Егеттең төҫөн әйтмә, эшен әйт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тауға әйҙәй Батыр ағай
  • Еләк һатығыҙ
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • ӨФӨ ЯНЫНДА ИГЕН ҮҪТЕРЕП, ҠОРТ ҮРСЕТЕП...
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ифтар өсөн рецептар Сәләмәтлек
    Ифтар өсөн рецептарИфтарға ҡунаҡ саҡырыу – изге ғәмәл. Ауыҙ асҡанда иң тәүҙә бер йотом һыу эсергә йәки йөҙөм кеүек киптерелгән емеш ҡабырға мөмкин.
    Бөгөн беҙ һеҙгә ифтарға әҙерләү өсөн ғәрәптәрҙең аш-һыуынан бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ.

    Мектафа һурпаһы
    Ярты кило һарыҡ ите, 1 баш һуған, 4 аш ҡалағы үҫемлек майы,1 кг помидор, 2 бәләкәй ташҡабаҡ, 1 картуф, сельдерей, бер ус йәшел борсаҡ, бер ус йәшел фасоль, кинза, 1 аш ҡалағы томат пастаһы, 1 балғалаҡ аджика, тоҙ, ҡара борос, дәрсен, ярты стакан туҡмас.
    Итте ваҡлап турап кәстрүлгә һалырға ла, һуған, үҫемлек майы, тоҙ, ҡара борос, томат пастаһы, аджика ҡушып, ярты стакан һыу ҡойоп, 15 минут утта тоторға. Бынан һуң ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәп, бер сәғәт бешерергә.

    Ҡара емеш менән ит
    Ярты кило һарыҡ ите, 4 баш һуған, ярты ҡап аҡ май, ярты стакан он, 300 грамм ҡара емеш, шәкәр, дәрсен, тоҙ, ҡара борос.
    Ит йоҡа ғына оҙонса өлөштәргә бүленә. Бынан һуң тәүҙә аҡ майҙа һуған, һуңынан ит ҡыҙҙырыла. Иткә он, тоҙ, ҡара борос, дәрсен һибеп, саҡ ҡына тотоп торорға кәрәк. Табаға һыуына төшкән итте ҡапларлыҡ итеп һыу ҡойоп, талғын утта бешерергә. Ит әҙер булыр­ға 20 минут самаһы ҡалғас, алдан ебетелгән ҡара емеште өҫтәргә. Өҫтәлгә дөгө менән бирергә мөмкин.

    Наммура
    2 стакан манный ярмаһы, ярты стакан шәкәр, ярты стакан кокос таяҡсалары, 1 стакан кефир, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан он.
    Бөтә ингредиенттарҙы ла бергә бутап, бер сәғәт мейестә бешерергә. Өҫтәлгә бирер алдынан наммура өҫтөнә һалҡынса шәкәр сиробы ҡойола.
    авторы: admin | 18 января 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йомортҡа менән ҡыҙҙырылған һары&# ...
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Өләсәйем ашы
  • Банкаларҙа – йәйҙең бар тәме
  • Телеңде йоторлоҡ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru