Дәртһеҙ кешенән эш сыҡмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • “Йәшлек” гәзитенә 2010 йылдың II яртыһына яҙылыу барышы (25 майға ҡарата)
  • Ауылға ҡайтыусыларға, ысынлап та, аҡса түләнәме?
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ирәүән барҙа ит үлмәҫ Сәләмәтлек, Башҡортостан
    Ирәүән барҙа ит үлмәҫҺарына
    (лилия кудреватая, саранка)

    Лилиәләр ғаиләһенә ҡараған был матур сәскәле үҫемлекте хәҙер тәбиғәттә табыуы ҡыйын. Халыҡ фольклорында уның йотлоҡ йылдарында киң таралған ризыҡ булыуы йыш иҫкә алына. Миңә ҡалһа, ауыл тирәләрендә һарынаның юҡҡа сығыуы ла шуға бәйлелер. Уның ҡарауы, лилиәләр хәҙер һәр баҡсаның күркәм биҙәге булып ултыра.
    Оҙон ғүмерле (ә уны егерме йылға яҡын йәшәй, тиҙәр) һарынаның ярайһы уҡ тәрәндә үҫкән бүлкәт-бүлкәтле һуғанбашы ҡуш йоҙроҡтай булыуы мөмкин. Һуғанбашты сей килеш ашарға ла, бешерергә лә ярай. Башҡорт халҡында һарынанан бешерелгән бутҡаның тәлге тигән исеме бар. Бик тәмле һәм туҡлыҡлы, майлыраҡ бүлбеләрҙе тәмләп ҡарар өсөн баҡсала үҫкән сәскәнең тамырын ҡаҙыу ҙа етә. Үкенескә күрә, шунан артығын тәҡдим итеп булмай, сөнки һарына беҙҙең яҡтарҙа бик һирәк ҡалған.

    Ирәүән барҙа ит үлмәҫБашлы билсән
    (бодяк разнолистный, татарник, чертополох)
    Яман даны таралған баҫыу ҡоротҡосо билсәндең бик күп төрө бар. Беҙҙең зонала үҫкән билсәндең һутлы йомшаҡ япраҡтары ашарға яраҡлы. Ә бына дала яҡтарында үҫкәненең тамырын ризыҡҡа ҡулланалар. Әле ҡатып өлгөрмәгән япраҡтарынан салат эшләргә, ашҡа һалырға, ит турағыстан үткәреп, соустарға ҡушымта итергә мөмкин. Шулай ҙа был матур ғына сәскәле, сәнскеле һәм әрһеҙ күп йыллыҡ үләнде беҙҙә ризыҡ булараҡ файҙаланыусы юҡ. Барлыҡ сүп үләне һымаҡ уҡ, билсән медицинала ла киң ҡулланыла. Дарыу үләне булараҡ, уны сәскә атҡанда йыялар. Ул – бик һәйбәт бактерицид, ауыртыуҙы баҫыусы.

    Балтырған төнәтмәһе

    Өс балғалаҡ киптерелгән үләнде 500 мл һалҡын һыуҙа 2 сәғәт тоторға. Уны ашҡаҙан ауыртҡанда, эс киткәндә көнөнә дүрт тапҡыр ашар алдынан 100-әр мл эсергә. Нервылар ҡуҙғығанда тынысландырыусы сара итеп тә ҡулланалар.

    Балтырған менән пирожки

    500 г балтырған япрағы, 250 г йәшел һуған, 100 г редис, 2 йомортҡа, 30 г туңмай.
    Балтырған япрағын 3 – 5 минут ҡайнатып алырға, турарға, ҡыҙҙырылған һуған, бөтәүләй бешкән һәм ваҡланған йомортҡа өҫтәп бутарға. Ҡамырға һалып бөрөп, мейестә бешерергә.

    Балтырған һабаҡтарынан салат

    200 г балтырған һабағын ҡабы-ғынан таҙартып, ваҡлап турарға, һуған, ҡырғыс аша үткәрелгән керән өҫтәп, тоҙлап, бутарға. Өҫтөнә ҡаймаҡ һәм тәмләткестәр һалырға.

    Ҡымыҙлыҡ пастаһы

    500 г ҡымыҙлыҡ, 100 г һары май, 10 г горчица, тәменә ҡарап тоҙ алырға.
    Ҡымыҙлыҡты ит турағыс аша үткәреп, һары май, горчица, тоҙ өҫтәп, барыһын да бергә бутарға һәм бутерброд эшләү өсөн файҙаланырға.

    Гөлнара ЮНЫСОВА.
    Белорет районы,
    Инйәр ҡасабаһы.
    авторы: admin | 17 марта 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • ИРӘҮӘН БАРҘА ИР ҮЛМӘҪ
  • Тере витамин – үләндәрҙә ул
  • ИРӘҮӘН БАРҘА ИР ҮЛМӘҪ
  • Ирәүән барҙа ир үлмәҫ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru