Иртә барһаң - ит бешә, һуңға ҡалһаң - бит бешә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Балалар сәләмәтлеге һағында Сәләмәтлек
    Халыҡтың һаулығын һаҡлау – республика етәкселеге тарафынан алып барылған социаль сәйәсәттең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. БР Президенты Мортаза Рәхимовтың БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә халыҡтың социаль именлеген тәьмин итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә. Республикабыҙҙа һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү концепцияһы ҡабул ителгән, айырым маҡсатлы программалар уңышлы эшләй. Һәр йыл һайын һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре буйынса республика Советының күсмә ултырышын үткәреү ҙә матур йолаға әүерелде.
    Беҙҙә үҫеп килеүсе йәш быуындың киләсәген хәстәрләү, сәләмәтлеген һаҡлау һәм ҡурсалау, әсәнең статусын күтәреү, балалыҡты яҡлау буйынса ла аныҡ саралар күрелә. Республика балалар клиник дауаханаһы – ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға шаҡтай ҙур өлөш индергән дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының береһе тиһәм, һис тә арттырыу түгел.
    1972 йылда Башҡортостанда был сәләмәтлек усағының барлыҡҡа килеүе медицина тарихында ғына түгел, тотош республика өсөн иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булды. Төбәктә педиатрия тармағының артабанғы үҫеше һәм камиллашыуы ошо дауалау учреждениеһы менән туранан-тура бәйле. Дүрт тиҫтәгә яҡын йыл республика балаларының сәләмәтлеген ҡурсалаусы клиник дауахананың бөгөнгө торошо һоҡланғыс. Һәр яҡтан үҫешкән, бай матди-техник база был һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының тышҡы йөҙө булһа, эске йөҙө – үҙ эшенә, һөнәренә бирелгән, тәжрибәле коллектив.
    Бөгөн был мәртәбәле дауалау учреждениеһы менән медицина фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рөстәм Зәки улы Әхмәтшин етәкселек итә. «Медицина тармағын үҫтереү буйынса республика етәкселеге тарафынан күрелгән бөтә сараларҙы йәш граждандарға еткереү, һәр кескәй пациентҡа квалификациялы ярҙам күрһәтеү – коллектив алдында торған иң мөҡәддәс бурыстар», – ти ул.
    Республика балалар клиник дауаханаһында әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының 13 кафедраһы уңышлы эшләй. 45 медицина фәндәре кандидаты, һигеҙ медицина фәндәре докторы дауалау учреждениеһының ғилми потенциалын тәшкил итә. Коллективта эшләүсе 31 табип – «Башҡортостандың атҡаҙанған табибы», бер табип – «Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы», ике тиҫтәнән ашыу шәфҡәт туташы «Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре» тигән мәртәбәле исемдәрҙе йөрөтә.
    Бөгөн Республика балалар клиник дауаханаһы бер сменала 500-ҙән ашыу баланы ҡабул иткән консультатив поликлиниканы, 19 дауалау-диагностикалау хеҙмәтен, 785 урынға иҫәпләнгән 25 клиник бүлекте, көндөҙгө стационар бүлекте, 60 урынлыҡ телмәр һәм ишетеү һәләте насар булған балаларға ярҙам күрһәтеү үҙәген берләштерә. Һәр йыл һайын стационар бүлектә республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан 25 меңдән ашыу балаға – консультатив ярҙам, көндөҙгө стационар бүлектә 500-ҙән ашыу балаға медицина ярҙамы күрһәтелә. Әйтергә кәрәк: был дауалау учреждениеһында ауырыуҙарҙы 113 төр йүнәлеш буйынса ҡабул итәләр. Әлбиттә, медицина хеҙмәттәренең бөтә төрө тураһында һөйләү мөмкин түгел, шулай ҙа бер нисәһе тураһында бәйән итеү зарур.
    Республика балалар клиник дауаханаһында 2003 йылдан Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып балаларҙа йыш осрай торған сколиозды «Колорадо II» металл конструкцияһы системаһын ҡулланып дауалау ойошторолдо. Нейрохирургия бүлегендә иһә яңы тыуған сабыйҙарҙың баш мейеһе ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау буйынса яңы ысулдар үҙләштерелеп, ҡулланыла башланы. Был бүлектең нейрохирургы Резеда Ғәлимова, 2008 йылда Швейцарияның Монтрэ ҡалаһында үткән Европа йәш нейрохирургтары конкурсында ҡатнашып, еңеүгә өлгәште. Дауаханала бөйөр ауырыуҙарын иҫкәртеү, дауалау алымдарының бөтә төрө ҡулланыла.
    Сурдология үҙәгендә ишетеү һәләтен юғалтҡан, телмәр үҫеше тотҡарланған балаларҙы тикшереү, дауалау һәм реабилитациялау буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. 2007 йылдан был үҙәктә Германия һәм федераль үҙәк белгестәре ҡатнашлығында ишетеү һәләтен бөтөнләй юғалтҡан балаларға кохлеар имплантация операцияһы яһала башланы. Был өлкәлә тәүге ыңғай һөҙөмтәләр балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен генә түгел, был алымды тәүләп ҡулланыусыларҙы ла һөйөндөрҙө.
    2001 йылда асылған неонаталь үҙәктең дә эшмәкәрлеге хуплауға лайыҡ. Уның белгестәре төрлө патологияһы булған сабыйҙарҙың, шулай уҡ етлекмәй тыуған балаларҙың сәләмәтлеген тикшереү, дауалау һәм һауыҡтырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара.
    Бынан ике йыл элек асылған көндөҙгө стационар бүлек тә балаларға сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү, уны тағы ла киңәйтеү, ваҡытында иҫкәртеп, дауалау маҡсаты менән ойошторолған. Ул дауахананың пансионатында урынлашҡан һәм 15 койка-урынға иҫәпләнә. Асылғандан алып бында биш йөҙгә яҡын бала сәләмәтлеген нығытҡан да инде. Бүлек мөдире Элеонора Валерьевна Зәйнетдинованың әйтеүенсә, көндөҙгө бүлектең асылыуы балалар өсөн дә, дауахана етәкселеге өсөн дә отошло. Сабыйҙар өсөн
    уңайлылығы шунда: уларға Республика балалар клиник дауаханаһының бөтә төр медицина хеҙмәттәре, табип-консультанттарҙың консультатив ярҙамы күрһәтелә. Шулай уҡ пациенттарҙы ашатыу ҙа ойошторолған. Ә етәкселек өсөн бүлектең асылыуы финанс йәһәтенән генә түгел, иң элек балаларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән отошло. Ысынлап та, балалар дауаханаһы табиптары үҙҙәренең эш тәжрибәләренә әленән-әле яңы дауалау технологияларын индерә, хирургтар заманса алымдарҙы ҡулланып операциялар эшләй, күп ауырыуҙар яңы УЗИ аппараттары ярҙамында асыҡлана, яңы тыуған балаларҙың сәләмәтлеген тикшереү, ваҡытында иҫкәртеү, дауалау өсөн ҡеүәтле аппаратура ҡулланыла.
    Иң мөһиме: балалар клиник дауаханаһында, ауырыуҙарҙы дауалауҙан тыш, уларҙы булдырмау йүнәлешендә лә даими эш алып барыла. Был йәһәттән стационар бүлектәрҙә ойошторолған сәләмәтлек мәктәптәренең әһәмиәте бик ҙур.
    Ҡыҫҡаһы, Республика балалар клиник дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең профессиональ бурыстарына яуаплы ҡарай, Гиппократ антына тап төшөрмәй, намыҫ менән башҡара. Улар тынғыһыҙ, әммә изге, мәрхәмәтле һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, үҙ вазифаларына күңел йылыһын бирә.
    Эштәре шулай көйлө барғас, һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәй. 2002 йылдан башлап һәр йыл һайын Республика балалар клиник дауаханаһы коллективы «Иң яҡшы балалар дауаханаһы» исемен яулай һәм Рәсәйҙең балалар дауаханалары ассоциацияһының Дипломы менән бүләкләнгән.
    2008 йыл һөҙөмтәләре буйынса дауахана коллективы, заманса алдынғы технологияларға нигеҙләнеп, үҫеп килеүсе йәш быуынға сифатлы медицина ярҙамы күрһәткәне өсөн Башҡортостан Президентының премияһына ла лайыҡ булған. «Эшебеҙҙә ниндәй генә еңеүҙәргә, уңыштарға өлгәшһәк тә, иң ҙур ҡаҙанышыбыҙ – балаларҙың һау-сәләмәт йөҙҙәрен күреү, шат тауыштарын ишетеү», – ти балалар дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре.
    Ысынлап та, уларҙың һүҙҙәрендә тәрән дөрөҫлөк сағыла. Ни генә тиһәк тә, йәмғиәттең социаль именлеген, халыҡтың һаулығы кимәлен медицина ярҙамының ҡулайлығы һәм сифаты билдәләй. Ә сифат төшөнсәһе белгестең фиҙакәр хеҙмәте, тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, көндәлек яуаплылығы менән бәйле. Бының тап шулай икәнлегенә Республика балалар клиник дауаханаһында күптән инанғандар ҙа инде.
    Әминә РАҠАЕВА.
    авторы: Нур | 20 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республика балаларының һаулығын һаҡлау ө ...
  • Йәш быуындың сәләмәтлеген нығытыу } ...
  • Ҡатмарлы операциялар ҙа уңышлы эшләнә
  • Өфөлә яңы үҙәк асылды
  • БАЛАЛАРЫБЫҘ СӘЛӘМӘТ БУЛҺЫН!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru