Көсө етмәгән ҙур күтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Меңәр саҡрымлыҡ юл беренсе аҙымдан башлана
  • Уҡыуға түләгән аҡсаны нисек ҡайтарырға?
  • Атың булһа, ил таный
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Донор булыу – изге эш Сәләмәтлек
    йәки Беҙҙә кешеләрҙең 98 – 99 проценты үҙ ҡанын бушлай бирә
    БР һаулыҡ һаҡлау министры А. Евсюковтан республиканың йәштәр гәзитендә «Ҡан биреүҙе һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау» тигән рубриканы асыуҙы һәм үҙ яҡтарынан был темаларға мәғлүмәттәр биреп торасаҡтары тураһында йөкләмә алыуҙары хаҡындағы хатын алғас, Республика ҡан биреү станцияһының баш табибы Урал Сәхийәр улы Солтанбаевты редакция ҡунаҡханаһына саҡырҙыҡ. Уның менән әңгәмәбеҙ – донъялағы иң изге ғәмәлдәрҙең береһен бойомға ашырыусылар – донорҙар һәм донорлыҡ эшен ойоштороу тәртибе һәм ҡағиҙәләре тураһында.
    – Ҡан биреү, ҡан алыу, ҡан ҡойоу, кеше ғүмерен ҡотҡарыу – был төшөнсәләр бер-береһенән шул тиклем айырылғыһыҙ. Ябай гәзит уҡыусының фекеренсә, был эштең әллә ни ҡатмарлылығы ла, ауырлығы ла юҡ кеүек: дауаханаға барҙың да, ҡан бирҙең дә ҡайттың, ти. Аҙаҡ ул ҡан ауырыуға ҡойолдомо, юҡмы – был мәсьәләләр тураһында уйлап та бирмәй. Әммә ҡан биреү-ҡан алыу тигән эшмәкәрлектең беҙ белгән-белмәгән үҙ үҙенсәлектәре лә бар. Шундай изге эш башҡарған учреждениеның эшмәкәрлеге хаҡында уның башында торған кеше булараҡ, үҙегеҙ ентекләберәк һәм тулыраҡ итеп һөйләп бирерһегеҙ, тигән өмөттәбеҙ.
    – Учреждениебыҙ эшмәкәрлегенең ни тиклем дә мөһим һәм әһәмиәтле икәнен бер нисә һан менән генә лә аңлатып бирергә мөмкин. Әйтәйек, беҙ йылына 16 тонна ҡан әҙерләйбеҙ һәм, унан 8 төрлө ҡан компоненты етештереп, республиканың бөтә дауаханаларын тәьмин итәбеҙ; станциябыҙҙың бөтә республика буйлап тағы ла 32 бүлексәһе бар. Ошо һандар артына күпме мәғлүмәт, кеше ғүмеренә бәйле күпме хәл-ваҡиға йәшеренгән!
    Эйе, илебеҙҙә, республикабыҙ етәкселеге яғынан, медицина өлкәһендәге ҡанға булған ихтыяжды күҙ уңында тотоп, ҡан хеҙмәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур иғтибар бүленә. Әйтәйек, «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проекты буйынса ғына ла беҙҙең учреждениеға быйыл 100 миллион һумға яңы медицина йыһаздары һәм ҡорамалдары киләсәк. Был, әлбиттә, ҡан биреү-алыуға бәйле бөтә процедураны яҡшыртыу, камиллаштырыу, ҡан хеҙмәтенең, дауаханалар хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын еңеләйтеү форсатын бирәсәк. Бындай иғтибар – тормош талабы. Сөнки кешелек тормош-көнкүрешенең үҙгәреүе, бигерәк тә урбанизацияға бәйле кешеләрҙең ғүмере, сәләмәтлеге хәүеф аҫтына ҡуйылған ваҡытта медицина ярҙамына (ә беҙҙең хеҙмәт иһә унан һис айырылғыһыҙ) мохтажлыҡ арта бара.
    Ҡан хеҙмәтенең бурыстары етди. Уға бәйле талаптар ҙа ҙур. Сөнки ғүмере ҡыл өҫтөндә торған ауырыуҙарға ҡан ҡойғанда ҡан һәм уның компоненттары менән бергә күп төрлө сир ҙә йоҡторорға мөмкин. Ул сирҙәрҙең иң йыш осрағандары – гепатит, ВИЧ-инфекция һәм сифилис. Быларҙан тыш, тағы ла 18 төрлө вирус ауырыуы хәүефе лә бар. Шулай булғас, кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге беҙҙең ҡулда икәнлекте иҫтән сығарырға тейеш түгелбеҙ һәм сығармайбыҙ ҙа.
    Кеше ғүмерен ҡотҡарыу, уның хәлен еңеләйтеү кеүек изге ниәт менән йәшәүселәр йәмғиәтебеҙҙә бихисап. Йылына – 35 – 37 мең, көнөнә 200 донор ҡабул итәбеҙ. Ҡан банкыбыҙҙа тикшерелгән 2500 доза ҡан ята. Улар 85 градус һыуыҡлыҡта биш йыл буйы һаҡлана. Ауыр хәлдәрҙә теләгән бер дауахана хеҙмәткәрҙәре мөрәжәғәт итһә, беҙ уларға тейешле ҡанды бирергә әҙербеҙ. Әммә был һан артында тағы ла күпме эш, көс-тырышлыҡ ята!
    Мәҫәлән, донор ҡан биреү өсөн беҙгә килә, ти. Тәүҙә уны Берҙәм донорҙар үҙәгендә ентекләп тикшерәбеҙ: берәй ауырыу менән иҫәптә тормаймы, тормағанмы; яраһы, инъекциялары, наколкалары бармы-юҡмы – ҡан компонентының һәр береһен тикшереүҙең үҙ үҙенсәлеге бар. Сөнки ҡан компоненттары төрлө ваҡыт дауамында йәшәй. Әйтәйек, ҡан ойошоуға ярҙам итеүсе тромбоциттар 5 көн йәшәй. Ҡандан эшләнгән плазма ярты йылға карантинға һалына. Ошо ваҡыт үткәс, беҙ донорҙы ҡабат табабыҙ һәм, әгәр бер ниндәй ҙә ауырыу табылмаһа, уның ҡаны ғәмәлдә ҡулланыла. Берәй сир табылһа инде, ул кешене дауаханаға ебәрәбеҙ. Шулай итеп, ҡан биреү процедураһы ҡан биреүсе кешегә диспансерлаштырыу үтеүгә тиң. Ҡан бирәм, тип быға тиклем белмәгән сирҙәрен асыҡлаусылар ҙа әҙ түгел.
    – Күптәрҙе, кем донор була ала, ҡан биреүҙең организм өсөн зыяны юҡмы, тигән һорау ҡыҙыҡһындырыр, моғайын. Йәш, ҡан төркөмдәре сикләүе бармы-юҡмы, донор булған кешегә ниндәй ҙә булһа өҫтөнлөктәр ҡаралғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡлап әйтеп үтһәгеҙ ине?
    – Яуапты һуңғы һорауығыҙҙан башлайыҡ: «Ҡан биреү – бушлай атҡарылған акт», – тиелгән законда. Шунлыҡтан алдан уҡ әйтеп үтеү мөһим: ҡан биреү бушлай башҡарыла һәм ҡан биргән кеше өсөн стимул – ул рухи ҡәнәғәтлек. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға ярҙам итеүҙән алған күңел бөтөнлөгө. Беҙҙә донорҙарҙың 98 – 99 проценты үҙ ҡанын бушлай бирә, ә 1 проценты ғына, йәғни һирәк осрай торған ҡанлы донорҙар түләүле.
    18 йәше тулған, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, наркоманлыҡ менән шөғөлләнмәгән теләгән бер кеше донор була ала. Ҡан биреү кеше организмы өсөн зыянһыҙ.
    Ҡан бирергә килгән кешенең үҙе менән паспорты, йәшәгән урынынан инфекцион ауырыуҙар менән иҫәптә тормауы тураһында справкаһы булырға тейеш. Ҡан биргәндән һуң донорға көсәйтелгән төшкө аш ҡарала, ә беҙ уны аҡсалата – 209 һум бирәбеҙ. Өҫтәүенә, ул кеше ике көнгә эштән азат ителә. Тағы ла: донор сираттағы отпускыһын теләгән ваҡытта алырға хоҡуҡлы. «Почетлы донор» тигән исемгә лайыҡ булыусылар дауаханаға пландан тыш ята ала (һүҙ ыңғайында шуны әйтеп үтәйем: беҙҙә 10,5 мең «Почетлы донор» бар). Матди стимул да ҡаралған.
    – Үҙ теләктәре менән ҡан бирергә теләүселәр күпме? Ғөмүмән, донорҙар һанын үҫтереү, кешеләрҙе ошо изге эшкә йәлеп итеү буйынса ниндәйерәк эштәр башҡарыла? Һеҙҙең саҡырыуҙарға халыҡ әүҙем ҡушыламы?
    – Һуңғы йылдарҙа ҡан бирергә теләүселәрҙең һаны күпкә артты, сөнки һәр кем аңлай: уның ҡаны кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн кәрәк. Ҡанға, шөкөр, ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Уны йәштәр ҙә, урта йәштәгеләр ҙә, өлкәндәр ҙә бирә. Быға, әлбиттә, беҙ ойошторған төрлө акциялар, саралар ҙа булышлыҡ итә. Мәҫәлән, февраль – март айҙарында Ҡаланы үҫтереү буйынса дөйөм фонд менән берлектә «Беҙ һинең менән – ҡан-ҡәрҙәш» акцияһын үткәрҙек. Бик күптәр беҙҙең акцияға ҡушылды. Сентябрҙә уны тағы ла ҡабатлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, студенттар өсөн «Асыҡ ишектәр көнө» үткәрәбеҙ. «Рәсәйҙең иң яҡшы доноры» конкурсы ла үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Әйткәндәй, Туймазынан Наил Ғимаев, Нефтекаманан Дмитрий Мануро менән Альберт Ғиззәтуллин уның еңеүселәре булып танылды.
    «Донорҙар көнө» ҡан биреүселәрҙең дәрәжәһен бермә-бер арттыра. Изге ниәт менән йәшәүселәр үҙҙәренә ҡарата ысын хөрмәт-ихтирамды тоя был көндө.
    Кешеләр араһында абруй яулаған, танылған кешеләр беҙҙең һәр сараға ҡушылып, үҙҙәре артынан йәштәрҙе йәлеп итә. БДМУ ректоры Вил Тимербулатов, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы етәксеһе, генерал-майор Марат Мәһәҙиев был йәһәттән күптәр өсөн үрнәк булып тора.
    – Медицинала ҡанды иң күп ҡулланған өлкәләрҙең, әлбиттә, һеҙ әйтеп киткән урбанизацияға туранан-тура бәйле икәнлеген хәтергә төшөрөп үтеү яҙыҡ булмаҫ – бөгөн бөтә кеше лә шаулап-гөрләп торған техника һәм технология солғанышында, тимәк, хәүеф-хәтәр солғанышында йәшәй. Һин үҙең, әйтәйек, автомобиль, самолет һәм башҡалар менән идара итмәгән хәлдә лә, теләйһеңме-юҡмы, барыбер шулар араһында мәж киләһең һәм ғүмерең хәүеф аҫтында икәнлеген аңлайһың...
    – Эйе, ҡанды төп ҡулланыусылар – кардиохирургия, экстрен хирургия, травматология өлкәләре. Йәмғиәт технологик яҡтан үҫкән һайын кешенең төрлө йәрәхәт-яра алыу, һәләкәткә осрау ихтималлығы арта. Технологик һәләкәттәр ҙә – ер тетрәү, цунами һәм башҡалар ваҡыты-ваҡыты менән үҙен белдереп тора. Ошондай шарттарҙа ҡанға мохтажлыҡ бермә-бер арта. Кеше бер ниндәй ҙә бәлә-ҡазанан сикләнмәгән, шуға күрә беҙ һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер булырға тейешбеҙ.
    Хәҙер бала табыу йорттарында ла әсәгә, яңы тыуған балаға ҡан ҡойоу зарурлығы тыуып ҡына тора. Унан һуң гематология бүлектәренә ҡан даими талап ителә. Ҡыҫҡаһы, ҡан һәр көн һәм һәр ерҙә кәрәк. Ә уны яһалма рәүештә етештереп булмай. Ҡан – ул күп функционалле дарыу. Кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡандың баһаһы әйтеп бөткөһөҙ. Шуны онотмаһаҡ ине: ҡанға мохтаждар араһында яҡындарыбыҙҙың да булыуы ихтимал.
    Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА әңгәмәләште.
    авторы: Нур | 30 июня 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Донорҙар шәмбеһе» иғлан ителә
  • Кеше ғүмерен ҡотҡарыусы изге йәндәр
  • «Йәшлек» гәзите һәм Yeshlek.Ru йәштәр п ...
  • Илдә түләүһеҙ донорлыҡ барлыv ...
  • Кеше ғүмерен ҡотҡарыусылар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru