Йөрәгендә барҙың беләгендә бар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Йәшенле йәшлек
» Ҡышҡа әҙерhеңме?
» Мәктәпкә әҙерләнеү күп ...
» Ҙур спорт тирәләй
» Докторҙа
» Аҡҡош һәм сусҡа



РЮКЗАКТА – ПАЛАТКА, Ә КҮҘҘӘРҘӘ – ОСҠОН! Сәләмәтлек

Их! Ниһайәт, эҫе көндәр башланды! Көттөрҙө, әлбиттә, әммә шулай ҙа тәбиғәт ыңғайланы тип әйтергә була.
Йәй – йыл буйы эшләгәндән һәм уҡығандан һуң ял итеп алыу осоро. Күпселек халыҡ ялын ошо миҙгелгә тура килтереп алырға тырыша. Әлбиттә, ял итеү бер ай буйы карауатта йоҡо һимертеүгә генә ҡайтып ҡалмай. Хәҙер халыҡ әүҙем ял итеүҙе хуп күрә. Кемдер йылға буйлап аға, берәүҙәр мәмерйәләрҙе ҡарап йөрөй, икенселәр ҡояшта ҡыҙыныу өсөн алыҫ диңгеҙ буйҙарына ла юллана.
Әммә һәр рәхәттең бер михнәте булған кеүек, ял итеү осоронда, бигерәк тә тәбиғәттә, беҙҙе төрлө көтөлмәгән, күңелгә ятмаған, һаулыҡты ҡаҡшатҡан күренештәр ҙә һағалап тороуы ихтимал. Бигерәк тә белгестәр тарафынан ойошторолмаған, ҡырағай ял итеү урындарын һайлаусыларға иркенләп йөрөргә генә түгел, күп кенә хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен дә иҫтә тоторға тура килә.
авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Сәскәйҙәрең толом-толом... Сәләмәтлек

Әгәр сәсегеҙҙең шыма булып йылҡылдап тороуын теләһәгеҙ, йыуғандан һуң сайҡағанда һыуға бер аҙ ғына (бер литрға өс ҡалаҡ) һеркә (уксус) өҫтәгеҙ. Сәсегеҙ матур һәм тере булһын өсөн уны даими ҡырҡып торорға кәрәк. Ҡыҫҡа сәсте 4 – 6, оҙонон 6 – 10 аҙна һайын тигеҙләп тороу та­лап ителә. Сәсегеҙҙе тиҙ генә дауалап алғығыҙ килһә, йыуыр алдынан йомортҡа һарыһы һылап, йылы итеп урап, ярты сәғәт самаһы шулай тотоғоҙ.
авторы: admin | 23 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
һеҙгә лә файҙаһы тейһен Сәләмәтлек

Мин оҙаҡ ваҡыт һөйәк сире менән яфаланам. Табиптар «ревматоидлы артрит» диагнозы ҡуйҙы. Ауыртыуҙан арыныу өсөн бик күп рецепт ҡулландым. Ләкин уларҙың береһе генә ысынлап та ярҙам итте. Ул ауыртыуҙы ла бөтөрҙө, быуындағы тоҙ йыйылыуын да туҡтатты. Рецебын башҡаларға ла тәҡдим итәм.
Бер тауыҡ йомортҡаһы алығыҙ. Уны туҡығыҙ, ике ҡалаҡ көнбағыш майы өҫтәгеҙ, тағы туҡығыҙ һәм туҡыуҙы дауам итеп, ҡатнашмаға ике ҡалаҡ һеркә эссенцияһы өҫтәгеҙ.
авторы: admin | 21 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Сәләмәтлек – үҙ ҡулыңда Сәләмәтлек

Табиптар түлһеҙлеккә ду­сар иткән төп сәбәптәр­ҙең береһе тип йомортҡалыҡтағы проблемаларҙы атай. Йомортҡалығында ниндәй­ҙер проблема булған ҡатын-ҡыҙҙың Д витаминына ҡытлыҡ кисереүе билдәле. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Д витамины менән дауаланыу әлеге органдағы сирҙәрҙе 93 – 99 процентҡа тиклем кәметә. Шулай ҙа был витаминды элеккесә ҡояш нурҙары аша үҙләштереү хәйерле. Әгәр тире яман шешенән ҡурҡаһығыҙ икән, ҡыҙыныу мотлаҡ түгел. Бары тик ҡояшта күберәк йөрөү ҙә (тәүлегенә 20 минут самаһы) етә.
авторы: admin | 20 июня 2011 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Ашағаның аш булһын! Сәләмәтлек

Йәй теге йәки был ризыҡтан ағыуланыу осраҡтары йыш күҙәтелә. Саҡ ҡына оҙағыраҡ, йә ҡояшта ятҡан аҙыҡты ҡаптыңмы, ауырығаныңды, эс китеүен көт тә тор! Һандарға күҙ һалһаҡ, йыл һайын ризыҡтан һәр өсөнсө кешенең ағыуланыуын күрәбеҙ. Йыл һайын Рәсәйҙә генә 600 мең кешенең аҙыҡтан ағыуланыуы билдәле. Ә теркәлмәгәндәре күпме?! Түбәндә һеҙгә хәүефле аҙыҡтар рейтингын тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәтлегегеҙгә иғтибарлы булып, төп ҡағиҙәләргә тоғро ҡалһағыҙ, әлбиттә, күңелһеҙлек һеҙҙе урап үтер. Шулай ҙа...
авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Сыҙар әмәл юҡ... Эҫе! Сәләмәтлек

Сыҙар әмәл юҡ...     Эҫе!
Аңламаҫһың әҙәм балаһын. Эҫе лә, һыуыҡ та ярамай. Ҡояш ҡыҙҙырһа, эҫе, тын ҡурыла, тип уфтана башлайбыҙ. Ямғыр яуһа, күктең төбө тишелдеме икән әллә, тип һүгергә тотонабыҙ. Хәйер, быйыл­ғы йәй ямғырға һаран, һибәләгән һәр тамсыһы ҡәҙерле. Уның ҡарауы, ҡояш сағыу нурҙарын йәлләмәй, ҡыҙҙыра ғына... Көндөҙ эҫелек хатта 38 – 40 градусҡа етә. Исмаһам, еле иҫһәсе, тип зарланаһың, томра эҫегә сыҙай алмайынса. Айырыуса йөрәк сирлеләр, ҡан баҫымы юғары булғандар ауыр үткәрә был көндәрҙе. Шуға ла сәләмәтлеге өсөн борсолоп, табипҡа мөрәжәғәт итеүселәр­ҙең һаны ике тапҡырға арта. Йәйҙе нисек имен-һау һәм һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә мөмкин? Ҡояш артыҡ ҡыҙҙырғанда нимә эшләргә? Был һорауҙар айырым һөйләшеү талап итә.

авторы: Нур | 20 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Дауалау өсөн шарттар тыуҙырыла Сәләмәтлек

Кесе йомала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бер көн элек Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына визитынан һуң клиниканың матди-техник базаһын нығытыу буйынса эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Премьер-министр визит барышында дауахана ихтыяжын тиҙ арала хәл итеү тураһында белдергәйне.
авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 ... 28 29 30  >>  Киләһе бит
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru