Ашыҡһаң да, ҡабаланма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Йондознамэ
  • [b]«Бөтә мәктәп менән – «Йәшлек»кә!» конкурсы тамам[/b]
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әгәр аяғығыҙ ҡаймыҡһа Сәләмәтлек
    Күбеһенсә аяҡтың балтыры менән табанды ялғаған быуын ҡаймыға.
    Ҡаймыҡҡан аяҡ шешә, күгәреп сыға һәм уны ауырттырмайынса ғына хәрәкәтләндереп булмай. Аяҡ ҡаймыҡҡанда һеңерҙәр һуҙыла, ә ҡайһы ваҡыт уларҙың өҙөлөүе лә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта быуынды ҡаплаған тире лә зарарлана, уның хатта ярылыуы ла ихтимал. Зарарланған урынға ҡан йыйыла. Был ҡан әкренләп табан аҫтына һәм бармаҡтарға тарала. Үҙ ваҡытында тейешенсә дауаланмаған ҡаймыҡҡан аяҡ быуынды зәғифләй. Бындай быуын киләсәктә аҙ ғына яйһыҙ баҫыуҙан да ҡаймыға торған булып ҡалырға мөмкин. Ә был быуын кимерсәгенең туҙыуына, быуынға һәм һеңерҙәргә эзбиз ултырыуға, һөҙөмтәлә быуындың хәрәкәтсәнлеге кәмеүгә килтерә. Аяҡ быуынының ни дәрәжәлә зарарланыуын табип ҡына билдәләй ала. Ләкин табипҡа барғансы уҡ ашығыс сара күрергә кәрәк. Тиҙ генә аяҡҡа һалҡын компресс ҡуйырға, бы­уынды хәрәкәтләнмәҫлек итеп бинт урарға кәрәк. Эластик бинт менән файҙаланыу яҡшыраҡ. Уны аяҡ бармаҡтарынан башлап балтырға тиклем урарға кәрәк. Әгәр йәрәхәт етди икән, гипс һалыу мәжбүри. Бер нисә аҙна гипс менән йөрөү быуынды дөрөҫ уңалта. Гипс һалыуҙан баш тартырға ярамай: бының һөҙөмтәһе төҙәтә алмаҫлыҡ булып тамамланыуы ихтимал. Дауала­ныуҙан һуң аяҡ аҙ хәрәкәтләнеүсән була, шуға күрә хәрәкәтте аҙ-аҙлап арттыра ба­рыр­ға һәм фәҡәт шунан һуң ғына ҡурҡмайынса йөрөй башларға кәрәк. Тәүҙә һағыраҡ булыу, кинәт аҙымдар яһамау хәйерле. Дауа­ла­­ныуҙан һуң ҡалған аҙ ғына шеш әллә ни уңайһыҙлыҡ тыуҙырмай һәм 10 – 20 көндән һуң бөтөнләй юҡҡа сыға. Гипсты алғас йәки гипс­һыҙ дауаланғандан һуң бер нисә аҙна буйына аяҡты эластик бинт менән урап йөрөргә кәңәш ителә. Былай итеү зәғифләнгән быуынды яңынан ҡаймығыуҙан һаҡлаясаҡ.

    Рәмилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.
    авторы: admin | 24 сентября 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Сыҙар әмәл юҡ... Эҫе!
  • Көләмәстәр
  • Әгәр талпан ҡаҙалһа...
  • Торлаҡ төҙөлөшө заманса материалдар ...
  • Хирург
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru