Ата алмаған йәйәһенән күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Телеңде йоторлоҡ
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Байрам менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бер наркоман ауыҙынан... Сәләмәтлек
    – Наркотикты ҡасан һәм ҡайҙа тәүге тапҡыр ҡулланып ҡарағанымды хәтерләмәйем. Хәйер, мин күп нәмәне онотҡанмын инде. Тик шуныһын беләм: ҡайҙалыр төптә мейемдең бәләкәй генә өлөшө әле сәләмәтлек күҙәнәктәрен юғалтмаған. Ана шуның менән генә ни ҙә булһа уйларға һәләтлемен.
    Ни өсөн был хәл минең менән булды һуң? Беҙ, наркомандар, сираттағы доза өсөн ниндәйҙер бер үтә гонаһлы эштәр эшләнек, әхлаҡты оноттоҡ, кәрәкмәгән пландар менән (енәйәткә илтә ине ул) йәшәнек. Сәбәбе нимәлә икән?
    Мин дуҫтарымдың күпселеге кеүек ябай ғаиләлә үҫтем. Унда иман да, дин дә булманы. Партия, комсомол, пионерҙарға хас идеалдар ҙа юҡҡа сығып өлгөргәйне. Бары тик, ҡайҙан аҡса табыр­ға, нисек эшһеҙ ҡалмаҫҡа, тип борсола ине атай-әсәй. Уларҙың минең менән шөғөлләнергә ваҡыты булманы. Уның ҡарауы, өйҙәге телевизорҙан, видеонан көндәр буйына атыш, үлтереш, фәхишәлек хаҡында ҡурҡыныс фильм­дар ҡарарға мөмкин ине. Мин үҙемде ошо фильмдар геройы итеп тойҙом. Уларҙағы кеүек үлтерештәр батырлыҡ өлгөһө ине, минеңсә. Дуҫтар менән, шул сит ил фильмдарын ҡарап, төркөм ойоштор­ҙоҡ, бурлыҡ, хулиганлыҡ ҡылдыҡ, кеше туҡманыҡ. Беҙ – «текә» инек. Уның өҫтөнлөктәрен тулыһынса файҙаландыҡ. Тыйыусы булманы. Наркоманлыҡҡа ла туп-тура килеп «индек». Һәм... тамуҡ, бәлки, ошолор ҙа.
    Мин барыһын да юғалттым: атай-әсәйемде, «дөрөҫ» дуҫтарымды, туғандарҙы, уларҙың ышанысын. Наркомандар мөхитендә ундай төшөнсәләр юҡ.
    ...Барыһы ла, «тәмләп» кенә, тотоп ҡына ҡарайым, тигәндән башлан­ғайны. Берәүҙең дә, наркоман булам, тигән маҡсаты булмай. Барыһы ла ана шул беренсе аҙымдан тора.
    Аҙаҡтан тән һәм йән ғазабы – ҡалтырау, тән тартышыу, мускулдар, һөйәктәр, быуындар һыҙлау, туҡтау­һыҙ иҫнәү, сөскөрөү, ҡоҫоу, эс китеү, ябығыу, ҡысыныу, хәтер юғалтыу, йоҡонан яҙыу, һуҡырайыу...
    Яҡындарыма: «Минең һеҙҙе алдауыма юл ҡуймағыҙ, бының менән тағы ла алдауға этәрәһегеҙ, минең вәғәҙәләремә ышанмағыҙ – ялған улар. Тик яңғыҙымды ҡалдырмағыҙ, төҙәлгем килә», – тип әйтергә итәм, тауышым сыҡмай, телем әйләнмәй. Кешелектең бер зәғифе мин...
    авторы: admin | 15 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Дауаланыу ауыр, хатта мөмкин түгел
  • Әҙәмдәрҙе йота «крокодил»
  • Наркотик минең менән идара итә...
  • «Аҡ үлем» һәр ерҙә һағалай
  • Яҙмышмы, ҡарғышмы?
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru