Ҡорал әмәлһеҙ булмай, әмәл ғәмәлһеҙ булмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Июль
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шашлык Сәләмәтлек
    ШЕШЛЕГЕ ЛӘ ШЕШЛЕГЕ!

    Май башландымы, күңел әлеге лә баяғы шул шешлек әҙерләү өсөн, тәбиғәткә тартыла башлай. Һәр беребеҙ шешлек әҙерләүҙең ҡырҡмаһа-ҡырҡ ысулын белә. Ләкин ваҡыты килеп еттеме – бөтә рецептар ҙа баштан сыға ла оса. Шуға ла шешлек әҙерләүҙең рецептарын түгел, бер нисә алтын ҡағиҙәһен генә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
    [img=left]http://www.yeshlek-gazeta.ru/uploads/1367257140_shsh.jpg[/left]1. Иттең теләгәнен һайлап алырға мөмкинлек бар. Әлбиттә, һыйыр ите шешлеккә тура килеп бөтмәй, ә бына йәш тананыҡы йәки быҙауҙыҡы бара. Итте тиҙерәк әҙер булһын өсөн ваҡ ҡына итеп турау ҙа, эре итеү ҙә дөрөҫ түгел. Бөтә ерҙә лә сама кәрәк. Тауыҡ итен – 2 – 3 сәғәт, башҡа иттәрҙе 5 – 6 сәғәт маринадта тоталар.
    2. Маринад составына ингән классик ингредиенттар – тоҙ, борос, һуған, аш һеркәһе, шарап. Майонез ҡулланырға кәңәш итмәйбеҙ. Эш калорияла ғына түгел, майонезды утта ҡыҙҙырып ашау зарарлы. Аш һеркәһе лә итте киптерә. Уның урынына лимондан да ҡулайырағы юҡ. Шулай уҡ итте балда ла маринадлайҙар. Был инде һәр кемдең зауығына бәйле.
    3. Ит киҫәктәрен шампурҙарға буйлатып теҙергә кәрәк. Эрерәк киҫәктәр уртаға ҡуйыла.
    4. Ит араһына туралған помидор, баклажан, һуған ҡуйыу бик шәп – уларҙың һуты уны тағы ла тәмлерәк итә.
    5. Ҡулланыр алдынан шампурҙы утта ҡыҙҙырып, майлап алалар.
    6. Шешлекте ҡыҙҙырғанда өҫтөнә ҡалған маринадты һибеп торалар.
    7. Иттең әҙерме-юҡмы икәнлеген белеү өсөн бысаҡ менән ҡырҡып ҡарағыҙ – ҡырҡылған урындан алһыу һут аҡһа, ит әҙер түгел, үтә күренмәле һут шешлектең әҙер булыуын күрһәтә. Ә бер ниндәй ҙә һут булмаһа – ит көйгән.

    Шешлек янына тағы ла нимә кәрәк инде? Помидор, ҡыяр, һуған, икмәк һәм яҡшы кәйеф булһа – етте. Матур итеп ял итегеҙ, рәхәтләнеп яҙ һауаһын һулағыҙ, йылмайығыҙ, дуҫтар!
    Лилиә СИРАЕВА.
    авторы: admin | 29 апреля 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ифтар өсөн рецептар
  • БАЙРАМ ТАБЫНЫНА МОСОЛМАН АШТАРЫ
  • Шәхси хужалыҡ
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Помидор
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru