Ир һәнәре эш булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Венгрияла Ғәлимйән Тағанға ҡағылышлы мәғлүмәт етерлек
  • Атҡа эйәр кем һала?
  • [b]УЛАРҘЫ «ХӘҮЕФҺЕҘ ТӘГӘРМӘС» САҠЫРҘЫ[/b]
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Талпан бәләһе ҡалҡа Сәләмәтлек
    Тышта яҙ! Күңел тәбиғәткә ашҡына. Кемдәрҙер ял һайын урманға сығып ял итеүҙе, күңел асыуҙы ғәҙәтенә индерә. Хәйер, ул ғынамы, тәбиғәт ҡосағында эш бөтә буламы?! Берәүҙәрҙе – баҡса, икенселәрҙе утын әҙерләү, ағас ҡырҡыу, үҫентеләр ултыртыу һәм башҡаһы көтә. Ҡырҙағы эш арытһа ла, күңелгә ләззәт тә бирә. Тик эш, ял барышында нисек итеп күңелһеҙлектәргә тарымаҫҡа, миҙгелгә бәйле ауырыуҙарҙан нисек һаҡланырға? «Һаумыһығыҙ?!» махсус битенең бөгөнгө сығарылышы ошо һорауҙар­ға яуап эҙләй.

    Көрәш
    Әгәр районығыҙҙа талпан энцефалиты күҙәтелә икән, анализ һөҙөмтәләрен көтмәйенсә, талпан энцефалитын көкөрт менән профилактикалау пунктына мөрәжәғәт итегеҙ. Ашығыс ярҙам тәүге өс тәүлектә, иң яҡшыһы – беренсе тәүлектә күрһәтелә.
    Талпан энцефалитынан һаҡла­ныуҙың иң ышаныслы юлы – прививка. Был – тәбиғәт ҡосағында эшләүсе хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ рәүештә эшләнергә тейешле вакцина. Бүтәндәр уны теләк буйынса эшләтә ала. Прививка ағас япраҡ ярғансы, үлән морон төрткәнсе ике аҙна элек яһалырға тейеш. Ошо ваҡыт эсендә иммунитет барлыҡҡа килеп, организмда инфекцияға ҡаршы тороусанлыҡ барлыҡҡа килергә тейеш.
    Быйыл «Иммунопрепарат» предприятиеһы талпан энцефалитына ҡаршы 115 мең доза иммуноглобулин етештерәсәк. Башҡортос­тандың баш ҡалаһында иммуноглобулин 1991 йылдан сығарыла. Әгәр тәүге йылда 5925 доза препарат сығарылһа, былтыр 106 мең доза ҡулланыусыларға оҙатылған. Ул әлеге инфекцияға ҡаршы прививка эшләнгән донорҙарҙың ҡан плазмаһынан әҙерләнә. Иммунобиологик сығанаҡ профилактика һәм талпан энцефалитынан дауаланыу өсөн файҙаланыла. Кеше именлеге һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуғын яҡлау өлкәһен күҙәтеүсе федераль хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Рәсәйҙең 69 төбәгендә дауалау-профилактика учреждениеларына талпан ҡаҙалған биш йөҙ меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 110 меңе – балалар.

    Талпан энцефалиты тураһында һүҙ сыҡҡан һайын, бәләкәй генә ошо бөжәк арҡаһында хәрәкәтһеҙ түшәктә ятҡан Күгәрсен райо­ны егете күҙ алдына баҫа. Урманға утынға барған саҡта һырып ала уны талпан. Әммә егет быға әһәмиәт бирмәй, кәрәсин һөртөп, талпандарҙы сығара ла ты­ныслана. Бер аҙҙан түшәккә йығыла.


    Тәүге талпандар апрель урталарында, ер ҡарҙан әрселеп, ҡояш ҡыҙҙыра башлағас уҡ сыға һәм май урталарына тиклем күпләп үрсей. Йәйге айҙарҙа туҡланыу өсөн матдәләр бөтөү сәбәпле, бөжәктәр ҡырыла. Ә ҡайһы бер йылдарҙа сентябрҙә лә күп булалар.
    Талпандар дым яратҡанға күрә һыулы һәм күләгәле урындарҙы үҙ итә. Улар айырыуса ҡуйы үләнле урман эстәрендә, эре япраҡлы ағастарҙа, урман юлы буйҙарында, һуҡмаҡтарҙа тупланыусан. Кеше һәм хай­уан еҫен яҡшы һиҙәләр. Шуға ла «ҡорбандары»н тап улар күп йөрөгән урындарҙа һағалай.
    авторы: admin | 1 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һаҡланыу саралары
  • Энцефалиттың билдәләре
  • [b]Талпан ҠаҘалһа...[/b]
  • ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ: ТАЛПАН!
  • Янылыктар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru