Бармаҡ тоя белмәһә, ҡул ҡоя белмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 12-18 июль
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • 1 һорауға 5 яуап
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йоҡтороуы тиҙ булһа ла, һауығыуы ауыр Сәләмәтлек
    Медицинала рәсми рәүештә 1957 йылда теркәлгән геморрагик биҙгәк – донъялағы иң ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың береһе. Рәсәйҙең Европа өлөшөндә, бигерәк тә Башҡортостанда һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә, Татарстан, Удмурт Республикаларында был сир киң таралған. Беҙҙә иһә сысҡандарҙың үрсеүенә тәбиғәт шарттары булышлыҡ итә. Мәҫәлән, республикабыҙҙа йүкә, имән ағастары күп үҫә. Ә сысҡандар уларҙың орлоҡтарын ашап зарарлана һәм вирус тарата. Республика медицина профилактика үҙәге белгестәре хәбәр итеүенсә, геморрагик биҙгәк менән коллектив баҡсалар урынлашҡан Өфө, Благовещен, Иглин, Нуриман, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы райондарында йәшәүселәр айырыуса күп сирләй.

    Билдәләре
    Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ауырыуы диагнозын ҡуйыуы еңел түгел. Уның билдәләре тифҡа, хатта респиратор ауырыуҙарға ла оҡшаған. Вирус йоҡҡандан һуң ул тәүҙә 10 – 35 көн йәшерен формала дауам итә. Күп осраҡта ауырыуҙың билдәләре ике-өс аҙнанан һуң беленә. Шулай ҙа башланғыс стадияла билдәләрен тиҙ танырға мөмкин: ҡалтырата, температура күтәрелә, баш ауырта, бөйөрҙәр һулҡылдай, һуңғараҡ уға бил һыҙлауы, ҡайһы берҙә эс ауыртыуы ла ҡушыла, ҡоҫтора, эс китә, күреү һәләте насарая.
    Ауырыуҙың тәүге билдәләре беленгәс тә ятырға, ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк. Ауырыу дауаханаға ни тиклем тиҙерәк мөрәжәғәт итһә, шул ҡәҙәр тиҙерәк һауығасаҡ. Биҙгәк кешенән кешегә йоҡмай. Cирҙе аҙҙырыу хатта үлемгә килтереүе менән ҡурҡыныс.

    Талаптар
    Ауырыуҙың өс төрлө – еңелсә, уртаса ауыр һәм ауыр формала үтеүе мөмкин. Сирҙе кисереүселәр мотлаҡ диспансер күҙәтеүе аҫтына алына. Квартал һайын бәүел, артериаль ҡан баҫымы тикшерелергә тейеш. Сирлеләр ярты йылдан бер йылға тиклем физик эштән, командировкалар­ҙан, спорт күнегеүҙәренән азат ителә. Һәм, әлбиттә, хеҙмәт, ял режимын, диета тоторға кәрәк. Ауыр эш, өшөү, спиртлы эсемлектәр ҡулланыу, тоҙло ризыҡ ашау ҡәтғи тыйыла.
    Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк ауырыуынан һуң инфекцион астения ҡала, ул көс кәмеүендә, аппетит юғалыуҙа, тиҙ арыуҙа, йөрәк һуғыуҙа һәм эшкә һәләтлелек кәмеүҙә сағыла. Был осраҡта үҙеңде ныҡ һаҡларға, үрҙә телгә алынған ҡағиҙәләрҙән тайпылмаҫҡа, В төркөмөнә ингән витаминдар ҡабул итергә, 12 – 30-ар тамсы лимонник, аралия, элеутерококк төнәтмәләрен эсергә кәрәк.
    Ә бер ауырыған кеше икенсегә сирләмәй. Сөнки ауырыу үткәргән кешелә инфекцияға ҡаршы тороусанлыҡ барлыҡҡа килә.

    Нисек йоға?
    Исеменән үк күренеүенсә, геморрагик биҙгәк – бөйөрҙәрҙе, ҡан тамырҙарын һәм башҡа органдарҙы зарарлаусы сир. Вируслы ауы­рыуҙың төп таратыусылары – сысҡан, ҡомаҡтар. Сир әлеге хайуандарҙың шайығы, тиҙәге, кесе ярауы аша тирә-яҡҡа тарала. Кешегә иһә инфекция төрлө юл: һауа (айырыуса туҙанлы һауаны һулағанда), сысҡан еҫкәп йәки кимереп киткән ризыҡ, асыҡ яра урындары аша килеп эләгеүе билдәле. Был инфекция менән йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә лә зарарланырға мөмкин. Шулай ҙа иң хәүефле айҙар йәй башына һәм көҙгә тура килә.

    Һаҡланғанды-һаҡлармын
    Иң беренсе урман-яландарҙы санитар таҙартыуҙы ойоштороу зарур. Айырыуса урманға йыш йөрөүселәргә, һунарсыларға, балыҡсыларға, баҡсасыларға иғтибарлы һәм һаҡ булырға кәрәк. Һәр кем, урманда йә баҡсала үҙен һәм яҡындарын хәстәрләп, түбәндәге ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә тейеш:
    1) Урманда, яланда һәм башҡа урындарҙа булғандан һуң ҡулығыҙҙы һабынлап йыуырға онотмағыҙ.
    2) Ял итеү өсөн аҡлан тирәһен һайлағыҙ. Ҡыйлы, түңгәкле, һынған ағастар һәм ботаҡтар өйөлөп ятҡан урындарҙан алыҫыраҡ ултырығыҙ.
    3) Аҙыҡ-түлекте сысҡандар тейә алмаҫлыҡ урында һаҡлағыҙ, ергә ҡуймағыҙ. Уларҙы ағасҡа элергә, йә булмаһа, ишектәре ябыҡ машинала ҡалдырырға мөмкин.
    4) Айырыуса тәмәке тартҡанда һаҡ булығыҙ, ҡулығыҙ менән тәмәкенең фильтрһыҙ яғын ғына тоторға кәрәк.
    5) Усаҡ яғыр өсөн сыбыҡ-сабыҡ йыйғанда танау­ҙы эсенә мамыҡ һалынған махсус повязка менән ҡаплағыҙ. Повязка урынына ҡалыныраҡ яулыҡ йә шарф ҡулланырға була.
    6) Баҡса өйөн өс процентлы хлорамин ҡушып йыуығыҙ. Яҫтыҡ-түшәкте ҡояшта киптергәндән һуң саңын ҡағырға онотмағыҙ.
    7) Баҡсағыҙға сысҡан, ҡомаҡтар яҡын килмәһен тиһәгеҙ, сүп-сарҙы, кәрәкмәгән ағастарҙы ваҡытында яндырығыҙ. Эш ваҡытында бейәләй кейегеҙ.
    8) Үлгән сысҡандарҙы ярты метр самаһы ер ҡаҙып күмегеҙ.
    Ошондай ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәһәгеҙ, һеҙгә сысҡан биҙгәге янамаҫ.

    Иғтибар ит!

    2010 йылдың өс айында республикала 140 кешенең бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән сирләү осрағы теркәлгән. Был үткән йылдың шул уҡ осорондағы ауырыуҙар кимәленән (188 осраҡ) 34 про­центҡа кәмерәк.
    «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сысҡан биҙгәге буйынса эпидемиологик хәл былтыр сиктән тыш хәүефле тип баһаланған.
    Былтыр республикала сысҡан биҙгәге менән 3257 кеше ауырыған, был 2008 йыл кимәленән 32 процентҡа юғары. Иң күп сирләүселәр һаны йәйге-көҙгө осорға тура килгән. Зарарланыу осрағының 79 проценты урманға сығыуға бәйле. Ауырыусыларҙың 73 процентын 20 йәштән 50 йәшкә тиклемге эшкә һәләтле кешеләр тәшкил итә. Имен булмаған территорияларға быйыл да, һәр йылдағыса, Благовещен, Өфө, Иглин, Тәтешле, Мишкә, Асҡын райондары инә.


    Башҡортостан – Рәсәй буйынса геморрагик биҙгәкте дауалау иң юғары кимәлгә ҡуйылған төбәк. Ҡаҙнанан аҡса бүленеп, йыл һайын шифаханалар, ял йорттары, балалар лагерҙары, парктар яҡшы итеп таҙартыла. Бындай урындарға, ғәҙәттә, ракумин, цинк фосфиды, зоокумарин кеүек препараттарҙы бойҙайға бутап һибәләр. Ул ҡоштар зарарланмаһын өсөн ҡыуаҡлыҡтар араһына, сысҡан йөрөгән ерҙәргә һалына.
    авторы: admin | 1 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яңылыҡтар
  • Ашағаның аш булһын!
  • Һыуыҡ сирҙе баҫып килә
  • Яман шеш, талпан, сысҡан биҙгәге...
  • «СУСҠА КИҘЕҮЕ»НӘ ҠАРШЫ ВАКЦИНА
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru