Ҡайҙа барһаң - бер ҡояш, эш эшләүҙә тиң һайлаш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Көләмәстәр
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Һорау-яуап
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • Маңлай ярыу ғына түгел...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Дарыуҙы ҡасан, нимә менән эсергә? Сәләмәтлек
    Йыш ҡына ауырыған ваҡытта дарыуҙы сәйгә лә, һутҡа ла ҡушып эсеп ебәрәбеҙ. Белеүемсә, был дөрөҫ түгел. Дарыуҙы теге йәки был аҙыҡ-түлек менән ҡушып ҡулланыуҙың да үҙ тәртибе бар. Шул хаҡта яҙып үтһәгеҙ ине.
    Фәймә.
    Бөрйән районы.


    Һеҙ хаҡлыһығыҙ. Мәҫәлән, антибиотиктарҙы һөт менән эсһәң, уларҙың тәьҫир итеү көсө кәмей. Һөт аҙыҡтарын панкреатин кеүек әсегә бирешеп барыусы дарыуҙар менән ҡушып эсергә ярамай. Әгәр ҙә анемиянан дауаланаһығыҙ икән, шулай уҡ туҡланыуҙан һөт һәм һөт аҙыҡтарын, составында фитин булған аҙыҡтарҙы (сәтләүек, бойҙай, геркулес), шулай уҡ сәй, ҡыҙыл шарап, ҡәһүәне алырға кәрәк. Дарыуҙар менән дауаланған ваҡытта К витамины булған йәшелсәләрҙе (шпинат, брокколи, йәшел кәбеҫтә), цитраттарҙы (лимонадтағы, емеш һуттарындағы яһалма лимон кислотаһы), энергетик эсемлектәрҙе бик һаҡ ҡулланығыҙ.
    Антидепрессанттарҙы шарап, һыра, сыр, ҡәһүә, фасоль, банан менән ҡушыу ярамай − ҡырҡа ҡан баҫымы күтәрелеп китеүе ихтимал. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының тонусын көйләүсе ҡайһы бер препараттарҙы грейпфрут һуты менән эсһәң, улар тағы ла нығыраҡ әүҙемләшеп китә. Был осраҡта ҡан баҫымы төшөп, баш ауыртыуы, йөрәк тибешенең көсәйеп китеүе ихтимал.
    Инфекция эләккәндә һәм һалҡын алдырып ауырығанда дарыуҙарҙы аҡһымға бай аҙыҡ-түлек менән бергә ҡулланырға кәңәш ителмәй. Аҡһымдың был препараттар составына ингән матдәләрҙең йоғонтоһон кәметеүе бар.
    Буш ашҡаҙанға дарыу нығыраҡ йоғонто яһай, шунлыҡтан табиптар яман шешкә ҡаршы көслө дарыуҙарҙы йәиһә антибиотиктарҙы ашағанға тиклем эсергә ҡуша. Ә бына ашҡаҙандың лайлаһына насар йоғонто яһаусы ауыртыныуҙы баҫыусы дарыуҙарҙы, киреһенсә, ашағандан һуң ҡулланырға тәҡдим
    авторы: admin | 9 сентября 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һәләкәткә илтер сир
  • Рәсәй яңылыҡтары
  • Сәләмәтлек – үҙ ҡулыңда
  • Грипп нимәнән ҡурҡа?
  • Яңы һуттар эсегеҙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru