Кем эшләмәй, шул ашамай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Йондоҙнамә 19-25 июль
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Суицид Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Суицид һөҙөмтәһендә Рәсәй йыл һайын бөтә афған һуғышында һәләк булғандарға ҡарағанда күберәк кешеләрен юғалта» - был фекер рәсәйҙәр өсөн яңылыҡ түгел һәм бер кемдең дә иҫен китермәй. Күренеш ғәҙәтигә әйләнеп бара. Ә нимә кешене һуңғы аҙымға этәрә? Ниндәй сәбәптәр кешене һуңғы өмөтөнән мәхрүм итә? Башҡа илдәрҙә хәлдәр нисек? Ошо һорауҙарға Учалы психоневрология диспансерының баш табибы Рәмзиә Урузбаева яуап бирә.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 10 декабря 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Монитор артындағы тормош йәки Кем күрше партала ултыра? Яңылыҡтар » Ғәләмәт донья

    Ғалимдарҙың фекеренсә, беҙ һуңғы йылдарҙа үҙ-ара аралашыуҙы бермә-бер кәметкәнбеҙ. Юҡ-юҡ, беҙ аралашыу һәләтен һис тә юғалтмағанбыҙ, ни бары әңгәмәләштәребеҙгә талапсаныраҡҡа әйләнгәнбеҙ. Ни өсөнмө? Ә кемгә уның ҡылыҡтарын башҡаларҙың баһалауы оҡшаһын?! Яҡындарыбыҙҙың кәңәштәре кәрәге бер тин булған өгөт-нәсихәт, буш вәғәз кеүек ишетелә. Ә инде шелтәләүҙәр, ғөмүмән, штыкка ҡабул ителә. Һинән күберәк белгән кеше йәнеңде көйҙөрә, бер нәмә лә белмәгәне – хәтереңде ҡалдыра, йәнәһе лә, кем менән мин бәйләнгәнем!Ә интернет - бына был, исмаһам, эш!

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 9 декабря 2007 | Фекерҙәр (6) | Тотош уҡырға
    Юҡлыҡ талаштыра, барлыҡ яраштырамы? Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    Әхирәтем: «Ваҡытың булһа, мине ауылға алып бар әле, зинһар, ағайымдарҙың хәлен белеп килергә кәрәк», – тигәс, ҡыуанып ризалаштым – ҡалалағы эҫелә быжып ятҡансы, исмаһам, саф һауала йөрөп ҡайтылыр. Эште оҙаҡҡа һуҙманыҡ, шул сәғәттә үк юлға сыҡтыҡ. Һөйләшеп барғас, юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәне, кәрәкле ауылға елдертеп барып та еттек. «Ошонан уңға борол, бында тура барырға кәрәк...» – әхирәтемдең өйрәтеүе буйынса урам-тыҡрыҡтарҙы үтеп, ағаһының бейек йорто алдында туҡтаныҡ. Машинаны һүндереп өлгөрмәнем, ҡапҡанан ике бәләкәй ҡыҙ йүгереп килеп сыҡты ла, әхирәтемдең муйынына аҫылынды: «Ур-ра! Апай килгән!». Минең менән һаулыҡ һорашҡас, ҡыҙҙарҙың бәләкәсерәге (5-6 йәштәр самаһы барҙыр) ҡунаҡ апаһын, еңенән тартып, үҙенә ҡарай эйелтте лә: «Атай ҡаланан иҫереп ҡайтҡан, әсәй шуға баянан бирле асыулана», – тип шыбырланы. Килә биргәс, өҫтәп ҡуйҙы: «Ныҡ асыулана». Әхирәтемдең әле генә ҡыуаныстан балҡыған йөҙөнә күләгә ятты.

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 4 декабря 2007 | Фекерҙәр (3) | Тотош уҡырға
    Газға баҫам, рулде борам… Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы

    МИН МАШИНА ЙӨРӨТӘМ!
    Бер заман йәйәү йөрөп ялҡтым да, Бөтә Рәсәй Автоһөйөүселәр йәмғиәте филиалындағы водителдәр курсына яҙылдым. Утыҙар кешенән торған ике төркөм тупланғас, дәрестәр башланды.
    Әйткәндәй, төркөмдәрҙә күпселекте йәштәр тәшкил итте. Биш ҡатын һәм бер ир илле йәштән олораҡ ине (улар иң тәртипле уҡыусылар булып сыҡты бер дәресте лә ҡалдырмай йөрөнө). Теория буйынса дәрестәрҙе Ольга Федотова алып барҙы. Бик аҡыллы, нескә юморлы ҡатын иң ауыр темаларҙы ла аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп беҙҙең башҡа һеңдерҙе: «Һәр юл билдәһе үҙ урынында, ысын мәғәнәһендә ҡан ҡатыш яҙылған, шуға ла, рәхим итеп, уларҙы ҡәтғи рәүештә үтәгеҙ!»

    авторы: Баныу Ҡаһарманова | 30 ноября 2007 | Фекерҙәр (10) | Тотош уҡырға
    Мәктәп менән - конкурсҡа Яңылыҡтар » Конкурстар

    Рәсәйҙең 62 төбәгенән 126 дөйөм белем биреү учреждениеhы «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәптәре – 2007» конкурсында ҡатнашасаҡ. Улар араhында Башҡортостан мәктәптәре лә бар.
    Өфөнөң 93-сө гимназияһы, Мәләүез районының 6-сы лицейы, Стәрлетамаҡтың 32-се урта мәктәбе, Учалы районының Ураҙ лицейы һәм Нефтекаманың Әмзә урта мәктәбе республикабыҙ данын яҡлаясаҡ.

    авторы: admin | 30 ноября 2007 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ноябрь Башҡортостан » Юбилейҙар

    5 – яҙыусы, журналист Эдуард ӘҒЗӘМОВҠА – 70 йәш (1937).
    7 – Башҡортостандың халыҡ шағиры, публицист Александр ФИЛИППОВҠА – 75 йәш (1932).
    10 – тарихсы, тарих фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре Fөбәйҙулла ИЛЕШЕВҠА – 80 йәш (1927).

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ноябрь(Ҡырпағай) Башҡортостан » Юбилейҙар

    4 – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.
    9 – Бөтә донъя сифат көнө.
    10 – Милиция көнө.
    – Бөтә донъя йәштәр көнө.
    11 – Башҡорт Үҙәк Советының революцияға, хөкүмәткә, ер мәсьәләләренә мөнәсәбәте сағылған 1-се фарманы донъя күреүгә – 90 йыл (1917).

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡыҙыҡ хәлдәр Әҙәбиәт, Сатира һәм юмор!

    Ҡыш, бик hыуыҡ көн. Урамда ике ир осраша. Ҙур эт эйәрткәне, икенсеhенән, йылынғың киләме, тип hорай.
    Теге, танышы берәй нәмә тәҡдим итә икән, тип уйлап, килә, ти.
    – Аҡбай, фас!..

    авторы: admin | 29 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru