Арыҫлан ҡойроғон тоттормаҫ, уңған ирҙәр һис кемдән оттормаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һыу буйында балыҡсы
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Ябай ғына ауыл кешеһе, үҙенең «Запорожец» автомобилендә юл ҡағиҙәһен боҙоп, «гаишник»ҡа эләгә:
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Көләмәстәр
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең сираттағы этабы башланды Перепись

    18 июлдән 22-һенә тиклем баш ҡаланың бөтә райондарынан һәм Белорет, Учалы ҡалаларынан урындарҙағы дәүләт статистика хеҙмәттәре етәкселәре һәм халыҡ иҫәбен алыу буйынса вәкилдәре Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу программаһы һәм иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу буйынса уҡыу программаһын үтте.
    Теоретик методология һәм иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу буйынса практик дәрестәрҙе үҙ эсенә алған уҡытыу программаһы комплекслы этаптарҙан торҙо. Респонденттарҙан алған мәғлүмәттәрҙең конфиденциаль булыуы, иҫәп алыу бланкыларын дөрөҫ тултырыу, граждандарға халыҡ иҫәбен алыуҙың бурыстары һәм маҡсаттарын төшөндөрөү һәм сараны үткәреүгә йәлеп ителгән кешеләрҙең эшен киң мәғлүмәт саралары аша аныҡ билдәләү һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Уҡытыусылар сифатында “Башҡортостанстат” етәкселәре һәм белгестәре сығыш яһаны. Уҡыу курсы аҙағында барыһы ла тест рәүешендәге һынауҙы уңышлы үтте.

    авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ирәмәлдә – перепись флагы Перепись

    Быйыл ноябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһы эмблемаһы төшөрөлгән флаг Ирәмәлдең иң бейек түбәһенә ҡаҙалды. Уны «Башҡортостанстат»тың бүлек начальнигы Ирина Үтәшева менән Учалы районы дәүләт статистикаһы бүлеге начальнигы Салауат Кәримов етәкләгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәр урынлаштырҙы.
    Ирәмәл – Башҡортостандың иң серле тауҙарының береһе. Ул Урал тауҙарының республикалағы иң бейек нөктәһе Ямантауҙан (бейеклеге 1640 м) ҡала икенсе урында (1582 м) тора. Перепись флагы Кәбән үренә ҡуйылды. Исеме есеменә тура килә уның – был бейеклеккә көнбайыштан ҡараһаң, ысынлап та, кәбәнде хәтерләтә.
    Ирәмәл – башҡорттоң изге тауы – легенда һәм риүәйәттәрҙә йыш телгә алына. Телдән-телгә күскән риүәйәттәр буйынса, тауға бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазина ла йәшерелгән, имеш.
    Башҡортостанда сараға әҙерлек 2007 йылдан башланды. Әле иҫәп алыусылар һайланған, перепись һәм инструктор участкалары урынлашасаҡ биналар билдәләнә, «Башҡортостанстат»ҡа иҫәп алыусылар өсөн сумка-ручкалар, махсус кенәгә бланкылары килтерелгән. Тиҙҙән акция символикаһы менән шарфтар, иҫәп алыу ҡағыҙҙары һ. б. кәрәкле документация ла әҙер буласаҡ.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй өсөн һәр кем мөһим! Перепись

    Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында октябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға арнал­ған йәштәр фестивале үтте. Өфөләр өсөн ул ысын байрамға әйләнде.
    Майҙанға йыйылыусылар алдында Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары С. Бая­зитов һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы етәксеһе Ә. Ғәниев тәбрик һүҙе менән мөрәжәғәт итеп, йәштәрҙе киләһе мөһим сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй иҫәп участкаларына бүленгән Перепись

    Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу акцияһына әҙерлек эштәре тулы ҡеүәтендә бара. Бөгөн Росстат илдең 155505 тораҡ пункты биләмәләрен иҫәп алыу участкаларына бүлеүҙе тамамлаған. Был эш автоматлаштырылған махсус системаны ҡулланып башҡарыл­ған.
    Уның нигеҙенә 2009 йылдың июль – авгусында ҡала һәм ауылдарҙа йорттар һанын, уларҙа йәшәүселәрҙе теркәгәндә алынған мәғлүмәттәр һалынған. Шулай уҡ бер иҫәп алыусыға тәғәйен эш күләме билдәләнгән: уға 22 көндә уртаса 400 кешене «һанау» тура килә. Үтә алыҫ һәм төпкөл биләмәләрҙә – 250 кеше. Барлыҡ участкалар буйынса район-ҡалаларҙың, ҡасабаларҙың схематик картаһы төҙөлгән. Улар һәр иҫәп алыусыға бирелә.

    авторы: Нур | 24 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һан ғына түгел, сифат та мөһим Перепись

    Башҡортостанда бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек алдан билдәләнгән күҙаллауҙар буйынса бара. Иҫәп алыусы кадр­ҙар туплана, кандидаттар менән әңгәмәләр алып барыла, ошо акцияла ҡатнашырға теләүселәр исемлеге лә төҙөлә башлаған. Перепись һәм инструктор участкалары урынлашасаҡ биналар билдәләнеп бөткән тиерлек, йәғни улар­ҙың 90 проценты әҙер. Халыҡ иҫәп алыу буласағын белә, аңлатыу эштәре дауам итә. Был хаҡта Волга буйы федераль округының Бөтә Рәсәй иҫәп алыу акцияһын ойоштороу буйынса комиссияһы ултырышында ҡатнаш­ҡан БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев белдерҙе.

    авторы: admin | 20 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Халыҡ һаны ни өсөн кәмей? Перепись

    Рәсәйҙәге 1897 йылғы тәүге дөйөм халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса, башҡорттар, дөрөҫөрәге, башҡортса һөйләшкән халыҡ һаны 1 млн 311 017 кеше тәшкил иткән. Раил Кузеев фекеренсә, ошо иҫәпкә яҡынса 350 – 400 мең мишәр һәм типтәр ҙә ингән. Минең иҫәпләүемсә, 1862 йылда башҡорт ғәскәре сиктәрендә башҡорттар һаны 563 413 кешегә тиң булған. Әгәр ҙә XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорттарҙың тәбиғи үҫеш темпы йылына 1,4 – 1,6 процент булғанын күҙ уңында тотһаҡ, 1897 йылдағы перепистә халыҡ һаны уртаса 1,1 млн кешегә тигеҙ булыуы ихтимал.
    1912 – 1913 йылдарҙа Өфө губернаһында йорт башы иҫәбен алыу үткәрелгән. Был саралар өйәҙҙәрҙә күпме халыҡ йәшәүен яҡшы сағылдырған. Мәҫәлән, Минзәлә өйәҙендә көн күргән 458 239 кешенең 154 234-е (дөйөм халыҡтың 33,68 проценты) башҡорт булған. Улар ошо биләмәлә йәшәгән милләттәр араһында һаны буйынса беренсе урында торған. Бөрө өйәҙендә башҡорттар – 232 869 (39,14 процент), Бәләбәйҙә – 212 860 (39,55 процент, дөйөм халыҡ һаны – 538 176), Стәрлетамаҡ өйәҙендә 100 305 (24,72 процент) кеше тәшкил иткән. Ә Өфө өйәҙендәге 406 703 кешенең 96421-е, Златоустағы 223 542 кешенең 49 421-е баш­ҡорт тип теркәлгән.

    авторы: admin | 15 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙ кешеләрҙең дөрөҫ мәғлүмәт алыуы яҡлы» Перепись

    – Халыҡ иҫәбен алыу элек-электән уҙға­рылған. Унда дәүләт власы органдарының бурысы иҫәп алып барыусылар эшен ойоштороуҙан һәм һуңынан һөҙөмтәләрҙе иҫәпләүҙән тора. Башҡортостан Республикаһында бер кем дә уны халыҡты дөйөм мобилизациялауға әүерелдерергә йыйынмай. Беҙ демократик йәмғиәттә йәшәйбеҙ, һәм һәр граждан үҙ аллы, тормош тәжрибәһе нигеҙендә үҙенең теге йәки был милләткә, социаль төркөмгә, дингә ҡарауын билдәләй. Беҙ кешеләрҙең үҙ ғаиләһе, тыуған төбәге тарихы хаҡында объектив, дөрөҫ мәғлүмәт алыуы яҡлыбыҙ. Бының менән компетентлы белгестәр – тарихсылар, демографтар, социологтар шөғөлләнергә тейеш.
    Шуның менән бер рәттән, ни өсөндөр Ҡаҙанда төрлө сәйәси белдереүҙәргә һәм акцияларға ойотҡо һалына. Улар яһалма рәүештә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тирәһендә хәлде ҡатмарлаштыра. Ниндәйҙер проблема бар икән, уны һәр ваҡыт тыныс, эшлекле шарттарҙа, артыҡ мәшәҡәтһеҙ хәл итергә мөмкин.

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru