Бушҡа йөрөгәнсе, бушҡа эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының милли-мәҙәни ҡаҙанышын һаҡлау»
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Әтәс, тауыҡ, себештәр тураһында
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡатмарлы операциялар ҙа уңышлы эшләнә Сәләмәтлек
    Өфө ҡалаһының 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының хирургия корпусы үҙенең икенсе һулышын кисерә. 1974 йылда төҙөлгән бинала 2009 йылда төҙөкләндереү эштәре башлана, һәм ошо көндәрҙә ул файҙаланыуға тапшырылды. 9471 квадрат метр майҙанлыҡ биш ҡатлы дауаханала ауырыуҙар өсөн бөтә шарттары булған палаталар, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған операция блогы урынлаш­ҡан. Был иһә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифатын күпкә яҡшыртыу мөмкинлеге бирәсәк.
    Был корпуста бер айҙан 15 йәшкә тиклемге балаларҙы дауалау өсөн травматология, урология, ортопедия, нейрохирургия, эндоскопия, хирургия, реанимация бүлектәре урынлашҡан. Дөйөм алғанда, корпус 300 пациентты ҡабул итә ала.
    Яңы корпусты асыу тантанаһында ҡатнаш­ҡан Мортаза Ғөбәйҙулла улы балалар өсөн тәғәйенләнгән дауахананың дауалау шарттары менән ентекләп танышты. Ул табиптарҙың ниндәй операциялар яһауы, эш алымдары, медицина ҡорамалдарының тәғәйенләнеше һәм сифаты менән ҡыҙыҡһынды. Урология бүлегендә республика етәксеһенә бөйөрҙәргә операция эшләүҙең яңы методикаһы тураһында һөйләнеләр. Был методика 17-се дауахана табиптары тарафынан уйлап табылған һәм уның буйынса 100-ҙән ашыу операция эшләнгән. Хирургтар тарафынан башҡа төрлө бик ҡатмарлы операциялар ҙа уңышлы эшләнә. Бында йыл һайын 40-тан ашыу бала операция үткәрә.
    Дауахананың баш табибы әйтеүенсә, бында һәләтле, үҙ эшенә яуаплы ҡараған, яңы инновацион технологияларҙы ҡулла­ныу­сы ижади коллектив тупланған.
    С. ЛОТФУЛЛИНА.
    авторы: Нур | 3 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Республика балаларының һаулығын һаҡлау ө ...
  • Республика онкология диспансерының хирургия корпусы асылды
  • Балалар сәләмәтлеге һағында
  • Халыҡ һаулығы – иғтибар үҙәгенд&# ...
  • Яңы корпус яңы мөмкинлектәр аса
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru