Иренсәкте илсе итһәң, илеңә яу килтерер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Яңылыҡтар
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Янылыктар
  • Ҡолаҡ һал!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Өфөлә яңы үҙәк асылды Сәләмәтлек
    Өфөлә яңы үҙәк асылдыАуырыу хәлен һау белмәй, тиһәләр ҙә, Өфөлә һәм башҡа ҡала­ларҙа, райондарҙа ай һайын тип әйтерлек махсуслашҡан төрлө медицина үҙәктәре һәм бүлектәре асылыуы республика етәкселегенең халыҡтың сәләмәтлеге тураһында хәстәрләүен дәлилләй. Әле яңыраҡ баш ҡалабыҙҙа өс урында – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының (Достоевский урамы, 132), Республика балалар клиник дауаханаһының (Степан Кувыкин урамы, 98) һәм 21-се ҡала клиник дауаханаһының («Лесной проезд», 3) ғәмәлдәге лор-бүлектәре базаһында «Оториноларингология буйынса ғилми-клиник үҙәк» федераль дәүләт учреждениеһының Өфө филиалы асылды. Хәҙер үрге тын юлдары һәм ҡолаҡ ауы­рыуҙары менән яфаланған пациенттарға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Үҙәктә республика халҡы ғына түгел, ә Волга буйы федераль округы һәм Урал федераль округы территорияларында йәшәүселәр ҙә тейешле медицина ярҙамы аласаҡ.
    – Үҙәкте финанслау федераль бюджет иҫәбенә башҡарыла, – тип һөйләй Өфө филиалы директоры Әҙип Сәхиулла улы Мөъминов. – Беҙҙең үҙәккә насар ишетеүсе балаларға кохлеар имплантация буйынса операция эшләүгә 11 квота бирелде, был аҙнала үҙебеҙҙең алты һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән биш кешегә операция яһаласаҡ. Пациенттары­быҙ – ике-биш йәшлек балалар.
    3 декабрҙән балалар лор-патологияһы клиник бүлегенә Башҡор­тостандан һигеҙ бала урынлаштырылған да инде. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән йәш пациенттар – Ингуш, Дағстан Республика­ларынан, Һамар, Кемерово өлкәләренән.
    Бөгөн Өфөлә ғилми-клиник үҙәктең директоры Николай Дайхес һәм директорҙың ғилми эш буйынса урынбаҫары Хәсән Давудов, 6 – 11 декабрҙә директорҙың филиалдар менән эш буйынса урынбаҫары Владимир Давыдов, аудиология, ҡолаҡ протезы һәм ишетеү-һөйләшеүҙе реабилитациялау буйынса ғилми-клиник бүлек етәксеһе Александр Пашков, ҡолаҡ ауырыуҙары буйынса ғилми-клиник бүлектең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре Иса Мухамедов эшләй.

    Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
    авторы: admin | 10 декабря 2009 | | Фекерҙәр (1)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республика балаларының һаулығын һаҡлау ө ...
  • Өфө Республика советына әҙерләнә
  • Балалар сәләмәтлеге һағында
  • Өфөгә килмәһәң дә була
  • Дауалауға мохтаж балаларға ярҙам өсөн
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru