Етешкән - ете елән кейгән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Ислам әҙәбе
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан балаларының һаулығын ҡайғыртып Сәләмәтлек
    2010 – 2014 йылдарға иҫәпләнгән был программа Рәсәйҙең наркотиктар әйләнешен контролләү буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы менән БР буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан төҙөлгән. Шулай уҡ уны әҙерләүҙә «Индиго» медик-психологик-социаль ярҙам үҙәге лә ҡатнашҡан.Бындай программа ҡабул ителеү мөһим ине, сөнки халыҡҡа хәүеф килтереүсе наркотиктар әйләнеше илдә, шул иҫәптән республикала ла түбән кимәлдә тип булмай. Сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк, тигән әйтемде табиптар йыш ҡуллана. Ул насар ғәҙәттәрҙе үҙ итеү арҡаһында таралған сирҙәргә лә ҡағыла, әлбиттә. Ошо иҫәптә – наркомандар, эскеселәр, ВИЧ-инфекциялылар. Уларҙың күпселек өлөшөн йәштәр биләй тиһәк, хата булмаҫ. Был – ҡыҙғаныс хәл.
    Әлеге программала дөрөҫ юлдан тайпылған үҫмер ҡорондағы балалар­ға ижади, рухи, физик, социаль үҫештә булышлыҡ итеү төп маҡсат тип билдәләнгән. Проекттың күҙалланған саралары араһында бәлиғ булмағандарҙың индивидуаль социаль-психологик патронажын, йәғни тәьмин ителешен ойоштороу, реабилитация саралары бар. Программа тәүҙә Өфөлә бойомға ашырыла башлай, артабан тупланған тәжрибә республиканың башҡа район-ҡалаларында ла файҙаланыласаҡ.

    Әйткәндәй

    2009 йылдың мониторингын ҡарағанда, баш ҡалала бәлиғ булмағандар тарафынан 20 наркоенәйәт ҡылынған. «Наркоман» диагнозы менән иҫәптә өс үҫмер торған. Наркотик ҡулланыусы 47 бәлиғ булмаған малай һәм ҡыҙ араһынан берәүһенә 14 йәш тә тулмаған. Был һандар рәсми иҫәптеке, ысын күрһәткестәрҙе фаразлау өсөн, ҡағиҙә булараҡ, уны бер нисә тапҡырға ҡабатларға кәрәк.
    авторы: admin | 15 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Аҡ үлем»гә ҡаршы бергәләп көр ...
  • Өс һөйләм менән
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • «Аҡ үлем» һәр ерҙә һағалай
  • Күмәк көс менән генә еңеп була
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru