Күңелсәк күңеле менән көн күрә, иренсәк нимәһе менән көн күрә?

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Рәсәй көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Яңынан тыуһам да ошо һөнәремде һайлар инем» Сәләмәтлек
    Сәлимгәрәевтар ғаиләһен Йылайырҙа ғына түгел, тотош районда яҡшы беләләр. Ғаилә башлығы, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, Йылайыр ауылының почетлы гражданы, хирург Фәрит Ибраһим улы районда 1965 йылдан эшләй, баш табип йөгөн дә тарта. Тормош юлдашы Лена Хәлит ҡыҙы ла бөтә ғүмерен һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бағышланы, акушер булараҡ ҡабул иткән сабыйҙарының иҫәбе-һаны юҡ. Шуғалыр ҙа аҡ халатлылар ғаиләһендә тәрбиәләнеп, урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған ҡыҙҙары Динәгә һөнәр һайлау мәшәҡәтле булманы. Ул туп-тура ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Өфө медицина институтына юл тота һәм дауалау факультетын уңышлы тамамлай. Интернатуранан һуң Йылайыр үҙәк район дауаханаһында участка терапевы булып эш башлай. Үҙен ипле тотоуы, иғтибарлы, ябай булыуы менән тәүге көндәрҙән үк коллективта ла, ауырыуҙар араһында ла ихтирам яулауға өлгәшә, табиптарҙың дауа менән генә түгел, һүҙ менән дә дауалауын иҫбат итә. Башта мөрәжәғәт итеүселәрҙе иғтибар менән тыңлай, сирен асыҡлай, кәңәштәрен бирә, тейешле һығымта яһай. Һөҙөмтәлә уның ҡабул итеү бүлмәһенән бик ҡәнәғәт килеп сығалар. Йәш табибә тәжрибәле профессионалдар араһында юғалып ҡалмай, тырышлығы, ныҡышмалылығы, даими рәүештә үҙ өҫтөндә эшләүе арҡаһында үҙен һөнәренең оҫтаһы тип таныта.
    Тиҙҙән үҙ эшенә яуаплы ҡараған йәш табибәне терапия бүлегенә мөдир итеп үрләтәләр, һәм бына тиҫтә йыл инде Динә Фәрит ҡыҙы көнө-төнө дауаланыусылары янында. Уның эшмәкәрлегенә баһа биреү өсөн тәҡдимдәр һәм теләктәр журналына күҙ һалыу ҙа етә. Унда оло йәштәге мәғариф ветераны Мәғәзирә Азаматова: «Хөрмәтле Динә Фәрит ҡыҙы! Бик тә яуаплы ауыр хеҙмәтегеҙҙә шул тиклем тырышып кеше ғүмерен һаҡлауға көс һалыуығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт, кешелекле, кеселекле, ябай булыуығыҙ бик тә һоҡландыра», – тип яҙһа, Өфөнән килгән БТРК хеҙмәткәре, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Флүрә Солтанова Ашҡаҙарҙа йәшәүсе атаһын ауыр сирҙән арындырып, һауыҡтырғаны өсөн оло рәхмәтен еткерә. Йылайырҙан Мотал Рәмов, Йомағужанан Йомағәле Хәсәнов, Юлдыбайҙан Сания Мәҡсүтова, Һабырҙан Мәрйәм Тапаҡова, Яманһаҙҙан Ғәлиә Ғәлина һәм башҡаларҙың оло рәхмәт һүҙҙәре йөрәк йылыһы менән һуғарылған. Табибә өсөн дауаланыусыларының рәхмәте иң ҙур баһалыр ул.
    Үҙгәртеп ҡороуҙар, иҡтисади көрсөк кеүек ил кисергән ауыр дәүерҙә үҙеңдең дә, эшләгән урыныңдың да йөҙөн һаҡлап ҡала алыу ҙа үҙенән-үҙе килмәйҙер. Бүлек хеҙмәткәрҙәре лә, етәкселәренә оҡшап, үҙ бурыстарын еренә еткереп башҡара, ауырыуҙарға уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырыша.
    – Әлбиттә, финанс ауырлыҡтары, дарыуҙарға ҡытлыҡ булғыланы инде, урындар ҙа етешмәй киткеләй. Шуға ҡарамаҫтан, «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн тырышабыҙ, ҡорамалдар алабыҙ, медикаменттар менән проблема юҡ кимәлендә, – ти бүлек мөдире Д. Сәлимгәрәева.
    Үҙ эшенә бирелгән табибә 2003 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Һөнәре буйынса иң оҫтаһы» тип таныла. Районды хеҙмәтләндергән 30 табип араһынан туғыҙы юғары категорияға эйә булһа, шулар араһында Динә Фәрит ҡыҙының да булыуы ҡыуаныслы. Былтыр ул «Йыл табибы» республика конкурсында ҡатнашып, «Иң яҡшы йыл терапевы» номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булһа, йыл аҙағында «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнде.
    – Эшемде яратам, яңынан тыуһам да ошо профессияны һайлар инем, – ти үҙ эшенең оҫтаһы, ауырыуҙар араһында «Беҙҙең Динә» тип йөрөтөлгән Динә Фәрит ҡыҙы Сәлимгәрәева. Башҡаса булыуы ла мөмкин түгел – ул бит Сәлимгәрәевтар династияһынан.

    Фәрит РӘМОВ.
    авторы: Нур | 20 июня 2009 | | Фекерҙәр (2)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Яңы мәктәптәр – ғорурлығыбыҙ»
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Бәләкәй генә һөлөк йөҙ ...
  • Ышанысты аҡларға кәрәк!
  • Тар джинсы кеймәгеҙ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    #1 яҙҙы: Гөлнур (23 июня 2009 01:03)  
    Ой!Был бит иң матур, иң яғымлы, иң тәрбиәле врач! Ундайҙар Йылайыр районында ғына түгел, Башҡортостанда бер-нисә генә бөртөктөр.Бәхетле булығыҙ, Динә Фәритовна!
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    #2 яҙҙы: Гөлнур (6 июля 2009 02:10)  
    Фәрит Рәмов Дина Фәритовнаны шул тиклем дә дөрөҫ тасуирлаған. Бер ниндәй арттырыу-шыттырыуһыҙ. Ғөмүмән, Фәрит Рәмовтың бөтә мәҡәләләре лә көн ҡаҙағына һуға.
    Теркәлгән: -- | ICQ:   
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru