Итексенең итеге тишек, балтасының балтаһы китек.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Йондоҙнамә 14 - 20 июнь
  • ДОНОР ЙӨРӘКЛЕ ЛИНАРҒА – ФАТИР АСҠЫСЫ
  • БАЙРАМ НАМАҘЫ АЛДЫНАН:
  • Шәжәрәңде бел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Хәммәт һүҙендә торҙо Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    60-сы йылдарҙың аҙағында булған хәл. Һабыр мәктәбенең башҡорт теле hәм әҙәбиәте уҡытыусыhы уҡыу йылы тамамланып барғанда hигеҙенсе синыф уҡыусыларынан «Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға, кем булырға?» тигән темаға инша яҙҙырған. Уҡытыусы директор бүлмәhенә килеп ингән дә: «Бынау иншаны уҡығыҙ әле», – тип директорға биргән. Директор уҡып сыҡҡан да: «Бәлки дөрөҫ яҙғандыр, ә hеҙ нисек уйлайhығыҙ?» – тигән. Уҡытыусы: «Хаталары үтә күп бит, ниндәй билдә ҡуйырға, имтиханға индерергәме hуң?» – тип аптырап тора. Директор уҡытыусыға: «Хаталарын төҙәт, нисә хата булhа ла өс ҡуй. Иншаны таратҡанда билдәhен генә әйт тә, йөкмәткеhе тураhында hүҙ алып барма. Ул бит еткән егет. Уның планы менән мин риза», – тип уҡытыусыны сығарып ебәрә.

    авторы: admin | 17 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Докторҙа Әҙәбиәт » Хикәйә

    ӨҪтәл артында доктор ултыра. Мөмкинме, тип ауырыу инә. Ауырыу сисенеп әйберен элә. Онотолоп китеп биленә тиклем сисенә лә, яңынан кейенә. Шунан пальтоһын элә. Был ваҡытта доктор урынында яҙышып ултыра. Ауырыу өҫтәл янына килеп ултыра.
    Ауырыу. Доктор, һуңғы ваҡытта хәтерем бик насарланды. Бер минут элек нимә эшләгәнемде лә онотам.
    Доктор. Күптәнме инде был һеҙҙә?
    Ауырыу. Нимә «күптәнме»?
    Доктор. Онотоуҙар.

    авторы: admin | 17 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәк хәлдәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Телефон шылтырай:
    – Был бала табыу йортонан, Иҙрисовҡа әйтегеҙсе, уның өс игеҙәк ҡыҙы тыуҙы.
    – Юҡ, юҡ, ғәфү итегеҙ, тик әле түгел, сөнки ул ҡырына...
    * * *
    Ике әхирәт өсөнсөhө хаҡында:
    – Ишеттеңме әле, Сәкинә вегетарианға кейәүгә сыҡҡан.
    – Ҡарт кешегәме ни?
    – Юҡ, улар бер ваҡытта ла ит ашамаясаҡ, шуға шатланам...
    * * *

    авторы: admin | 15 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Изгелек орлоғо сәсеп… Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Изгелек орлоғо сәсеп…Мин, Фәрзәнә НӘЗИРОВА, йыр-моңло, хозур тәбиғәтле Fафури районының Ҡауарҙы ауылында уҡытыусылар ғаиләhендә дүртенсе бала булып донъяға килгәнмен. Бәхетле бала саҡ, күңелле мәктәп йылдары яҡты хәтирәләр менән артта ҡалды.
    Әлеге көндә Башҡорт дәүләт аграр университетының биология-технология факультетында белем алам. Ауыл хужалығын үҫтереүгә, тыуған тәбиғәтебеҙҙе, йәнтөйәгебеҙҙе hаҡлауға үҙ өлөшөмдө индереү маҡсаты менән йәшәйем. Шиғри китаптар, гәзит-журналдар уҡырға, халҡымдың көй-моңдарын тыңларға яратам. Күңел тыныслығын изге бишектәй йылытҡан ғаиләмдән – ата-әсәйемдән, өләсәйемдән hәм туғандарымдан алам.

    авторы: admin | 15 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Федератив дәүләт ҡоролошона нигеҙ һалған республика Сәйәсәт

    Федератив дәүләт ҡоролошона нигеҙ һалған республика
    Совет власы йылдарында 23 март БАССР-ҙың тыуған көнө булараҡ билдәләнде. Был дата Башҡортостан Хөкүмәте менән Үҙәк совет власы араһындағы килешеү (1919 йылдың 23 марты) менән бәйле, йәғни Башҡорт совет автономиялы республикаһының ойошторолоу көнө булараҡ байрам ителә ине. Үҙгәртеп ҡороу заманы килеү менән республикабыҙ тарихының яңы биттәре асыла башланы. Шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеү тарихының 1917 йылдың ноябрь – декабрь айҙарына ҡайтып ҡалғанлығы асыҡланды. Быйыл 29 ноябрҙә (иҫкесә 16 ноябрь) ошо тарихи ваҡиғаға – Башҡортостан автономияһы, йәғни Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 90 йыл тула. Бөгөн был тарихи датаны дәүләт кимәлендә билдәләү, пропагандалау көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһелер.

    авторы: admin | 15 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Мәҙәҡтәр Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Психотерапевт бер ханыма былай тип аңлата:
    – Өйҙә тыныслыҡ боҙолмаhын өсөн мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу hәм кәм тигәндә ике-өс телевизор булырға тейеш...
    * * *
    – Ергә дөйөм аслыҡ ҡасан киләсәк?
    – Ҡытайҙар ҡалаҡ менән ашай башлағас...
    * * *

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Хужа беҙҙең арала Әҙәбиәт » Сатира һәм юмор!

    Иртәнсәктән бирле бер өйҙән икенсеhенә hуғылып йөрөп, Шәрифйән саҡ башын «төҙәтте». Инде күңелләнеп, кәйефе күтәрелеп, өйөнә табан атланы. Башҡалар күрhендәр, бүрене аяғы туйҙыра ул, тигәндәй, үҙәк урам буйлап үткәндә нығыраҡ сайҡалып атларға тырышты. Шул саҡ ҡапҡа алдына сыҡҡан Ишмөхәмәтте күреп, уның янына барып торҙо.
    – Нимә, иртәнсәктән үк әҙерһеңме? – тине Ишмәй тәмәкеhен борхолдатып (күршеләре уны ҡыҫҡаса ғына шулай атай – уңайлы бит).
    – Аллаға шөкөр. Вечно молодой, вечно пьяный, – тип йырлап ебәргән булды ир, сер бирмәҫкә тырышып.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!Гүзәл, өлгөр, лайыҡлы, шуҡ, аҡыллы, тырыш... Был hүҙҙәр Гөлшат исеменең хәрефтәренән үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ысынлап та, Гөлшат Солтанморатованың исеме есеменә тап килеп тора. Ул Ҡуй йылының Ҡыҫала йондоҙлоғо аҫтында Ишембай районында донъяға килә. Әлеге ваҡытта әхирәтем – Әхмәр урта мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусыhы. Мәктәптә бер сара ла унhыҙ үтмәй. Тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ Рәми Fариповтың ижадын үҙ итә. Быйыл шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы район буйынса үткәрелгән шиғыр бәйгеhендә ҡатнашып, II урын алып ҡыуанды. Уның мәҡәләләрен район гәзиттәре биттәрендә йыш күрергә мөмкин.
    Гөлшаттың тормош девизы: «Бер ҡасан да юғалып ҡалмаҫҡа!»
    Киләсәктә әхирәтемдең Башҡортостанға кәрәкле кеше буласағына шигем юҡ, сөнки ул hәр яҡлап та уңған, ныҡышмал. Уңыштар hиңә, Гөлшат!
    Гөлназ ХӘЙБУЛЛИНА.
    Ишембай районы.

    авторы: admin | 13 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит
    |
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru