Иген келәттә, кеше хеҙмәттә күренә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы нимәлә? Сәләмәтлек
    Ҡатын-ҡыҙ – донъя матурлығы, биҙәге. Улар – был ерҙә гүзәллекте булдырыусы илаһи зат.
    Элек-электән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәпле, итәғәтле, сабыр, тыйнаҡ
    булған.
    Ә хәҙерге заман һылыуҡайҙары, мода артынан ҡыуабыҙ тип, клоун хәленә төштө. Был, ысынлап та, шулай. Үҙем ҡалала уҡығас, ундай «гүзәл» заттар менән йыш осрашырға тура килә. Һыра, тәмәке уларҙың тормошон күптән яулап алған.
    Бер ҡулына – шешә, икенсеһенә тәмәке тотоп, урамдан үтеп барған гүзәл затҡа ҡарап тороуы ла аяныс. Хәҙерге заман йәштәре бөтөнләй икенсе. Европа илдәренән үрнәк алып, йыртыҡ-мыртыҡ, ярымшәрә кейемдә, аяҡ-түштәрен күрһәтеп, сәстәрен ҡырҡ төрлө төҫкә буяп йөрөүҙе хуп күрәләр. Тағы ла шуны әйтер инем: этикет ҡанундарына буйһонмай, студенттар уҡырға көн дә кейгән кейем менән барыуҙы өҫтөн күрә. Кейгән кейемдәре – джинсы салбар менән футболка. Улар быны «уңайлы» тип аңлата. Салбарҙар уларҙың гардеробында мөһим урын алған, ә медицина ҡыҫып торған салбар кейеүҙе бөтөнләй хупламай. Буласаҡ әсәйҙәр өсөн был бигерәк тә хәүефле. Быға кем ғәйепле? Берәүҙәр, һәр кемдең үҙенән тора, тиһә, икенселәре, «Заман – башҡа заң – башҡа» тип, ҡул ғына һелтәй. Бөхтә кейенеп, үҙеңде ҡарап, сәсте тәрбиәләп йөрөүгә бер ни ҙә етмәй. Ә рухи тәрбиә һәр кемдең аңына бәләкәйҙән һалынырға тейеш.
    Тирә-яғыма күҙ һалдым да, шундай күренешкә тап булдым: баштарына яулыҡ ябынған мосолман ҡатын-ҡыҙҙары арта. Тимәк, йәштәр аҡылға ултыра, киләсәккә өмөт бар.

    Рита МӘМБӘТОВА,
    БДУ студенты.
    авторы: admin | 23 декабря 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңеле саф Әлфирә
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡарш ...
  • Кейемдең... төҫөнә ҡарап та ҡарш ...
  • Тар джинсы кеймәгеҙ!
  • Әҙәп сиктәрендәге гүзәллек
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru