|
 |
 |
Ҡәҙерҙәрен беләм мин йырҙың |
Әҙәбиәт |
|
Уның менән бергә эшләй башлағанда, йәшен hорап торманым. Элек-электән, мин бәләкәй саҡта ла районыбыҙҙың «Урал» гәзитендә шиғырҙары сыҡҡанын күргәнем бар ине, шуға ла ныҡ оло кешелер тип кенә уйланым. Ә осрашҡас инде, нисектер, тиңдәш hымаҡ күренде Әхмәҙин ағай. Сөнки ҡиәфәте лә, үҙен тотошо ла, hөйләшеүе лә йәштәрсә, шиғырҙарынан да шаянлыҡ, йәшлек аңҡып тора ине уның. Йәштәр әле лә бөтәhе лә уның менән тиңдәштәр hымаҡ аралаша шул. Һәм бына hиңә – Әхмәҙин Әфтәхкә 60 йәш! |
|
|
КВАДРАТ Малевич... Дөм ҡара квадрат. Бушлыҡ. Аҡыллылар башты ваталар. Зәңгәр экрандарҙан, гәзиттәрҙән Фараздарын беҙгә hаталар.
|
|
|
Балалар йортонда ҡанат нығытып, оло тормош юлына аяҡ баҫыуҙарына бер нисә ай ғына, шул арала бер-береһен һағынышып та өлгөргәндәр. Ҡосаҡлашалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, тәрбиәселәре лә эске бер наҙ, яратыу тулы ҡараштарын уларға төбәгән. Әйтерһең дә, бер нисә йыл күрешмәгән бер туғандар осраша. Республика балалар йорттары тәрбиәләнеүселәренең быйылғы сығарылышы слетында ҡатнашыусы ҡыҙҙар һәм егеттәр хаҡында һүҙебеҙ. |
|
|
Түңгәүермен, тиң дәүерҙең Тилбер ҡыҙымын. Ырыуымдың ҡотон hаҡлар Тере ҡуҙымын. |
|
|
Был көндә баш ҡаланың Ф. Fәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең тамаша залында айырыуса йәнлелек хөкөм hөрҙө. Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Белорет, Күгәрсен райондарынан, Баймаҡ, Сибай ҡалаларынан, Ырымбур өлкәhенән килгән Түңгәүер ырыуы вәкилдәре оло ҡорға йыйылды. Тарих төпкөлөн байҡаhаң, Түңгәүерҙең бик боронғо ырыу булғаны мәғлүм. 921 – 922 йылдарҙа Волга буйындағы Болғарға сәйәхәтендә ғәрәп илсеhе Ибн-Фаҙлан, Яйыҡ йылғаhының уң яҡ ярында башҡорттарҙың иле башлана, тип яҙа. Ул биргән мәғлүмәттәр буйынса, бындағы халыҡтың ғөрөф-ғәҙәте, йолалары түңгәүерҙәргә тап килә. Шуға ла был ырыуҙы этностарҙы барлыҡҡа килтереүсе ырыу тип атарға тулы нигеҙ бар. |
|
 |
Кинйә батыр ҡайтты һәйкәл булып |
Сәйәсәт |
|
Республикабыҙҙың Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаево ауылында Емельян Пугачевтың көрәштәше, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы башлыҡтарының береhе Кинйә Арыҫлановҡа тантаналы рәүештә һәйкәл асылды. Скульптура район үҙәгенең төп майҙанында – хакимиәт йорто һәм мәҙәниәт һарайы ҡаршыһында урынлашҡан. Уның авторы Өлфәт Ҡобағошов был эшкә биш йыл ғүмерен арнай һәм уны тормошоноң төп хеҙмәте тип һанай. РФ Федерация Советы ағзаһы Рәмил Исҡужин, һәйкәл асыу тантанаһында сығыш яһап, Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларынан һуң өс быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, халыҡтың тарихты онотмауын, батырҙарын хәтерләүен һәм яратыуын билдәләп үтте. |
|
|
«Йәшлек» – фараз» уйынының сираттағы еңеүсеһен, йәғни махсус дәртләндереү призына лайыҡ булыусы Бөрйән районының Байғаҙы ауылында йәшәүсе Исхаҡовтар ғаиләһен бүләкләргә барғас, үҙебеҙҙе балалар донъяһына килеп юлыҡҡандай хис иттек. Матур, ыҫпай өй эсендә бер көтөү бала-саға сыр-сыу килә ине. Беҙҙе «Йәшлек» гәзитенең еңеүсеһе Ғәбиҙә инәй менән Мирза бабайҙың килендәре ихлас ҡаршы алды. Ә гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарын ейән-ейәнсәрҙәре араһынан абайланыҡ. |
|
 |
Краснодар башҡорттары берләшә |
Сәйәсәт |
|
Ошо көндәрҙә Краснодарҙа «Ағиҙел-К» Башҡорт милли үҙәге» тип аталған йәмәғәтселек ойошмаһы эшләй башланы. Уны асыу тантанаһына Краснодар өлкәһенең төрлө мөйөштәрендә йәшәгән башҡорттар йыйылды, Башҡортостан вәкилдәре лә булды. Үҙәктең төп маҡсаты – Краснодар өлкәһе башҡорттарына туған телен, тарихын өйрәтеү, яҡташтарыбыҙҙы бергә туплау. |
|
580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит |
|
|