҙ йөҙө, халҡыбыҙ ғорурлығы. |
|
 |
Тормошо уның ҡайнар усаҡ кеүек |
Әҙәбиәт |
|
«Мең йыл быҫҡып йәшәгәнсе,
Бер йыл дөрләп яныу артыҡ», – был юлдарҙың авторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыhы Зәйнәб Биишеваның 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан республика етәкселеге тарафынан ҡарарҙар ҡабул ителеп, иле алдындағы ҙур эштәрен тағы бер тапҡыр байҡап, киләсәк быуынға Оло әҙибәнең ысын булмышын күрhәтеү, уның образы аша йәштәрҙе тәрбиәләү маҡсатында эш йәйелдереп ебәрелде. Мәктәптәрҙә уҡыусылар уның ижады хаҡында иншалар яҙа, тормош юлын өйрәнә, юғары уҡыу йорттарында конференциялар үткәрелә, гәзит-журнал биттәрендә мәҡәләләр донъя күрә. Былар үҙҙәре үк Зәйнәб апай Биишеваның халыҡҡа яҡын булыуына бер дәлил. Халыҡ уның әҫәрҙәрен ярата, хатта ауыл китапханаларында китаптары аҙ булыуына ғәжәпләнә, киләсәктә уларҙың нәшер ителеүенә өмөтләнә. |
|
580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит |
|
|