Йүгәнһеҙ тороп булһа, һөнәрһеҙ тороп булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балыҡҡа йөрөгән һайын сәм арта
  • Июль
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Эскелек һәм СМС хәбәрҙәр Сәләмәтлек
    Автомобилдәргә бай илдәр­ҙең береһе – Америкала тикшеренеүҙәр үткәргәндән һуң юл фажиғәләренә илтеүсе төп сәбәптәрҙең исемлеге асыҡ­ланған. Был мәғлүмәттәр башҡа илдәр өсөн дә көнүҙәк, тигән һығымтаға килгән тикшеренеүҙе ойоштороусы «Forbеs» журналы белгестәре.

    Иҫерек водитель

    Фажиғәгә илтеүсе сәбәптәр араһында беренсе баҫҡыста, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, руль артына һалмыш, йәғни иҫерек көйөнсә ултырыу. Ҡушма Штаттарҙа юл-транспорт фажиғәләренең 40 проценты иҫерек водителдәргә тура килә. Быға аптырарлыҡ түгел, әлбиттә. Бер нисә шешә һыранан һуң кемдең һелкенә-һелкенә йәмәғәт транспортында йәки аҡса туҙҙырып таксиҙа ҡайтҡыһы килһен
    Әммә әлеге күренеш бер АҠШ-ҡа ғына хас бәлә түгел. Беҙҙә лә иҫерек килеш «тимер ат»ҡа ултырырға баҙнат итеүселәр бихисап. Мәскәү ҡалаһының Краснопресненск яры буйында юлдағы эскелек темаһына арналған һәйкәл дә бар хатта. Ул шешә формаһында эшләнгән, ә эсенә фажиғәләрҙә емерелгән, иҙелгән, ватылған машиналарҙың фрагменттары тултырылған.
    Рәсәй ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылдың 11 айы эсендә илдә 185237 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙың 11475-енә иҫерек водителдәр ғәйепле. Һөҙөмтәлә 2059 кеше һәләк булған, 17000 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Үкенескә күрә, һалмыш водителдәр арҡаһында теркәлгән фажиғәләр тураһындағы ҡурҡыныс мәғлүмәттәрҙе көн дә тиерлек ишетергә тура килә.

    Телефон иғтибарҙы кәметә

    Әммә юлдағы бәләләрҙең сәбәбе тик эскелектән генә түгел. Водителдәрҙең автомобилдә китеп барышлай кеҫә телефоны аша СМС-хәбәр яҙыуға әүәҫлеге лә хәүеф уята. Америка ғалимдары асыҡлауынса, руль артында кеҫә телефоны аша һөйләшкән саҡта фажиғәгә тарыу ихтималлығы – дүрт тапҡырға, СМС-хәбәр яҙғанда алты тапҡырға арта. Был бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла. Телефон аша һөйләшкәндә юлдағы хәл-ваҡиғаларға бәйле ҡарар ҡабул итеү һәләте 9 процент­ҡа кәмей, ә СМС-хат яҙғанда иғтибар 30 процентҡа түбәнәйә!
    Бәхеткә күрә, Рәсәйҙә руль артында СМС-хәбәр алышыу сәбәпле барлыҡҡа килгән фажиғәләр юҡ. Ә бына Америка полицияһы хәбәр итеүенсә, алдынғы технологияларҙы урынһыҙ ҡулланыу көнөнә 4 – 8 мең эре һәм ваҡ фажиғәгә сәбәпсе.

    Эмоциянан фажиғәгә бер аҙым

    Сәбәптәр рейтингының киләһе баҫҡысында – хис-тойғолар. Ҡайһы ваҡыт водителдәрҙең үҙҙәренә оҡшамаған хәл-ваҡиғаларға ҡарата яуабы бөтә сиктәрҙе лә үтеп китә. Мәҫәлән, былтыр декабрҙә Мәскәү ҡалаһында джип хужаһы маршрут автобусының водителенә травматик пистолеттан атты. Уға тиклем Люберцыҙа бер водитель травматик ҡоралдан автобус туҡталышында тороусы йәйәүлене яраланы. Баҡтиһәң, быға тиклем улар араһында низағ булған. Сентябрҙә Мәскәү ҡалаһында джип хужаһы водителе, «Ашығыс ярҙам» машинаһы менән юлды бүлешә алмайынса, уны йөрөтөүсе иргә травматик пистолеттан ата башлай. Ә күптән түгел Мәскәүҙә милиция подполковнигы ҡар таҙартыусы машина водителен атып үл­терҙе.

    Тиҙлекте арттырыу

    Юл фажиғәләренә килтереүсе тағы бер фактор – юлда үтә шәп йөрөү, тиҙлек режимын һаҡламау. АҠШ-та тиҙлекте арттырыу барлыҡ авариялар һанының 13 процентын һәм үлем осраҡтары менән булғандарының 33 процентын тәшкил итә. Рәсәйҙә был хаҡта әйтеп тораһы ла түгел. Юлдарҙа водителдәрҙең яртыһынан күберәге тиҙлек режимын боҙа һәм ошо сәбәпле һәләкәттәр бихисап.

    Ҡайыш эҙемтәләрҙе кәметә ала

    Ғөмүмән, юл-транспорт фажиғәләренә килтереүсе сәбәптәр күп. Мәҫәлән, хә­үефһеҙлек ҡайышын эләктермәү. Ул фа­жиғә эҙемтәләрен кәметә ала. Статис­тикаға ярашлы, хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән водитель өсөн фронталь (алды менән) бәрелештә үлемесле эҙемтә – 2,3 тапҡырға, ҡабырғаһы менән бәрелештә – 1,8 тапҡырға, ә түңкәрелгәндә биш тапҡырға кәмей.
    Алды менән икенсе машинаға йә башҡа бер нәмәгә бәрелгәндә хәүефһеҙлек ҡайышын эләктергән пассажирҙарҙың тере ҡалыу ихтималлығы 9 (!) тапҡырға юғары. Билдәле булыуынса, хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланыусыларҙың аварияла йәрәхәт алыу ихтималлығы 62 – 75 процентҡа кәмей.

    Балалар креслоһы – мотлаҡ!

    Автомобилдә балалар өсөн тәғәйен махсус креслоның булмауы – тағы бер хата. Барлыҡ ғиллә шунда: машинаның пассив хә­үефһеҙлеге тик оло кешегә генә иҫәпләнгән. Ә балаларҙың кәүҙәһе бәләкәй һәм шуға ла уларҙы мотлаҡ махсус креслола йөрөтөү зарур. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, транспорт сараһында балаларҙы тотоп тороусы һаҡлыҡ сараларының булыуы бәләкәй балалар үлемен – 71 процентҡа, үҫмер йәштәгеләрҙекен 54 процентҡа кәметә.
    Фажиғә сәбәптәре араһына шулай уҡ һауа шарттарын дөрөҫ баһаламау һәм арыған көйөнсә руль артына ултырыуҙы ла индерергә кәрәк.
    Шулай итеп, юл һәләкәтенә тарымаҫ өсөн, юлға сыҡҡан һайын автомобилдең хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, ә оло хәүеф тыуҙыра алыусы техника икәнен дә онотмаҫҡа кәрәк. Эйе, һәр водитель юлда үҙен ышаныслы то­йорға, һәр аҙымын үлсәп эш итергә тейеш. Әммә «миңә диңгеҙ тубыҡтан» тигән принциптан сығып, үҙеңде саманан тыш ышаныслы тойоу, ябай ғына юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәмәүҙең ифрат ҙур хаҡҡа төшөүе ихтимал...
    авторы: admin | 11 февраля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күсәр
  • Юлда барыһы ла тигеҙ!
  • «Төп бурысыбыҙ – юлда тәртип һаҡлау»
  • АВТОБУСТА ЙӨРӨҮ ХӘҮЕФЛЕ!
  • «ҠАНЛЫ ДҮШӘМБЕ»... УЛ БЕРӘҮ ГЕНӘМЕ?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru