Кешене белгең килһә, бер һүҙенә ҡара, бер эшенә ҡара.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Кусэр
  • Мәңге уңалмаҫ сей яра
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Ҡәҙерле дуҫтар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Зәйнәб апай янында Әҙәбиәт

    Зәйнәб апай Биишева менән миңә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаhында ике тапҡыр бергә дауаланыу, аралашыу бәхете тейҙе. Тәүге осрашыу 1986 йылдың сентябрендә булhа, икенсеhе 1989 йылдың октябрендә насип булды. Хәйер, яҙыусының быға тиклем республика кимәлендә уҙғарылған ижад кисәләрендә, осрашыуҙарҙа ҡатнашырға, сығыш яhарға тура килгәйне.

    авторы: админ | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    2008 йылда нимә көтөргә? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Пенсионерҙар

    Пенсияның страховкалау өлөшө 1 февралдән 8 процентҡа, ә апрелдән тағы ла 7,5 процентҡа күтәреләсәк. 1 августан пенсияның төп өлөшөн дә  15 процентҡа арттырасаҡтар.

    Хәрбиҙәр

    Хәрбиҙәр һәм ошо өлкә пенсионерҙарының эш хаҡы ике этапта артасаҡ. Уларҙың килемдәре февраль һәм октябрь айҙарында туғыҙар процентҡа күтәреләсәк. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың балаһы булғандарының  ҡатындары ай һайын 6 мең һум күләмендә пособие аласаҡ.

    авторы: Лилиә Сираева | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҫке йылды оҙатҡанда... Мәҙәниәт

    altМәскәү башҡорттарында йәштәргә «Бал-маскарад» үткәреү, балалар өсөн шыршы байрамы ойоштороу матур традицияға әйләнгән.

    Быйылғы «Бал-маскарад» Тверская урамында «Банглес» төнгө клубында үтте. Йәш ғаиләләр, студенттар, йәштәр Ҡарhылыу менән Ҡыш бабайҙы күрергә, бергә күңел асырға ашыҡты. Йәштәрҙең барыhы ла береhе-береhенән матурыраҡ, фантазия менән тегелгән карнавал костюмдарында ине.

    Ҡыш бабай тәҡдим иткән эсемлек – ҡымыҙ барыhының да күңеленә хуш килде.

    Мәскәү уртаhында башҡорт көйҙәренә ихлас тыпырлашып бейегән йәштәргә Сәғиҙулла Байегеттең килеп ҡушылыуы үҙе бер сағыу тамаша, ҙур бүләк булды.

    авторы: админ | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Йәшлек» гәзитенең 2007 йылғы премияһы лауряттары Мәҙәниәт

    Гәзит – коллектив хеҙмәт емеше ул. Әлбиттә, эше башҡалар күҙенә салынмаған техник  хеҙмәткәрҙәрҙән алып баҫманың тематик йөкмәткеhен көндәлек ижади эшмәкәрлеге менән байытҡан журналистар бер төптән егелеп эшләмәhә, «Йәшлек»те төрлө йәштәге гәзит уҡыусыларҙың зауығына тап килерлек итеп сығарыуы икеле. Шөкөр, редакциябыҙ коллективы берҙәм hәм татыу. Өҫтәүенә, журналистика алдына заман ҡуйған бурыстарҙы – халҡыбыҙҙы рухи яҡтан, йәштәребеҙҙе милли рухта  тәрбиәләүҙе еренә еткереп үтәргә тырышабыҙ. Әлбиттә, гәзитебеҙҙең күп hанлы дуҫтары – әүҙем яҙышып тороусы штаттан тыш авторҙарыбыҙ ҙа йәштәрҙең төп баҫмаhын тематик йәhәттән байытыуға күп көс hала. Ниhайәт, гәзиттең иң егәрле журналисын hәм үткер ҡәләмле авторҙарын асыҡлар мәл дә етте.

    авторы: админ | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыш Бабай менән бер көн Мәҙәниәт

    altСал һаҡал-мыйыҡ, ҡупшы елән-бүрек, бүләк менән күстәнәстәр тулы ҙу-у-ур тоҡ (ана-бына үҙе лә көтмәҫ мөғжизәләр сығарырҙай!)... Һәр бер декабрь аҙағында М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Хәким Мортазин өсөн яңы сүрәткә – Ҡыш бабай образына инер мәл етә. Инде туғыҙ йыл шулай.

    Ҡыш бабайҙың «эш миҙгеле» ҡыҫҡа – ни бары аҙна-ун көн. Тәү ҡарашҡа, ролдең әллә ни ҡатмарлығы ла юҡ кеүек. Шулай ҙа был эшен байтаҡ башҡарған актерҙың уға бәйле уй-һығымталары бигүк ябай түгел. Хәйер, Ҡыш бабайыбыҙҙың йылдың иң аҙағындағы көнөн тасуирлап, үҙенә һүҙ бирәйек.

    авторы: Гүзәл Байғотлина | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һәр ваҡыт булһын олатай, йылда килһен яҡты Яңы йыл! Яңылыҡтар

    altӨФӨ районының Ҡомлокүл ауылынан Рәмил менән Өфөнән Романға бөгөн бик тә күңелле, рәхәт! Бына инде нисә йыл рәттән олатаһы менән өләсәһе уларҙы көтөп алған Яңы йыл байрамы мәлендә Өфөлә ҡуйылған шыршы майҙансыҡтарына, hырғалаҡтарға алып бара.

    Һәр ваҡыттағыса, атай-әсәйҙәрҙең балаларҙың hәр hүҙен тыңларға, hәр үтенесен үтәргә ваҡыты етмәй ҡала. Әммә олатайҙары, өләсәйҙәре булғандарға hис тә зарланырлыҡ түгел. Сөнки уларҙың ейәндәре менән аралашҡанда сабырлыҡтары ла, ваҡыты ла, яғымлы hүҙе лә, яҡты хисе лә етә.

    авторы: админ | 3 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!» Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Бөтә синыф менән – «Йәшлек»кә!»
    «Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!»
    «Бөтә коллектив менән – «Йәшлек»кә!»
    «Бөтә ауыл менән – «Йәшлек»кә!» конкурстары дауам итә. Бәйгеләрҙең шарты ябай – яратҡан гәзитегеҙгә яҙылырға ла, квитанция+исемлекте, мисәт-ҡултамғалар менән раҫлатып, редакцияға ебәрергә. Сикләүҙәр: синыфта – 15 баланан, мәктәптә уҡытыусылар коллективы hәм уҡыусылар менән бергә – 100-ҙән, коллективта – 20-нән дә кәм хеҙмәткәр, ауылда 50-нән кәм йорт-хужалыҡ булмаҫҡа тейеш.

    авторы: admin | 20 декабря 2007 | Фекерҙәр (2) | Тотош уҡырға
    Әскән атайҙарҙың ҡуйын дәфтәренә Әҙәбиәт » Шиғырҙар

    Төшөммө был? Әллә таныш яҙмыш
    Ҡабатлана микән тағы ла?
    ... Төн ҡараһын йыртып бала илай,
    Юҡ, ҡысҡырып түгел, шым ғына...

    Ҡасандыр бит ошо шомло төнгә
    Мин һыйындым, йылы тапмағас.
    (Эскән атай йәмһеҙ һүҙҙәр менән
    Тыуған йорттан ҡыуып сығарғас)...

    авторы: админ | 16 декабря 2007 | Фекерҙәр (4) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru